Өфө күрһәтәсәк, донъя ҡараясаҡ22.04.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтөн Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры Олег Добродеев менән осрашты.
Яҡтар халыҡ-ара саммиттар алдынан үҙ-ара бәйләнеш, компанияның төбәк филиалы эшен камиллаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Һеҙҙең телерадиотапшырыуҙар компанияһын һәр саҡ ихтирам иттек. Бик әүҙем, шәп эшләйһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙәге филиал да төп ойошма кеүек үк үҫешһен ине. Һуңғы ваҡытта, әлбиттә, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Контент сифаты яҡшыра. Бер үк ваҡытта төбәк филиалы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән дә хеҙмәттәшлеген дауам итһә, шат булыр инек.
Олег Добродеев иһә Башҡортостандағы бүлексәлә техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу буйынса эш башҡарылыуы, әле каналдың саммиттарҙы яҡтыртыуға тулыһынса әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.
Һуңынан Рөстәм Хәмитов Олег Добродеев, уның урынбаҫарҙары Рифат Сабитов, Станислав Хаустов, Алексей Земский, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов менән “Башҡортостан” компанияһында өр-яңы аппарат-студия комплексын асыуҙа ҡатнашты.
Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС илдәре, хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәргән көндәрҙә “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы федераль эфирҙағы көндәлек тура тапшырыуҙар өсөн төп студия майҙансығына әүереләсәк. Комплексты ҡарап сыҡҡандан һуң, Рөстәм Хәмитов менән Олег Добродеев “Хәбәрҙәр – Башҡортостан” программаһының тура эфирында сығыш яһаны.