Халыҡты берләштергән көскә эйә22.04.2015
Бәхетленең ҡунағы ла бер көндә тигәндәй, кисә — Урындағы үҙидара көнөндә — “Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Республика етәксеһе, муниципалитеттарҙың төбәк үҫешендәге ролен баһалап, уларҙың социаль-иҡтисади хәлде нығытыуҙағы өлөшөн айырым билдәләп үтте.
— Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу, биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса төбәк һәм муниципаль-ара программалар төҙөү – һанай китһәң осо-ҡырыйы күренмәгән эшмәкәрлек. Әммә кешеләр алдындағы яуаплылыҡ һәр ваҡыт тәүге урында килә. Ни тиһәң дә, власть менән халыҡты берләштергән көскә эйә ул урындағы үҙидара, – тине Рөстәм Хәмитов.
Еңеүселәр иҡтисад, социаль үҫеш, инфраструктура, муниципаль хеҙмәт күрһәтеү, методик ярҙам, реформаны матбуғат биттәрендә яҡтыртыу кеүек номинациялар буйынса билдәләнде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса төрлө номинацияларҙа Тәтешле, Федоровка, Йәрмәкәй, Мәләүез, Туймазы, Дәүләкән райондары, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары билдәләнде. Краснокаманан Әмзә, Мәләүездән Нөгөш, Көйөргәҙенән Бахмут, Әлшәйҙән Раевка, Баҡалынан Баҡалы, Стәрлетамаҡтан Рощинский ауыл Советтары иң яҡшы ауыл биләмәһе булып танылды. Бынан тыш, муниципаль берәмектәрҙең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары, район һәм ҡалаларҙың сайттары ла тейешле баһа алды. Һәр номинация буйынса еңеүселәргә иҫтәлекле бүләк, Рәхмәт хаты тапшырылды.