Төпкөлдәгеләр өсөн файҙаға ғына22.04.2015
Рәсәй Президенты Владимир Путин менән “тура бәйләнеш” барышында Санкт-Петербург уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын ғәмәлдән сығарыуҙы һорағайны. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың фекеренсә, бындай сараға юл ҡуйырға ярамай.

Башҡортостандан сенатор билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа имтихан йөкмәткеһе буйын­са ла, үткәреү алымы йәһәтенән дә байтаҡ үҙгәреш кисерҙе. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың 70 проценты был үҙгәрештәрҙе хуп­лай.
– Берҙәм дәүләт имтиханын бөтөрөү түгел, уны балаларҙың белемен сағылдырған сараға әүерелдереү шарт. Ниңәлер имти­хандың ыңғай яҡтары хаҡында онотабыҙ. Ул төпкөл ауылдағы балаларға юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеген бирә бит, — тине парламентарий.
Дәүләт башлығы иһә “тура бәйләнеш”тә, был мәсьәләлә проблеманы ныҡлы аңлаған белгестәр нөктә ҡуйырға тейеш, тип бил­дәләне. Ул системаның камиллаштырыуға мохтаж булыуы хаҡындағы фекер менән килеште.





Вернуться назад