Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!22.04.2015
Был көндөң тарихы XIX быуатҡа барып тоташа. Америкала Джон Мортон тигән кеше сүлле Небраска штатына күсенә. Унда үҫкән һирәк-һаяҡ ағастар ҙа өй һалыу өсөн ҡырҡыла. Быны күреп, Мортон халыҡты күпләп ағас ултыртыуға сығырға өндәй. Ошонан һуң тәүҙә – Ағас көнө, унан инде Ер көнө билдәләнә башлай.
1970 йылдың 22 апрелендә иһә донъяла 20 миллиондан ашыу кеше ағас ултыртырға сыға. Ә 1990 йылда ул халыҡ-ара байрам булараҡ ҡабул ителә, сарала 141 илдән 200 миллион кеше ҡатнаша. Әйткәндәй, был көн хәҙер “Парктар маршы” тип атала. Республикабыҙҙа ул 1996 йылдан башлап үткәрелә һәм тәбиғәтте һаҡлау буйынса төрлө сараларҙы үҙ эсенә ала: шишмәләрҙе, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен, урмандарҙы таҙартыу, тәүге сәскәләрҙе һаҡлау, үҫенте ултыртыу.