Николо-Березовка ауылына килеп инеүгә урамдарҙың һәм йорт алдарының ҡунаҡ көткәндәге кеүек йыйыштырыулы, тәртиптә булыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Әлбиттә, дүрт мең самаһы кеше йәшәй торған тораҡты һәр саҡ ҡараулы тотоу ҙур тырышлыҡ талап итә. Был мөһим эш “Коммунальник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идарасы компанияһына йөкмәтелгән. Халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн үҙ иңенә теләһә ниндәй яуаплылыҡты алырға әҙер, тырыш кешеләр эшләй был предприятиела.“Коммунальник” идарасы компанияһы ун ике, ун һигеҙ фатирлы 24 йортто хеҙмәтләндерә, ҡайһы бер идарасы компаниялар кеүек, яңы йорттарҙы ғына хеҙмәтләндереү юлын һайламағандар. Уның ҡарамағындағы йорттар үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында төрлө ойошмалар тарафынан күтәрелгән, ә хәҙер төҙөкләндереү талап итә. Мәҫәлән, предприятие былтыр ике йорттоң түбәһен реконструкциялаған. Быйыл йәнә ике йорттоң түбәһен яңыртып, профнастил менән ябасаҡтар. Бер үк ваҡытта йорттарҙағы коммуникацияларҙы ла яңырталар. Үткән йылда күп ҡатлы ун һигеҙ йортта иҫкергән һыу һәм канализация торбаларын заманса пластикка алыштырғандар. Быйыл да был эште дауам итәсәктәр. Әле ағымдағы йылытыу миҙгеле тамамланмаған, ә компания алдағы ҡыш хәстәрлектәре менән йәшәй. Тиҙҙән күп ҡатлы бер йортта йылытыу системаһын яңырта башлаясаҡтар. Былтыр был эште өс күп ҡатлы йортта башҡарғандар.
Бөгөнгө иҡтисади көрсөк шарттарында энергия ресурстарына һаҡсыллыҡ иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Әйтәйек, йорттарҙа дөйөм файҙаланыу счетчиктары урынлаштырыла. Һыу иҫәпләү приборҙарын ҡуйыу инде теүәлләнеп килә.
Хәҙер йылылыҡ иҫәпләү приборҙарын урынлаштырыу буйынса ҡоласлы эш бара. Әлеге сараларҙы торлаҡ хужалары менән кәңәшләшеп, үҙ-ара аңлашып башҡарыу халыҡтың инициативаһын үҫтерә. Әйтәйек, Төҙөлөш урамындағы яңы йорттарға күсенеүселәр үҙҙәре үк йылылыҡ счетчиктары ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән.
Бөгөнгө “Коммунальник” – элекке торлаҡ хужалығы производство идараһының эшен дауам иткән предприятие. Заманында идара яуаплылығындағы бурыстар үҙенән-үҙе уларға күскән. Әйтәйек, йыл әйләнәһенә урамдарҙы ҡыйҙан, ҡышын ҡарҙан таҙартыу, сүп-сар сығарыу, урам һәм ишек алдарын төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү, ауыл зыяратын тәртиптә тотоу һәм башҡалар – барыһы ла “Коммунальник” иңендә.
Иң мөһиме – бында эште заманса ойоштора беләләр. Мәҫәлән, сүп-сарҙы йыйыу өсөн тамғалы ҡапсыҡтар эшләтеп, осһоҙ ғына хаҡҡа халыҡҡа тараталар. Сүпте шул рәүешле йыйыу һәм сығарыу осраҡлы өйөмдәр булдырмаҫҡа, әйләнә-тирәнең экологик сафлығын һаҡларға булышлыҡ итә.
Тораҡтарҙан сүп-сар сығарыу буйынса бөгөн алты ауыл хакимиәте менән килешеү төҙөлгән. Йәнә өс ауыл биләмәһе хеҙмәттәшлек итергә теләк белдергән. Шул уҡ ваҡытта сүп-сар эшкәртеү цехын асыу бурысы ҡуйылған. Буласаҡ предприятиеның төҙөлөш майҙанын әҙерләп, преслау станогын ҡайтартҡандар. Яҡын киләсәктә был ҡалдыҡһыҙ производство эшләй башлаясаҡ. Бер үк ваҡытта техника паркын яңыртыу хәстәрлеге күрелә. Һуңғы ваҡытта район хакимиәтенең ярҙамы менән “Беларусь” тракторы, күтәрткес вышкалы автомобиль һатып алынған.
Предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн һәр көн яңы хәстәрлектәр алып килә. Ҡайһы саҡ көтөлмәгән хәлдәр ҙур һынау алдына ла ҡуя. Үткән йәйҙең һуңғы көндәрендә район аша ҡот осҡос ғәрәсәт уҙҙы. Көслө дауыл һанаулы минуттар эсендә йорттарҙы, хужалыҡ ҡаралтыларын, ҡапҡа-ҡоймаларҙы емерҙе. “Коммунальник” хеҙмәткәрҙәре икенсе көндә үк ең һыҙғанып һәләкәт һөҙөмтәләрен бөтөрөргә тотондо. Ике ай дауамында ал-ял белмәй эшләнеләр. Һөҙөмтәлә райондың Янаҡтай һәм Ҡарый ауылдары яңырып ҡалды. Бер социаль-мәҙәни үҙәкте тулыһынса яңырттылар, ҡаралты-гараждарҙың түбәһен яптылар. Шул көндәрҙә фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән “Коммунальник” компанияһы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, шулай уҡ район Советының һәм хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Коллектив үҙ эшендә бар яҡлап та район хакимиәтенең һәм ауыл Советының эшлекле ярҙамына таяна. Торлаҡ фондын төҙөкләндереүгә һәм матди-техник базаны нығытыуға урындағы ҡаҙнанан финанс ярҙамы алалар.
Бөгөн бында 30-ҙан ашыу кеше эшләй. Улар халыҡҡа уңайлы көнкүреш шарттары булдырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Коллективта баш инженер Сергей Масенков, производство-техник бүлеге начальнигы Вәсил Рәҡипов, өлкән йәштә булһа ла, хеҙмәт дәрте ташып торған механизатор Рәфит Шәриповты айырыуса маҡтап телгә алалар.
– Беҙ һәр кем тормош уңайлыҡтарын тойоп йәшәһен өсөн тырышабыҙ, — ти предприятие директоры Албирт Хажиев.