Йондоҙ кеүек атылды…14.02.2012
Йондоҙ кеүек атылды…Бөгөн күренекле дәүләт эшмәкәре һәм ғалимИлдар Ғимаевҡа 50 йәш тулған булыр ине
Кеше ғүмеренең һиммәте оҙаҡ йәшәүҙәме, әллә Хоҙай биргән ҡыҫҡа ғына фани тормошто нисек үткәреүҙәме? Был мәсьәлә, бәлки, бәхәслелер ҙә. Әммә был донъяла яҡты эҙ ҡалдырып киткән шәхестәрҙең иҫтәлеге тиҫтә йылдар, хатта быуаттар үткәс тә онотолмай.
Республикам, халҡым тип йән атып йәшәгән, хәҙерге Башҡортостанды үҫтереүгә тос өлөш индергән шундай шәхестәрҙең береһе Илдар Рәйес улы Ғимаев ине. Бишбүләк районының Айыт ауылында тыуып үҫкән егет ябай слесарҙан алып республика кимәлендәге етәксегә ҡәҙәр данлы хеҙмәт юлы үтте. Совхоз директоры, район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, район хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе… Ниндәй генә вазифаны башҡармаһын, Илдар Рәйес улы һәр ҡайҙа ла үҙ эшенә үтә яуаплы ҡарауы, намыҫлы булыуы, сәйәси-ижтимағи, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе төплө белеүе менән айырылып торҙо. Юғары вазифа биләүгә ҡарамаҫтан, ул бер ҡасан да танауын күккә сөймәне, һауаланманы, киреһенсә, ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ябай, итәғәтле һәм кешелекле булып ҡалды.
Илдар Рәйес улы кеүектәр тураһында ҡаратырыш тип әйтәләр. Ул үҙе лә ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләр ине, ҡул аҫтындағыларҙы ла эшләтә белде. Президент Хакимиәтендә хеҙмәт иткән дәүерендә уның тәҙрәһендә ут иртәнге сәғәт 7-нән киске 10-11-гә тиклем яныр ине. Дәүләт әһәмиәтендәге иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә аҡыл да, тәүәккәллек тә, тилберлек тә кәрәк. Әммә теге йәки был ҡарарҙың фәҡәт халыҡ мәнфәғәтендә ҡабул ителеүе мөһим. Был тәңгәлдә Илдар Рәйес улы һәр ваҡыт принципиаль ҡарашлы булды, уны өгөтләп тә, һалпы яғына һалам ҡыҫтырып та үҙ яғыңа ауҙарыу мөмкин түгел ине. Бер әйтһә, берәгәйле әйтә. Намыҫ уның иманы булды. Шуға ла министрҙар, хакимиәт башлыҡтары араһында ғына түгел, республика халҡы араһында ла абруйы ифрат ҙур ине Президент Хакимиәте етәксеһенең. Бер һүҙ менән әйткәндә, Илдар Рәйес улы ысын мәғәнәһендә талантлы етәксе ине. Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген камиллаштырыуға, граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләүҙе яйға һалыуға, ғөмүмән, республиканың иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә Илдар Рәйес улы тос өлөш индерҙе.
Тынғыһыҙ етәксе үҙ белемен дә даими камиллаштырыу йүнәлешендә арымай-талмай эшләне. Тыуған районына етәкселек иткәндә иҡтисад мәсьәләләре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаһа, Өфөлә иһә юридик фәндәр докторы дәрәжәһенә өлгәште. Етәксе органдарҙа бай тәжрибә туплаған ғалим 2003 йылда республиканың кадрҙар «тимерлеге» — Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры — дилбегәһен үҙ ҡулына алды. Уның ярҙамы менән заманса фекерләгән бихисап йәш етәкселәр үҫеп сыҡты.
Ә 2007 йылда Илдар Ғимаев Башҡортостан дәүләт аграр университетына етәкселек итә башланы. Энергияһы ташып торған ректор был уҡыу йортонда ла тиҙ арала ыңғай үҙгәрештәргә өлгәште. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ-үҙен аямай эшләүе, ғәзиз ҡыҙының ғүмере авиаһәләкәттә өҙөлөүе – ошо һәм башҡа сәбәптәр Илдар Рәйес улын 2008 йылдың 16 июнендә беҙҙең аранан бик иртә алып китте… Ә бит Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, республика ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, юридик фәндәр докторы, профессор Илдар Ғимаевҡа ни бары 46 йәш ине. Ул бер нисә кеше үҙ ғүмерендә башҡара алмаған эш-ғәмәлдәрҙе яңғыҙы бойомға ашырып китте. Китмәне, ә бары йондоҙ булып атылды… Был йондоҙ нурҙары уны яҡындан белгән меңәрләгән кешенең күңел күген киләсәктә лә яҡтыртып торасаҡ әле.

* * *
Бишбүләк районы үҙәгендә үҫмерҙәр араһында Илдар Ғимаев иҫтәлегенә арналған хоккей турниры үткәрелде. Ярышта Бәләбәй, Әлшәй, Миәкә райондарынан, боҙ хужалары — Бишбүләк һәм Айыт ауылдарынан командалар ҡатнашты.

Сараны асып, район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин, Илдар Ғимаев бөтә күңеле менән үҙ эшенә бирелгән яҡшы ойоштороусы, оло шәхес ине, тип билдәләне.
— Илдар Ғимаев райондың ғына түгел, бөтә республиканың үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Бишбүләк районында уның ҡатнашлығында газ үткәрелде, музейҙар асылды, үҫмерҙәр спорты өсөн бик күп эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, әле районыбыҙҙа хоккей спорты киң ҡолас ала. Тиҙҙән тағы ла бер боҙ майҙансығы асыласаҡ, — тине район хакимиәте башлығы.
Бишбүләк һәм Раевка хоккейсылары — күптәнге дәғүәселәр. Ҡағиҙә буйынса, еңеүсе команда Башҡортостан Үҫмерҙәр хоккей лигаһы чемпионатының зона этабы финалына сыға. Әлеге алышта боҙ хужалары еңеү яуланы.
Турнирҙа йәш хоккейсылар өсөн халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Денис Афиногенов оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Һалҡын көндә йыйылған тамашасылар өсөн аш-һыу әҙерләнде.
Н.ХӘМЗИН,
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад