ИҒЛАН22.04.2015
1 майҙа, мосолмандарҙың иң оло байрамы йома көнөндә, Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы Нарыҫтауҙа — Сәхәбәләр мәсетендә республикабыҙ мосолмандары саҡырыуы буйынса килгән бөтә донъяға билдәле ғалим, солтан-әүлиә, шәйех Мәхмәт хәҙрәттәре менән бергә йома намаҙы үткәрелә. Сөхбәттән һуң Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) сәхәбәләре Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахмандың мәҡәменә зыярат ҡылып, аҡшам намаҙын Өфөлә, Туҡай урамындағы беренсе йәмиғ мәсетендә уҡыу ниәтләнә.
2-3 майҙа ҡунаҡтар Асҡын һәм Тәтешле яҡтарына сәфәр ҡыласаҡ. Сараларҙа Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин хәҙрәт ҡатнаша.
Тулыраҡ мәғлүмәтте nakshbandi.ru сайтында таба алаһығыҙ.

Ойоштороу комитеты.



Вернуться назад