Хәҡиҡәт сәғәте крәҫтиәнде һынай22.04.2015
Хәҡиҡәт сәғәте крәҫтиәнде һынай Шаран районына юл төштө. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раил Мусин үҙенсәлекле яҡ менән таныштырырға риза булды. Төбәк Бөгөлмә – Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан, ә беҙ тағы ла юғарыраҡ күтәреләсәкбеҙ. Бында күпкә һалҡыныраҡ.

– Арыш әллә ни бирешмәгән, һәйбәт ҡышлаған, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты “Хәмитов” крәҫ­тиән (фермер) хужалығы етәксеһе, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ха­лыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Рәсим Хәмитов. – Барыһын да алдан хәстәрләү яҡшы һөҙөмтә бирә, һәр саҡ шулай итергә тырышабыҙ. Орлоҡтоң да элиталыһын сәстек һәм оттоҡ та. Юғиһә, арзанға алданып, ярыҡ кәмәлә ултырып ҡалған саҡтар ҙа булды. Хәҙер ошо ужым бойҙайына ҙур өмөт бағлайбыҙ.
Хәҡиҡәт сәғәте крәҫтиәнде һынайТимерлек ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләй. Өс механизатор капиталь ремонт үткән двигателде трак­торға урынлаштыра, икенселәр автопарктан “тимер ат”тарҙы сығарып, бер һыҙыҡҡа теҙә, бүтәндәргә лә шөғөл етерлек. Ҡыҫҡаһы, хужалыҡтың яҙғы сәсеүгә ҡыҙыу әҙерләнеүе битарафтарҙың да иғтибарын йәлеп итерлек. Ошо көндәрҙә Илеш районынан орлоҡ алып ҡайтҡандар, ә ашламаны Туймазынан килтергәндәр.
Рәсим Ғәбдрәхим улының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағын бер юлы алып бара. Хужалыҡта Темняков һәм Йыланйылға ауылдары кешеләре эшләй. Дөйөм ауыл хужалығы ерҙәре ике мең ярым гектар майҙанға йәйелгән. Быйыл бойҙайҙы – 350, ә арпаны 200 гектарҙа сәсеү күҙҙә тотола, бынан тыш, ҡарабойҙай менән көнбағышҡа өҫтөнлөк биреләсәк икән.
Фермерҙан автопарктың торошо, бигерәк тә өр-яңы техниканың ҡасан алынғанын асыҡлайым. Баҡтиһәң, улар йыл һайын тиерлек трактор йә машиналы булыуҙы ғәҙәт иткән. “Йыл да һатып алырға аҡсаһы ла кәрәк бит әле”, – тип уға төбәләм. “Эшлә­гән – тешләгән”. – Һорауыма яуап тиҙ табылды.
Йәнә бер шатлығын еткерҙе әңгәмәсем. “Төн йоҡолары һәм ял иҫәбенә аяҡҡа баҫтырған хужалыҡ минән һуң кемгә ҡалыр?” тип һис кенә лә бошонмай Рәсим Хәмитов. Алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаусы улы юғары уҡыу йортон тамамлап, тыуған ауылына ҡайтҡан. Илнурға ҡалала аҡсалы эш урыны тәҡдим итһәләр ҙә, ул яҙмышын ауыл тормошо менән бәйләгән. Тимәк, лайыҡлы алмаш үҫә.
– Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Эксперт-Урал” журналына биргән интервьюһын башынан аҙағынаса уҡыным. Ундағы, “Бөгөн ауыл хужалығында – хәҡиҡәт сәғәте: йә икенсе тулҡынға көйләнеп, артта ҡалыуҙы еңеп, халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән туйындырабыҙ, йә дәүләт дотацияһына ғына йәшәгән әҙ килемле тармаҡ булып ҡалабыҙ. Мәсьәләне ыңғай хәл итеребеҙгә ышанам”, тип әйткәне оҡшаны. Ысынлап та, етештереүгә баҫым яһарға кәрәк, – тип тамамланы һүҙен фермер.





Вернуться назад