Ҡыҫҡаса...22.04.2015
Мысырҙың элекке президенты Мө­хәмәт Мурси 20 йылға иркенән мәхрүм ителде. Был хөкөм язаһы уға юғары ва­зифаны башҡарғанда кешеләрҙе күп­ләп үлемгә дусар итеүе өсөн би­рел­гән. Атап әйткәндә, 2012 йылдың де­кабрендә уның сәйәсәтенә ҡаршы ки­леп, демон­с­трацияға сыҡҡандарҙың алтыһы атып үлтерелә, йөҙәрләгәне йәрәхәтләнә.
***
Сицилия боғаҙында карап батып, 800 самаһы кеше һәләк булған. Бортта Алжир, Сомали, Нигерия, Сенегал, Ма­ли, Замбия, Бангладеш, Гана илдәре­нән кешеләр булған.
***
Кисә Ҡытайҙың Чунцин ҡалаһынан ҡояшлы батарея ярҙамында эшләгән самолет донъя буйлап осош башланы. Ул Тымыҡ, Атлантик океандары аша үтеп, сәфәрен Төньяҡ Африкала та­мам­лаясаҡ. Сәйәхәт биш айға иҫәп­ләнгән. Ғәжәп бит...
***
Бөйөк Британияның королеваһы Елизавета II 89 йәшен билдәләй. Уның хөрмәтенә Лондонда артиллерия салюты ла көтөлә. Әйткәндәй, ул 1952 йылдан алып ил менән етәкселек итә. Әле тарихта бынан да оҙағыраҡ тәхет­тә ултырған кеше булмаған.
***
Көньяҡ Кореяның Премьер-министры Ли Ван Гу эшенән ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙған. Сәбәбе – һуңғы арала уны ришүәтселектә ғәйепләп, мат­бу­ға­т­та күп сығыштар булған.
***
Мәскәүҙә бер төркөм әҙәмдәр Адольф Гитлерҙың тыуған көнөнә арнап кисә ойоштора. Сараның иң мөһим өлөшө итеп улар фашистың портретын то­топ, “Дубровка” метро станцияһына тиклем демонстрация үткәрергә уйлай. Ләкин тәртип һаҡсылары был турала белеп ҡала ла, “байрам” ҡыҙған мәлдә генә уларҙы эләктереп, тимер рәшәткә эсенә бикләп ҡуя.


Вернуться назад