Килешеү ҡағыҙҙа ҡалмаһын ине22.04.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Көньяҡ Африка Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы әңгәмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.


Эш шунда: Ер шарының ҡапма-ҡаршы яғында ятҡан Башҡортостан да, Көньяҡ Африка Республи­каһы ла файҙалы ҡаҙылмалары менән дан тота. Мәҫәлән, алтын табыу буйынса Көньяҡ Африка Республикаһы күптән донъяла беренселекте бир­мәй. Икенсе урында АҠШ килә. Рәсәй хәҙергә өсөнсө урында бара. Африкала алтын сығарыусы шах­таларҙың тәрәнлеге өс километрға барып етә. Шахта эсендә температура плюс 50-гә тиклем күтәрелә. Шуға күрә таусыларҙың эш ваҡыты дүрт сәғәткә тиклем ҡыҫҡартылған.
Башҡортостанда ла һуңғы йылдарҙа тау сәнәғәте күҙгә күренеп үҫешә. Бик күп юғары етештереүсәнле өр-яңы техника килде. Яңы технологиялар ҡулланы­ла. Ун йыл элекке тау эшен хәҙергеһе менән сағыштырыу мөмкин дә түгел. Шулай ҙа бөтә техниканы, тау ҡорамалдарын беҙ сит илдәрҙән — Япония, АҠШ, Финляндия, Канаданан һатып алабыҙ. Бының өсөн миллиондар сарыф ителә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тау ҡорамалдары етештереү Рәсәйҙә үҫеш алмаған. Ә тау сәнәғәте өсөн автосамосвалдар беҙгә бик кәрәк. Бүтән тау ҡорамалдарын етештереү тураһында ла етди уйланырға ваҡыт. Хәйбулла районында ғына йөҙәр йыл эшкәртерлек руда запасы ята. Тик улар бик тәрәндә, километрҙан ашыу ер аҫтына төшөргә кәрәк. Юғары етеште­реүсәнле быраулау комплекстары, тейәү-бушатыу машиналары, ер аҫты автосамосвалдары булмайынса, был руданы өҫкә сығарыу мөмкин түгел.
Әгәр эш урынынан ҡуҙғалһа, буласаҡ заводты тау сәнәғәтенә яҡыныраҡ урында – Сибайҙа, Учалыла йәки Белоретта урынлаштырыу ыңғай күренеш бу­лыр ине. Был ҡалалар хәҙер завод урынлаш­ты­рыр­ҙай булып үҫешкән, кадрҙар мәсьәләһе борсомай, иң мөһиме – унда тау эше менән таныш, ҡанына һеңгән кешеләр йәшәй.
Фәрит ӘХМӘРОВ,
тау инженеры.









Вернуться назад