Болот ала, яуын ҡала22.04.2015
Мөхлис ағайҙың әйтеүенсә, шул тамуҡ хәтерҙә яңырһа, серем итерлек тә тәҡәт ҡалмай. Утлы дауыл эсендә йөрөгән ай эсендә пулемет расчетындағы ете кешенән Шакиров ҡына иҫән ҡала. Тере, әммә ауыр йәрәхәт менән. Сталинград эргәһендә ҡамауға эләккән Паулюс армияһын дөмбәҫләгән саҡта, ҡырҡ өсөнсөнөң ғинуарында була ул хәл. Ҡарҙа ыҙғар һыуыҡта инде туңып үлә тигән пулеметсыны бер танкист шәйләп ҡалып, госпиталгә килтереп тапшыра. “Даланы” шулай булғандыр, Мөхлисте операция өҫтәленә һалғанда госпиталдә наркоз бөткән. “Әҙәм тыуыуына ышана, үлеменә ышанмай”, тиһәләр ҙә, тәҡәтһеҙ һыҙланыуҙан теге донъяны күргәндәй булдым”, — тип, Шакиров ағай күптән уңалған яраһын, ирекһеҙҙән, йәнә усы менән ҡаплай.
Яу йылдары, Бөйөк Ватан һуғышының һәр көнө тарихсыларҙың иләге аша мең тапҡыр үткәрелгәндер, ижад кешеләре өсөн тормошобоҙҙоң ошо иң ҙур фажиғәһе әҙәм балаһының кемлеген һәм нисек булырға тейешлеген күрһәтеү критерийы булғандыр. Һуғыштың һәр мәле хәҙер көллөбөҙгә мәғлүм һымаҡ тойолһа ла, ул хатта махсус тикшеренеүселәр, шул ғәрәсәтте үткән кешеләр өсөн дә асылып бөтмәгән донъя булып ҡала. Мөхлис Баҙиҡ улы кеүек һәр һалдаттың фронттағы көнөн, аҙымын, уйҙарын, ҡайғы-ҡыуаныстарын зиһен һәм күңел күҙе аша үткәреү әмәле булһа! Бына мин Шакировтың, тәүге йәрәхәтенән күтәрелә алып, Украина, Белоруссия, Балтик яны республикалары аша үтеп, Польша һәм ахырҙа Германияға барып етеүен үҙем дә һиҙмәҫ ғафиллыҡ менән ҡағыҙға төшөрәм. Тотанаҡлы ир булараҡ, Мөхлис ағай яу көндәрендә ниҙәр уйлағанын бөгөн түгеп бармай, һуғышты күрмәгәс, ни ҡәҙәре генә көсәнһәм дә, уның язаһын бөтөн теүәллеге менән йөрәк аша үткәрә алмайым. “Һуғыш тураһында, мырҙам, фронтовиктар ғына ысынбарлыҡты яҙа ала”, — Хәким Ғиләжев ағайҙың әйтеп ҡалдырғанын онотаһы түгел.
Өлкән лейтенант, пулеметсылар ротаһы командиры Шакиров өсөн һуғыштың иң зәһәре Германияның Шпремберг ҡалаһында тамамланған һымаҡ. Шпремберг Берлиндан көньяҡ-көнсығыштараҡ һәм һуғыштың ахырғы һөжүм итеү операциялары картаһын ҡараһаң, иҫ-аҡылың китерлек. Беҙҙең төрлө ғәскәрҙәр армиялары, бер ташҡын булып, фашистар көсөн көнбайышҡа этеп бара. Тиҫтәләрсә мең танк, күк көмбәҙен болот ише ҡаплаған самолеттар менән ҡоралланған ун бер миллионлыҡ армияға, хәйер, ни хикмәт менән ҡаршы тормаҡ кәрәк?
Ысыҡ, ҡандан еүешләнде ерем,
Шашҡан пулеметтар туҡталды.
Окобынан аяғүрә тороп,
Еңгән һалдат алға уҡталды.
Күкрәгенә һыймай типте йөрәк,
Шыбырланы ҡанлы ирендәр:
Бөттө мәхшәр... Умырзая ҡалҡа
Снарядтар иҙгән еремдә...
(Алексей Сурковтың “Еңеү иртәһе” тигән шиғырынан Ирек Кинйәбулатов тәржемә иткән юлдар).
Тамам. Әжәл урағы һынды. Ҡурғаш урынына күктән, бәлки, бынан ары шифалы ямғыр ғына һибәләр? Аллаһу Тәғәлә йәшәү өсөн бар иткән Ерҙә ғазазил хакимлыҡ ҡылырға тейеш түгел бит инде. Һуғыш тыныу менән һалдат йөрәгенең ни теләп ярһығанын аңлатып та булмайҙыр. Илгә... Өйгә... Яҡындарым эргәһенә... Йәһәтерәк!
Ләкин ашыҡҡандың арбаһы аҡрын тәгәрәй шул. Йәнә лә хәрби кеше үҙенә үҙе хужа ла түгел.
Шулай ҙа Дәүләт оборона комитеты 1945 йылдың 14 июнендә демобилизацияға бәйле сараларҙы ҡарай. Тағы туғыҙ көн үтеүгә СССР Юғары Советы сессияһы ошо мәсьәлә буйынса закон ҡабул итә. 1945 йылдың 10 июлендә Совет Армияһынан демобилизацияланған яугирҙәр ултырған тәүге поезд Берлиндан тыуған илгә ҡарай юллана.
Мөхлис Шакировтың әрменән аҙаҡ тыныс хеҙмәткә сумырын белгәнгә, ошоға ҡағылышлы дөйөм бер нисә һан килтерәйем. 1948 йыл башына демобилизация, нигеҙҙә, тамамлана, 8,5 миллион яугир армия сафын ҡалдыра. Халыҡ хужалығына ифрат күп техника һәм бүтән мөлкәт ҡайтарып бирелә. Ҡыҫҡаһы, 1946 йылдың сентябренә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы 150 меңгә яҡын автомашина, бер миллиондан күберәк ат ала. Транспорт авиацияһы частары граждандар һауа флотына, 1500-ҙән ашыу транспорт һәм балыҡсылыҡ суднолары төрлө пароходство һәм ведомстволарға ҡайтарыла.
Ә йәш офицер Мөхлис Шакировты ҡайтармайҙар ҙа ҡайтармайҙар. Төрлөһөн уйлай егет. Баҡтиһәң, уның хеҙмәте тамамланмаған икән. 17 июль менән 2 август араһында, Берлинға яҡын ғына Потсдам ҡалаһында, донъяның һуғыштан аҙаҡҡы ҡоролошон билдәләгән халыҡ-ара конференция үтә. Бындай ваҡиғаларҙың ҡасан һәм ҡайҙа уҙыры, кемдәр ҡатнашыры ябай кешегә, әлбиттә, мәғлүм булмай. Ошондай ҙур, тарихи ғәмәлдәргә аҙ ғына мөнәсәбәтең дә һуңынан ғына беленә. Шуға Мөхлис Шакиров менән уның 74 һалдатын Берлин янындағы тимер юлдың бер участкаһына ҡарауылға ҡуйғанда, һаҡтың дәүләт, юҡ, хатта халыҡ-ара әһәмиәтендә булыуы һис кемдең дә уйына килмәгәндер. Уҙыр составтарҙың ябай ғына түгеллеген, тәртиптең бик ҡәтғи булырға тейешлеген командирҙарға аңғартҡандар, әлбиттә. Унан һуң, һуғыш-атыштарҙың тыныуына бына ғына. Берлиндың үҙендә лә, тирә-яҡта ла еңелеүен танырға теләмәгән баймабаштар, шәт, табылыр ине. Аллам һаҡлаһын!
Һалдаттың бурысы — хеҙмәтте атҡарыу, ҙур кешеләрҙең эше — һүҙ беркетеү. Әлеге конференция ла, килешмәгән урындарын ямап, имен-аман уҙып китте. Мөхлис Шакировҡа ла ҡайтыу яғын ҡарарға ваҡыттыр. Булһа ла, уныһы ла командование хөкөмөндә.
Сталинградтан һуң тағы өс мәртәбә йәрәхәт алып та сафта ҡалған, күкрәге шау орден-миҙалда булған, егерме икенсе йәште генә ҡыуған офицерға ҡарата командирҙарҙың ниәте, хәрбиҙәрҙә ғәҙәтләнгәнсә, тиҙҙән бойороҡ рәүешендә кәүҙәләнгән. Мәсьәлә шунда: теләһә ниндәй яу үткән урында, партизандар отрядтары йә ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәттәре, бик булмаһа, ҡәҙимге енәйәтсе-бандиттар рәүешендә һуғышты йәшертен дауам итеүселәр ҡала. Әгәр Балтик буйы республикаларында Икенсе донъя һуғышынан һуң “Урман ҡәрҙәшлеге” (“Лесные братья”) ҡораллы отрядтары террорлыҡ, енәйәтселек юлынан китһә, Көнбайыш Украинала уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ хасил булған Украина милләтселәре ойошмаһы үҙ алдына тәүҙән сәйәси маҡсаттар ҡуйған. Ошо ойошманың лидеры Степан Бандера эшмәкәрлегенең башында Польшанан да, Совет Рәсәйенән дә бойондороҡһоҙ украин дәүләтен төҙөргә ниәтләгән. Немецтар илебеҙгә баҫып ингәс, 1941 йылдың июнендә Львов ҡалаһында Украинаның мөстәҡиллеген иғлан итеү шуны раҫлай. Ләкин был сәйәси ғәмәл фашистар тарафынан тыуып өлгөрмәҫ элек үк тонсоҡторола, һәм Бандера ойошторған Украина ихтилали армияһы (УПА) тәүге осорҙа фашистик баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшә. Украинаны һәм уның көнбайышын немец ғәскәрҙәренән Ҡыҙыл Армия таҙарта килә, ә украин милләтселәре бар көсөн уға һәм Совет власын нығытыуға ҡаршы йүнәлтә. Украина ихтилали армияһы тора-бара етди көскә әйләнә һәм 1944 йылдың көҙөнә 20 мең кешегә етә.
Мөхлис Шакировтың хәрби яҙмышында мәңге һаҡланыр хәтер ҡалдырған ошо осорға ниңә төпсөрләп туҡталыуым артабан аңлашылыр ул. УПА отрядтары, дөйөм алғанда, Көнбайыш Украинала төйәкләнгән һәм хужалыҡтарын күмәкләштереүҙән ҡурҡҡан крәҫтиәндәрҙең яҡлауына таянған. Күрше Польша менән Чехословакия властарының украин милләтселәренә либераль мөнәсәбәте ихтилалсыларға НКВД-МГБ ғәскәрҙәренең эҙәрлекләүенән ҡасып, шул илдәргә сығып йәшеренергә мөмкинлек биргән.
СССР Хөкүмәте ошо мәсьәлә буйынса Польша менән Чехословакияға баҫым яһап, 1947 йылдың 17 майында килешеү имзаланғас ҡына, хәл ыңғайға үҙгәрә башлаған. Килешеүгә ярашлы, Польша хөкүмәте, ихтилалсыларҙы базаларынан мәхрүм итеү өсөн, ошондағы украин милләтле кешеләрҙе илдең төньяҡ-көнбайышына күсерә. Чехословакия хөкүмәте иһә дәүләт сиген нығытыу сараларын күрә. Әммә ихтилалсыларҙың ҡаршылыҡ күрһәтеүе 1950 йылдарҙың башында ғына тамам һындырыла. Көнбайыш Украинала милләтселек хәрәкәте менән ҡораллы көрәш тураһында ғилми тикшеренеүҙәр, әҙәби әҫәрҙәр, кинофильмдар аша бер ни ҡәҙәр хәбәрҙарбыҙ ҙа кеүекбеҙ. Ғүмер үтә килә, милли-азатлыҡ хәрәкәттәренең төрлө рәүеш алыу ихтималын да аңлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта украин милләтселеге тамырҙарының ниндәй һуттарҙан йәшәү ҡеүәте алыуын күрмәгәнбеҙ һәм хәҙер, ошо хәрәкәт Рәсәйгә дошмансыл хәүефле көскә әүерелгәс, стратегик хатаны төҙәтеү ҡиммәткә төшәсәк.
Сәйәсмәндәрҙең яңылышлығын ҡан һәм кеше ғүмере менән түләү бер бөгөн генә хасил булған күренеш түгел. Әлеге бандеровсыларға ҡаршы көрәш тарихы — быға дәлил. Йәш коммунист, боевой офицерға Эске эштәр халыҡ комиссариаты етәкселәренең күҙе төшөүен аңларға була. Советтар Союзына һуғыш алдынан ғына ҡушылып, бер нисә йыл дошман аҫтында булып, йәнә СССР сиктәрендә йәшәйәсәк көнбайыш өлкәләр халҡының һәммәһенең дә яңы хакимлыҡты афаринлап, икмәк-тоҙ менән ҡаршыламағаны мәғлүм. Совет власына ҡаршы ҡорал күтәргән дә, аҫтыртын эшләгән кешеләр ҙә күп булған. Ғәскәрҙәрҙең яу яланында йөҙгә-йөҙ килеп осрашыуы — бер. Уларҙың ҡасып-боҫоп эш иткән көс менән көрәшеүе — икенсе мәсьәлә. Украин милләтсе ихтилалсыларының ҡаршылығын еңеү өсөн НКВД ғәскәрҙәре генә етмәй, регуляр армия частарының ярҙамы ла кәрәк була.
— Украинала ул ваҡытта хәл, ай-һай, болоҡһоу ине, — тип Мөхлис ағай хәтирәләрен Карпат тарафтарына йүнәлтә. — Кременец, Тернополь яҡтарында Совет власы органдарын тергеҙеү өсөн ғәмәлдә һуғыш хәрәкәттәре алып барырға тура килде бит. Көндөҙ, мәҫәлән, ауыл Советына рәйес тәғәйенләп китәһең, төн эсендә ул бахырҙы йә аталар, йә аҫалар. Был да һуғыш ине, ул немецтарға ҡаршы көрәштән дә ауырыраҡ булғандыр. Бер яҡтан, һин урындағы халыҡты ҡурсаларға тейешһең, шул уҡ ваҡытта бандподпольеның ошо халыҡтан ярҙам алыуын да беләһең, ә ҡорал ҡуллана алмайһың.
(Дауамы. Башы 75-се һанда).