“Башҡорттоң илаһи моңо мәңге тынмаҫ”24.04.2015
“Башҡорттоң илаһи моңо мәңге тынмаҫ” Башҡорт халыҡ йыры яңғырай. Киң далалар буйлап бала саҡтағылай ялан аяҡ йүгертеп үткәртә лә ҡара урман араһында аҙаштырып ала, тәрән һағышҡа сумдыра, тетрәндерә, әрнетә, әммә күңел ҡая-таштарҙай ғорур, шишмәләй саф ҡала. Һәр юлы, һүҙе тарих һөйләй, күңел төпкөлөндәге хистәрҙе урғылдырып сығара, уйландыра, аҡыл бирә башҡорт йырының. Һис ҡасан өҙөлмәҫ, өмөттән өҙҙөрмәҫ моң был.
Ғүмерен йыр сәнғәтенә арнаған юғары талант эйәһе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Миләүшә Ғәли ҡыҙы МОРТАЗИНАның тормош юлын халҡыбыҙҙың ошо рухи хазинаһына тиңләргә мөмкин. Башҡорт халыҡ моңолай саф, ихлас, шул уҡ ваҡытта тетрәндергес, әммә көс, ышаныс, өмөт, рух ташып торған илаһи яҙмыш был. Үткәндәрҙе барлау ниәтендә хәтер йомғағын тулыһынса һүтеү мөмкин дә түгел. Шулай ҙа йырлы юлының бормалы һуҡмаҡтарынан уҙғарып, йөрәгенә яҙылған иң сағыу хәтирәләре менән ихлас уртаҡлашты, уй-теләген, тормошҡа ҡарашын еткерҙе моң алиһәһе.

– Йәмғиәткә киң билдәле кеше булараҡ, үҙ ғүме­регеҙҙә бихисап әңгәмә биргәнһегеҙҙер, Миләүшә Ғәли ҡыҙы. Яҙмышығыҙҙың һәр осороноң үҙе бер ҙур тарих икәнлеген беләбеҙ. Ошо бай йылъяҙма эсендәге иң тәрән кисерештәрегеҙҙе йәнә бер тойорға рөхсәт итһәгеҙ ине.

– Ысынлап та, үткәндәргә тәрән инеп китһәң, тормошомдағы һәр боролош хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Ифрат ҡатмарлы осор балаһымын. Тыуған ерем – Кушнаренко районының Баҡай ауылы. Унан мин ике йәшлек саҡта уҡ Өфөгә сығып киткәнбеҙ. Шуға ла ауыл тормошон беләм тип әйтә алмайым, әммә күңелем Баҡайға, моң төйәгемә, һәр саҡ тартылып торҙо. Әнкәйем һөйләүенсә, унда ике ҙур урам булған, береһендә – башҡорттар, икенсеһендә татарҙар йәшәгән.
Атай-әсәйемдең Өфөгә күсеп килеүен белемгә ынтылыш тип баһалайым. Икеһе лә шул ҡәҙәр тырыш, ныҡышмал кешеләр ине. Үҙҙәренең һөйләүенсә, атайым ауылда йәшәгән саҡта Иван исемле яҡташынан бер тоҡ арыш хаҡына урыҫ телен, яҙмаһын өйрәнгән. Был ғилеме уға ғаиләһе менән баш ҡалаға күсеп килергә нигеҙ булған. Өфөлә төпләнгәс, әсәйем дә ликбез бөтөргән. Ҡәҙерлеләребеҙ ошондай тырышлыҡты, ғилемгә ынтылышты беҙҙә лә тәрбиәләргә тырышты.
Ә моңға килгәндә... Балалар баҡсаһына йөрөй башлағандан уҡ тәрбиәселәрҙе йырларға әүәҫ булыуым менән хайран иткәнмен. Әнкәйем был мәлдәрҙе һәр саҡ йылмайып иҫкә ала торғайны. “Ҡыҙығыҙ кеше буласаҡ”, – тип әйтер булғандар уға. Шул ваҡытта талпыныр ҡанатымды һындырмаған атай-әсәйемә ҙур рәхмәтлемен. Уларҙың хәстәрлеге арҡаһында балет, вокал түңәрәктәрендә шөғөлләндем, буш ваҡытым булманы тиерлек.
Атай-әсәйем һигеҙ балаға ғүмер биргән. Тик мин иҫ белгәндән дүртәү үҫтек, башҡа туғандарыбыҙ, үкенескә ҡаршы, бәләкәй сағынан баҡыйлыҡҡа күскән. Аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән бит...
– Ә алда йәнә бер һынау – Икенсе донъя һуғышы – көткән...
– Яу оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, тиҙ генә үтер тип ышанғайныҡ. Ағайҙарым фронтҡа ебәрелде. Рәйес исемлеһе һуғыш башланыр алдынан ғына армияға алынғайны. Шул ҡәҙәр һәләтле кеше ине ул. Авиамоделләү менән шөғөлләнде, ошо йүнәлеш буйынса Мәскәүгә слеттарға йөрөй торғайны. Һуғышта уларҙың авиаполкы сик буйында алышты. Ағайым тәүге көндәрҙә үк яраланып, госпиталдә ятты, унан 2-се Украина фронтында хәрби юлын дауам итте. 1941 йылдың авгусында хәбәрһеҙ юғалды ул. Күпме генә эҙләүебеҙгә ҡарамаҫтан, ҡәҙерлебеҙҙең ҡайҙа һәләк булғаны, ерләнгәне хаҡында мәғлүмәт таба алманыҡ...
Икенсе ағайым иһә фин, герман һуғыштарын үтеп, имен-һау әйләнеп ҡайтты. Былтыр, 94 йәшендә, яҡты донъя менән хушлашты ул.
Атайым хеҙмәт фронтында булды, әсәйем һөт заводында эшләне. Үҙемә килгәндә, һуғыш башланғанда 16 йәштә инем. Тәүге көндәрҙән үк Өфөләге хәрби заводта эшләй башланым. Коллектив шул ҡәҙәр һәйбәт, татыу ине. Йәше лә, ҡарты ла еңеүҙе тиҙерәк еткереү ниәтендә ал-ял белмәй тырышты. Берҙәмлектең, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттең ни ҡәҙәр мөһим булыуын тап ошо заводтағы хеҙмәттәштәрем төшөндөрҙө миңә.
Эштең ауырлығын йырҙарым еңеләйтте. Бер төнгө сменалағы тәнәфес ваҡытында Люда исемле ҡыҙ менән тауыштарыбыҙҙың тура килгәнен аңлап ҡалдыҡ. Икәүләп йырлап ҡарағайныҡ, халыҡ йыйылып китте, оҡшаттылар. Ошонан алып сығыш яһай, яныбыҙға һәләтлеләрҙе йыя башланыҡ. Тора-бара беҙҙең төркөм баш ҡаланың төрлө ерендә концерт ҡуя ине инде. Красин урамындағы ҡаты яралылар госпитален шефлыҡҡа ла алдыҡ. Ундағы бер концерт айырыуса ныҡ иҫтә ҡалған. Ике аяҡһыҙ ҡалған ағай мине янына саҡырып алып: “Уҡырға кәрәк һиңә, ҡыҙым”, – тигәйне...
1945 йылдың 9 майы... Шундай матур, ҡояшлы көн ине ул. Иртә менән “еңеү” һүҙен ишетеп, заводтың бар эшселәре бергә йыйылдыҡ. Ҡосаҡлашыу, шатлыҡлы ауаздар, татлы ла, әсе лә күҙ йәштәре бергә ҡушылған мәл күңелдә тулҡынландырғыс йыр булып һаҡлана.
– “Уҡырға кәрәк һиңә, ҡыҙым” тигән аманатты үтәргә ашҡынғанһығыҙҙыр?
– Эйе. Тик хәрби завод етәкселегенең мине ебәргеһе килмәй ине: Рыбинскийҙағы авиация институтына йүнәлтмә бирҙеләр. Ҡулымда – ике документ. Береһе тыуыу тураһында таныҡлыҡ булһа, икенсеһе –уҡып бөткәс, заводҡа эшкә ҡайтырға тейешлегем хаҡында белдерелгән ҡағыҙ. Авиация институтына барыу менән ҡабул иттеләр. Ә күңелемдә – һаман йыр. Етмәһә, Сведловскиҙағы Урал консерваторияһының башҡорт студияһына студенттар йыйыу бара ине. Ике яр уртаһында ҡалғандай булдым. Тап ошо мәлдә яҙмышым яҙылды ла – моң юлын һайланым. Авиация институтынан документтарымды алып та тормайынса, студияға юлландым. Ә унда йырлай белеү генә шарт ине. Тыуыу тураһында таныҡлығым шулай юғалды, ә яңыһында 1926 йылғы тип, йәғни бер йәшкә кесерәйтеп яҙҙылар. Хәҡиҡәттә Еңеүҙең 70 йыллығын 90 йәшлек булып ҡаршылайым.
Башҡорт студияһынан һуң 1954 йылда Ҡазан консерваторияһын тамамлап, Өфөлә сәнғәт училищеһында эш башланым. Шул мәлдән алып былтырғы сентябргә тиклемге һәр көнөм моң даръяһында ҡайнап уҙҙы.
– Тәүге хеҙмәт йылдарығыҙ нисек булып хәтерегеҙҙә ҡалған?
– Ул осорҙа талантлыларҙы эҙләү маҡсатында райондарға йыш сығара торғайнылар. Уҡытыусыларҙан тыш, бригадала йыш ҡына Заһир Исмәғилев тә булыр ине. Шулай заманында хазиналарҙы бөртөкләп йыйҙыҡ. Тәүге “ҡарлуғастарым” иҫкә төшә: Валя Валякина, Дилә Кальметьева, Флүрә Ноғоманова, Нажиә Аллаярова, Илфаҡ Смаҡов... Күбеһе ауыл балалары булғанғамы, шундай тырыш, ныҡышмал ине улар. Ә тауыштары!.. Ғөмүмән, башҡорт теле йырлау өсөн ифрат ҡулайлы ул. Һуҙынҡы өндәре киң, моңло. Әйтерһең, тик йыр өсөн генә яратылған! Ошонан сығып, башҡа милләт студенттарына ла күнекмәләр үткәргәндә ҡабатлау өсөн башҡорт һүҙҙәрен бирә торғайным. Был уларға тауышын асыуҙа, моңон сығарыуҙа ярҙам итте. Мәҫәлән, “әсәй” һүҙен әйтегеҙ әле. Яңаҡ йомшарып китә бит!
Миңә күберәк тауышы өҫтөндә күп эшләү талап ителгән студенттарҙы бирәләр ине. Тәбиғәттән һалынған моң эстә “йәшеренеп” ята, уны тышҡа боҙмайынса сығарырға кәрәк бит. Ә бындай “проблемалы”ларҙың күбеһе ауылдыҡылар ине, сөнки төпкөлдәрҙә ул заманда балалар өсөн түңәрәктәр булманы, музыкаль белем бирелмәне. Ана шундайҙар килеп эләгә ине ҡулыма. Ә миңә ижад юлы башында, холҡома күрә, тап шундайҙар кәрәк тә! Яҡшы тауышлыларҙы алырға ҡыймай инем. Барыһын да аҡ ҡағыҙҙан башлап, аҙаҡ ныҡышмалы хеҙмәтеңдең емешен күреү үҙе бәхет бит! Ә бының өсөн педагогтан йырсының эстәге моңон тойоу, ишетеү, бөтөн күңелен биреп эшләү талап ителә. Уҡыусыһының да уны аңлауы мөһим. Ғөмүмән, берҙәм эш ул йырсы әҙерләү. Әлбиттә, һәр кемгә һөнәрҙе тәбиғәттән бирелгән һәләткә ярашлы һайлау зарур. Уҡып ҡына йырсы ла, уҡытыусы ла булып булмай. Йырларға өйрәткән педагогка иң ҙур талап – кешенең тауышын боҙмау. Медицинала “Зарар килтермә!” тигән принцип бар бит, был төшөнсә сәнғәткә лә ҡағыла. Уҡыусыны үҙеңдең нисек йырлауыңа таянып ҡына өйрәтеп булмай. Кешеләрҙә бармаҡ эҙҙәре ҡабатланмаған һымаҡ, тауыш аппараттары ла төрлөсә. Педагог уны тоя, ишетә белергә, өйрәнергә, үҫтерергә тейеш. Уҡытыу менән йырлау араһында айырма ифрат ҙур. Аллаға шөкөр, академияла студенттарҙың тауышын боҙған педагогтар юҡ. Ә был үҙе үк – ҙур ҡаҙаныш.
– Йырсының яҙмышы уҡытыусының ҡулында, тиһегеҙ?
– Һис шикһеҙ. Үҙемә ифрат һәйбәт, ғилемле, һәләтле педагогтарҙан белем алыу бәхете тейҙе. Шулай ҙа, минеңсә, вокал уҡытыусың берәү булырға, ул һине бер йүнәлеш буйынса үҫтерергә тейеш. Юғиһә йырсының үҙ юлынан тайпылыуы, “тармаҡланыуы” ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай осраҡтар ҙа була: уҡыу йортонда яҡшы ғына белем алған ҡайһы бер студенттарҙы сәхнәлә бөтөнләй башҡаса “тәрбиәләй” башлайҙар, башын бутайҙар. Һөҙөмтәлә ҡотҡоға бирелгән йәштәр тәғәйен йүнәлешен, формаһын юғалта.
Алтмыш йыл эсендә үҙемдең ҡул аҫтынан күпме уҡыусы үткәнен һанағаным булманы. Күп, бик күп улар. Йөрәгемдә һәр береһенең үҙ урыны бар. Барыһы ла күңелдә ниндәйҙер эҙ, яҡты иҫтәлек, йә яра ҡалдырған... Радик Гәрәев... Быйыл март аҙағында уға 59 йәш тулған булыр ине. Талантлылар ҙа, сибәрҙәр ҙә, моңлолар ҙа тыуыр ул. Тик ошо сифаттарҙы бергә туплаған Радик Гәрәевкә генә алмаш булмаҫ. Ундағы һәләт, моң, дарман!.. Әрәм генә булды уҡыусым... Күптән түгел уның хаҡында бер нисә бит хәтирә лә яҙҙым әле. Алтмыш йыллығын билдәләгәндә, бәлки, кәрәк тип табырҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәхестәрҙе түңәрәк датаһы ваҡытында ғына иҫкә төшөрөп алыу ғәҙәткә ингән бит...
В. Поляков, Х. Ишбулдин, Р. Кучуков, И. Смаҡов, Абдразаҡовтар, Ф. Сәғитова, Ә. Кәримова, В. Копытов, З. Байбурина, С. Мишурис, З. Мөхәмәтдинова, М. Алкин, С. Волков, В. Храмов, Н. Воробьева, И. Ғәлиева, С. Хәйруллин, И. Ғәзиев, В. Хызыров, Ф. Ғәлиәскәрова, С. Асҡаров, Р. Бәшәров, В. Мостафин, Н. Маслова, В. Белов, Ә. Ҡәйүмов, Д. Иҙрисова, Д. Хөсәйенова... Һәр береһенең яҙмышы – үҙе бер моң. Уҡыусыларымдың күбеһенең республикала ғына түгел, ситтә танылыу табып, Башҡортостандың данын донъяға таратыуы менән сикһеҙ ғорурланам. Бер йырсыны ғына әҙерләү өсөн дә күпме йөрәк көсө, хис-тойғо, һаулыҡ китә бит. Ә мин һәр саҡ ошо тынғыһыҙ моң мөхитендә ҡайнап йәшәнем. Ноталар килеп сыҡмаған осраҡта бының сәбәбе хаҡында төндәр буйы уйланып ятыр инем. Ифрат ауыр, яуаплы эш бит ул уҡытыусылыҡ. Етмәһә, минең холоҡтағы талапсанлыҡ та өҫтәлһә... Эшем тормошомда төп урынды биләне, тын алышым булды. Ғаиләмә лә иғтибар етмәй китер ине. Был йәһәттән иремә ҙур рәхмәтлемен, ул миңә лә, балаларға ла ныҡлы терәк булды.
“Уҡыусыларым ошо фиҙакәрлегемде аңланымы икән?” тип уйлайым хәҙер. Төрлөһө булғандыр, әлбиттә. Шулай ҙа яҡшы күңеллеләрҙең күберәк икәнлегенә иманым камил. Көн дә кемеһенәндер шылтыратыу ҡабул итәм, яныма килеп йөрөгәндәре лә байтаҡ. Хәлемде белешәләр, кәңәш һорайҙар, уй-теләге, серҙәре менән уртаҡлашалар... “Бирешмә, Миләүшә апай!” тигән дәртләндереү һүҙҙәре күңелемде күтәреп ебәрә. Ошондай хәстәрлекле уҡыусыларымдың күбеһе – үҙҙәре уҡытыусы булып эшләгән кешеләр. Был хеҙмәттең ни тиклем ауыр, бала яҙмышы өсөн әһәмиәтле икәнен белә бит улар! Ә ҡайһы берҙәр барлыҡ ҡаҙанышын тик үҙенеке тип аңлай...
Былтыр сентябрҙә эштән китергә тура килде. Күңелемдең шул ваҡытта нисек ғазапланғанын һүҙ менән аңлатыу мөмкин түгел. Ныҡ ҡыйын булды, бейек тауҙан йығылып төштөммө ни! Ниңә элегерәк китмәнем икән, бәлки, еңелерәк тә кисерер инем, тип үҙемде һорауҙарға күмдем. Шулай ҙа, икенсе яҡтан уйлап ҡарағанда, был йәһәттән барлыҡ кешегә дәрес бирҙем: эштән үҙ ваҡытында китергә, кире осраҡта һуңғы көндәргә ҡәҙәр хеҙмәт итергә кәрәк.
Дәрестәрһеҙ, уҡыусыларһыҙ тормошома яйлап яраҡлашам. Әйтеп үткәнемсә, Радик Гәрәев тураһында хәтирәләремде ҡағыҙға төшөрҙөм. Бер аҙ үҙемдең тормошом хаҡында ла яҙҙым. Шулай әкренләп хәтер йомғағын сисеү менән мәшғүлмен.
– Бөгөнгө сәнғәткә, йәш йырсыларға ниндәй ҡараштаһығыҙ?
– Заман ауырыраҡ булһа ла, сәнғәт иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, ҡыҙыҡлы проекттарға гранттар бирелә. Ләкин, минеңсә, сәнғәттең торошо заманға бәйле булырға тейеш түгел. Уны рухлы, эшен мөкиббән, ихлас яратҡан кешеләр үҫтерә. Шул осраҡта йыр-моңобоҙ өҙөлмәҫ, йондоҙҙар ҡабыныуҙан туҡтамаҫ.
Элек, әйтеп үткәнемсә, талантлыларҙы райондар буйлап йөрөп йыя торғайныҡ. Ә хәҙер улар беҙҙе үҙҙәре килеп таба. Ә тауыштары ниндәй һуң! Ғәжәп бай, матур, хайран ҡалмалы! Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай талантҡа эйә йәштәрҙең байтағы тауышын һаҡламай. Академик йырсы булыу – бик ҡатмарлы эш. Тауышты училищела, академияла белем алған ваҡытта ғына түгел, ғүмер буйы формала тотоу мөһим. Спортсы көн дә күнекмә яһамаһа, тиҙ арала сафтан сыға бит, йырсы ла шулай. Еңел генә сығыштар менән тиҙ арала билдәлелек яулап аҡса эшләгәндәр ҙә байтаҡ хәҙер. Ә академик йыр һөҙөмтәне тиҙ бирмәй, ваҡыт кәрәк.
Ғөмүмән, академик сәнғәт, халыҡ йыры бер ваҡытта ла үлмәйәсәк. Уларҙың ниндәйҙер ваҡытҡа үҫеүҙән туҡтаған мәлдәре булды, әммә барыһы ла кире яйға һалынды. Башҡорт халыҡ йыры ла һис ҡасан өҙөлөп ҡалмаясаҡ. Бындай илаһи моң бер ҡайҙа ла юҡ. Иманым камил: уны өйрәнәсәктәр, үҫтерәсәктәр, күтәрәсәктәр әле. Башҡорт халыҡ йырындағы моң, уй, тәрәнлек быуаттар төпкөлөндә аҙашып ҡалмай, киләсәктә лә күңелдәрҙе юғарылыҡҡа әйҙәп йәшәр.
Ә бөгөнгө илке-һалҡы йырҙар ундай һынауҙы үтә алыр инеме?.. Сәнғәт өлкәһенә “шоу” тигән төшөнсәнең килеп инеүенә лә шик менән ҡарайым. Уны еңеллектең бер сағылышы тип ҡабул итәм. Өҫтәүенә төрлө конкурстар шаҡтай күбәйҙе.
– Заманында һеҙҙең уҡыусыларҙың ҙур бәйгеләрҙә юғары уңыш ҡаҙанғаны хаҡында беләбеҙ...
– Еңеүҙәрем бик иртә башланды. Мәҫәлән, Ҙур театрҙа иң беренсе булып минең уҡыусым Володя Поляков сығыш яһаны. Унан һуң – Асҡар Абдразаҡов. “Гран-при” тигән һүҙ Өфөлә булмаған саҡта әле уҡыусым Радик Гәрәев тәүгеләрҙән булып Сочиҙа ҙур конкурстан төп бүләкте яулап ҡайтты. Ә бөйөк ЛаСкала театрында беҙҙән кем беренсе булып сығыш яһаны? Илдар Абдразаҡов! Донъя тамашасыһы башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты хайран ҡалып тыңланы бит! Ләкин был уңыштарға халыҡ иғтибарын йәлеп иттермәҫкә, йомоп ҡалырға тырыштым. Хәҙер уйлайым да “дөрөҫ эшләгәнмен” тигән фекергә киләм. Юғары бейеклекте һәр уңышың хаҡында яр һалып яулап булмай ул. Ғөмүмән, һәр эштә талантлылыҡ, сама белеү мөһим. Һәр өлкәләге хеҙмәт халыҡ өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Мәҫәлән, туған телде үҫтереү эшенә килгәндә лә, уны мауыҡтырғыс итеп, талантлы башҡарыу зарур. Рәсмилектән, күңелһеҙлектән, бер төрлөлөктән ҡасырға кәрәк. Шул ваҡытта һөҙөмтә лә буласаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошобоҙҙа рәсмилек күбәйҙе. Хатта сәнғәтте лә ҡағыҙға күмеп ташланылар. Унда нимә яҙылыуына ҡарап, кешегә баһа бирәләр. Дөрөҫмө был? Ижади эшләргә ваҡыт ҡаламы һуң? Минеңсә, талантлы итеп тотонғанда, ошондай шарттарҙа ла юғары ҡаҙаныштарға өлгәшергә, һөнәреңдең уртаһында ҡайнап эшләргә мөмкин. Иң мөһиме – башҡарған хеҙмәтеңде, үҙеңде уратып алған кешеләрҙе яратырға кәрәк. Шулай уҡ үҙ урыныңды белеү шарт. Ҡайһы саҡта хәтер ебен һүтеп ултырам да, теге саҡ авиация институтын һайлау кәрәккәндер, бәлки, тип уйлап ҡуям. Инженер булып, параллель рәүештә йырлап та йөрөй алыр, сәхнәлә танылыр инем кеүек. Аллаһ Тәғәлә миңә уҡытыусы юлын һайларға яҙғандыр...
– Аллаһ Тәғәлә тигәндәй, дингә ҡарашығыҙ нисек?
– Бик һәйбәт. Иман әҙәм балаһын дөрөҫ юлдан йөрөтә, күңеленә зарар килтермәй. Хәлем булғанда мәсеткә йөрөнөм. Моң, ихласлыҡ мөхите ул. Ҡөрьән аяттарын кемдең – ысын күңелдән, кемдең битарафлыҡ менән уҡығанын шунда уҡ һиҙәм. Динде белгән кеше башҡаларҙан айырылып тора ул. Һәр ерҙә бит ихласлыҡ өҫтөнлөк итә. Рәсмилек иһә барыһын юҡҡа сығара. Күпте белгән, динде лә, сәйәсәтте лә яҡшы төшөнгән аҡыллы диндарҙарҙы ихтирам итәм.
- Еңеү көнөн ниндәй тәьҫораттар менән ҡаршылайһығыҙ?
- Әйтеп үткәнемсә, Бөйөк Ватан һуғышы минең дә, яҡындарымдың да яҙмышына туранан-тура йоғонто яһаны. Хәрби заводта эшләгән кеше булараҡ, “Һуғыш ветераны” тигән танытмам да бар. Күптән түгел Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан миҙал бирҙеләр. Был көндә йыл да ҙур иғтибар тоям. Ошо бөйөк байрам рәсми рәүештә түгел, ә ысын күңелдән үткәрелһен ине, тип теләйем. Ихласлыҡты тойоу кинәнес бирә бит.
Һуғыш, шул осорҙа кисерелгән ғазаптар, ир-ат ҡаһарманлығы, сабырлыҡ, өмөт, ышаныс хаҡында йырҙар байтаҡ беҙҙә. Уларҙың моңо күпме быуынды илһөйәр итеп үҫтерҙе! Ә еңел-елпе йырҙар менән йәмғиәтте тәрбиәләп булмай ул.
Таланттарҙы үҫтерергә кәрәк. Уңыш ҡаҙанһа, уларҙың күңеле лә бөтөн, яҡты була. Кешегә күп кәрәкме һуң? Бына миңә, мәҫәлән, әлеге бер бүлмәле фатирым баштан ашҡан. Ҙур-ҙур һарайҙар, байлыҡ нимәгә кәрәк һуң ул? Бындай ҡомһоҙлоҡ үҙ юлыңды таба алмауҙан, күңелдең бөтөн булмауынан барлыҡҡа килә. Ә тәбиғәттән һалынған һәләтен үҫтергән, унан кинәнес алып, халыҡҡа кәрәкле булып йәшәгән кеше рухи ҡиммәттәрҙе һәр нәмәнән өҫтөн ҡуя. Мин уҡыусыларыма тап шундай һуҡмаҡ һалырға тырыштым.
Дилбәр ИШМОРАТОВА әңгәмәләште.






Вернуться назад