Урманға сыҡһаң, һаҡ ҡылан!22.04.2015
Башҡортостанда янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелдең башланыуы хаҡында иғлан ителде. Ҡар иреп бөтөү, һауа температураһының йылыныуы һөҙөмтәһендә урмандарҙа янғын сығыу хәүефе артҡандан-арта.

Урмансылыҡтарҙағы территориаль бүлек етәкселәренә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешенә контролде тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде. Әле төбәктә 31 янғын-химик станцияһы иҫәпләнә. Участка урмансылыҡтарындағы 242 пунктта янғын һүндереү ҡорамалдары тупланған.
Былтыр республика урмандарында 49 янғын сығыу осрағы теркәлгәйне, шуларҙың туғыҙы — ҡуртымға алынған биләмәләрҙә. Ут ялмаған дөйөм майҙан 184 гектарҙан ашыу тәшкил итә.





Вернуться назад