С. М. Михалев22.04.2015
С. М. МихалевБашҡортостандың спорт йәмәғәтселеге, “Салауат Юлаев” хоккей клубы көйәрмәндәре ауыр юғалтыу кисерҙе. 2015 йылдың 21 апрелендә Башҡортостан хоккейы ветераны, танылған хоккей белгесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Михайлович Михалев 67 йәшендә фажиғәле һәләк булды.
С.М. Михалев 1947 йылдың 5 октябрендә Силәбе өлкәһенең Шершни ҡасабаһында тыуған. Спорт карьераһын 1966 йылда Силәбеләге “Буревестник” студент хоккей клубында башлай. 1970 йылда уны Өфөгә, “Салауат Юлаев” хоккей клубына саҡыралар. Бында ул 1977 йылға тиклем сығыш яһай. Уйынсы карьераһын һәм 1979 йылда Юғары тренерҙар мәктәбен тамамлағас, тренерлыҡ эшенә күсә. 1987—1990 йылдарҙа “Салауат Юлаев” оҫталар командаһының баш тренеры була.
1989 йылда СССР-ҙың йыйылма студенттар командаһына етәкселек итә. Уның тырышлығы менән Универсиаданың көмөш призеры булалар. 1990—1999 йылдарҙа С.М. Михалев — Тольяттиҙың “Лада” хоккей клубының баш тренеры Г. Цыгуровтың ярҙамсыһы. Команданың Милләт-ара хоккей лигаһында ике тапҡыр чемпион исемен яулауында (1994, 1996), шулай уҡ көмөш призер булыуында уның өлөшө ғәйәт ҙур. 1999 — 2005 йылдарҙа Сергей Михайлович — Рәсәй чемпионаттарының бронза һәм көмөш призеры булған Череповецкиҙың “Северсталь” командаһы, 2000 йылда Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһының баш тренеры, 2000 йылда — милли йыйылма команданың баш тренеры ярҙамсыһы. 2006 йылда иһә — донъя чемпионатының көмөш призеры булған Рәсәй йәштәр йыйылма командаһында баш тренер.
2005 йылдың ноябрендә С.М. Михалев “Салауат Юлаев”тың баш тренеры вазифаһына әйләнеп ҡайтҡас, 2007-2008 йылғы миҙгелдә команда Өфө клубы тарихында тәүге тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яулай.
2009 йылдың октябренән Сергей Михайлович Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һына етәкселек итә. Киләһе йылдың декабрендә “Лада”ның спорт директоры итеп тәғәйенләнә. 2011 йылдың майында С.М. Михалев “Салауат Юлаев” хоккей клубына баш тренер булып ҡайта. 2013 йылдың апреленән “Лада”ның генераль менеджеры булып эшләй. Быйыл февралдән “Салауат Юлаев” клубына спорт мәсьәләләре буйынса генераль директор итеп тәғәйенләнә, клуб идараһына индерелә.
Хоккейҙы үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн быйыл ғинуарҙа Сергей Михалевтың исеме Рәсәй хоккейы даны залында урын ала. Ул — “Тренер золотой мечты” китабының авторы.
Сергей Михайлович тренерҙар мәктәбендәге иң сағыу вәкилдәрҙең береһе булды. Ул һәр саҡ юғары профессионализмы, ойоштороу һәләте, рух күтәренкелеге менән айырылып торҙо. С.М. Михалев Башҡортостанда хоккей мәктәбен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уға “РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры”, “СССР-ҙың спорт мастеры”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн”, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендары менән бүләкләнгән.
Һоҡланғыс кеше, ҙур профессионал һәм талантлы тренер Сергей Михайлович Михалев хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, С.А. МОЛЧАНОВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, М.Ш. МӘҺӘҘИЕВ, А.И. ИВАНЮТА, И.И. ЯЛАЛОВ, А.В. СЕМАК, Ю.Л. ПУСТОВГАРОВ, В.В. БЫКОВ, Н.М. ЗАВАРУХИН, Л.П. МАКАРОВ, Г.А. КАЗАКОВ, Р.А. МУРДУСКИН.


Вернуться назад