Түбәялан балы шифалы22.04.2015
Түбәялан балы шифалы Әле гөрләтеп донъя көткән булһалар ҙа, Тау ауылында йәшәгән Вәлиәхмәтовтарға заманында эшһеҙлек, ҡыҫҡартыу төшөнсәләре менән күҙгә-күҙ осрашырға, көрсөктән сығыу юлдарын эҙләргә тура килә.

– Ҡарамалыла тыуып үҫтем, шунда белем алдым, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамланым. Һуңынан үҙебеҙ­ҙең ауыл мәктәбендә эшләнем, – ти Нәсимә ханым. – Көндәрҙең береһен­дә ауылыбыҙға тракторсы егеттәр симешкә урырға килде. 30 йыл бергә ғүмер иткән Рәсүлем менән тап ошо мәлдә танышып, дуҫлаштыҡ та ғаилә ҡорҙоҡ. Шул ваҡыттағы йылы хәтирә­ләргә бәйле, ул миңә әле лә “көнбағы­шым” тип кенә өндәшә. – Нәсимә апайҙың нурлы йөҙөнән бәхет­ле ҡа­тын, ихтирамлы әсә шатлығы һибелә. – Ҡәйнәмдәрҙең уңған, ты­рыш ғаилә тигән даны бар ине, ундай кешеләр йортона килен булып төшөү иңемә ҙур яуаплылыҡ һалды, – ти ул.
Ике ул үҫтереп, ең һыҙғанып донъя көтөп ятҡанда, Рәсүл ағай эшләгән совхоз бөтөрөлә, ә Нәсимә апайҙың уҡытыусылыҡ хеҙмәт йылы тулыу сә­бәпле, ир ҙә, ҡатын да аҡса сыға­нағынан мәхрүм ҡала.
Түбәялан балы шифалы– Балаларға тейешле белем би­рер­гә, артабан да йәшәргә кәрәк, шуға умартасылыҡҡа ныҡлап тотонорға ҡа­рар иттек, – тип хәтер ебен тарата Рә­сүл ағай. Был юҡтан түгел, сөнки йорт хужаһының ата-әсәһе, алда әйтеп үте­үем­сә, ҡортсолоҡ менән ихлас шөғөл­ләнгән егәрле кешеләр була.
Беҙҙең геройҙар кәсепте 30 – 50 умар­та менән башлап ебәрә, тора-бара был һанды 120-гә еткерә. 2012 йылда Нәсимә Вәлиәхмәтова етәксе­легендә­ге крәҫтиән (фермер) хужалы­ғы бар­лыҡ­­ҡа килә. Изге ниәт менән баш­лан­ған эште уңыш һағалап ҡына торғандай, оло улдары Руслан бәлә­кәй хужалыҡ­тарға Хөкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтелеүе хаҡында уҡып-ишетеп ҡалып, ата-әсәһенә был прог­раммала ҡатнашырға тәҡдим итә. Ғаилә ағзалары конкурсҡа ентекле әҙерләнә һәм 80 дәғүәсе араһында еңеп сыға.
Эшһеҙ ҡалыу сәбәпле, умартасы­лыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар иткән Вәлиәхмәтовтар ил һәм республика тарафынан берлектә булдырылған 1 миллион 600 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ була. Был көтөлмәгән бүләккә ышана алмай, бер аҙ ҡаушап та ҡала улар. Ниһайәт, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ғаиләнең эш­те атҡарыу мөмкинлектәрен, програм­ма шарттарына тап килеү-кил­мәүҙә­рен тикшергәс кенә, фатиха бирелә.
– Бәйге шарттары талап иткән бизнес-планыбыҙға ярашлы кәрәк-яраҡ, ер алып, Түбәяланда умар­талыҡ ас­тыҡ. Барлыҡ ғаиләбеҙ, хәҙер инде ике киленебеҙ ҙә ҡушылып, дәррәү тыры­ша­быҙ, умарта һанын 320-гә еткерҙек, – тип шөкөр итә Вә­лиәхмәтовтар. Ысын­лап та, аҙна буйы Өфөлә эшлә­гән Руслан, Радик улдары һәр ял һа­йын ғаиләләре менән ауылға ҡайтып, көноҙоно ҡортсолоҡ, хужалыҡ мәшә­ҡәт­тәрендә ярҙамлаша, Интернет сел­тәренән, башҡа сыға­наҡтарҙан яңы файҙалы мәғлүмәт, кәңәш туп­ларға ла өлгөрә. Улан­дарының береһе ялы мәлендә атаһы менән бергә 100 йәшник эшләгән. Пилорамдары ла бик ҡулай, ағас киптереү өсөн махсус урын да яһал­ған. Уңған ҡортсолар әйте­үен­сә, грант бирелгәс, уларҙың эше алға киткән: кәрәкле ҡорамалдар, техника, айыу теймәһен өсөн умарталыҡты кәртә­ләрлек сетка алынған.
– Үҙебеҙгә генә был тиклемде йы­рып сығыу мөмкин булмаҫ ине, Хө­күмәт бик ҙур ярҙам күрһәтте, – ти Нәсимә Вәлиәхмәтова.
Ханымдың бал менән бәйле тормошона ишаралаған ҡыҙыҡ хәтирәһе лә бар. Килен булып төшкәс тә, ҡәйнә йортонда уға ҡушылған тәүге эш соландағы батмандан бал индереү бул­ған. Һыуыҡ декабрь айында туңыңҡыраған тәмлекәсте тырышып-тырышып соҡоп һалғанда Нәсимә апайҙың күңелендә киләсәктә умарта тотоп, етеш, матур йәшәргә тигән хыял барлыҡҡа килә. Ысын йөрәктән теләп, тормошҡа ашырыу өсөн хәләл көсөңдө һалып башҡарған ғәмәл үҙ емештәрен оҙаҡ көттөрмәй – әле Нәсимә менән Рәсүл Вәлиәхмәтовтарҙың һоҡланғыс өлгөһө быны иҫбатлай. Хужабикә үҙенең ҡайны-ҡәйнәһен уңған, ғәҙел ке­шеләр тип оло ихтирам менән телгә ала.
Шулай уҡ был ғаилә район умартасы­лары ойошмаһында оҫталарға бик файҙалы ғилем-кәңәше менән ярҙам иткән хөрмәтле ир-уҙаман Фәнил Ғәләмет­диновҡа ла сикһеҙ рәхмәтле. Уның район ҡортсоларын үҫтереүгә, өйрәтеүгә ҙур өлөш индереүе, байтаҡ көс һалыуы хаҡында һөйләнеләр.
Бал етештереү өсөн мөмкинлектәр бар ҙа бит, ләкин бөгөн һәр ҡортсоно әҙерләгән тауарын аҡсаға әйләндереү, килем алыу мәсьәләһе борсой. Әңгә­мә­селәребеҙ ҙә 8-9 тонна тәшкил ит­кән табышты быйыл былтырғыға ҡа­ра­ған­да осһоҙораҡ хаҡҡа һатырға мәжбүр була, был эштә туғандары ла ярҙам күрһәтә. Вәлиәхмәтовтарҙың, башҡа умартасыларҙыҡы кеүек, бер мөһим теләк-тәҡдиме: балды ҡулай шарттарҙа күмәртәләп ҡабул итеү пункты булдырыр кәрәк.
– Көндәр буйы ал-ял күрмәй баш­ҡарған хеҙмәтебеҙҙән даими килем алып торһаҡ, дәрт тә артыр, эш тә йыр­лап барыр ине, – ти Нәсимә менән Рәсүл Вәлиәхмәтовтар. Әле улар умарталыҡ янында өй һалыу хәстәре менән мәш­ғүл, йорт-ҡуралағы малды тәрбиәләү бурысы ла бар. Йәй етер, төбәктең данлы балын етештереүсе­ләр йәнә ныҡлап эш дилбегәһенә тотонор.




Вернуться назад