Хыялдар тормошҡа аша21.04.2015
Хыялдар тормошҡа аша Республикала ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән программаларҙың көйлө эшләүе, дәүләт ярҙамының даими күрһәтелеүе районда фермерлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ йүнәлештәрен яңы кимәлгә күтәрә. Йәштәр малсылыҡ, игенселек менән ныҡлап шөғөлләнә, тәжрибә туплай.
Шундайҙарҙың береһе, Ил­фат Сә­фәрғәлин, Һаҡмар ауылында йәшәй. Әле 30 йәше лә тулмаған фермер аяғында ныҡ­лы баҫып тора, хатта ауылдың тотҡаһына әүе­релгән.
Илфат Шәфҡәт улы бәләкәй­ҙән атаһынан хеҙмәт тәрбиәһе алып, әсәһе Зифа Рәхимйән ҡыҙының балаларға белем биреүенә һоҡланып үҫә. Һаҡмар урта мәктәбен тамамлағас, БДУ-ның Сибай институтындағы физик культура һәм спорт бүлегенә уҡырға инә, әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Диплом алғандан һуң эш таба ал­май йөрөй ҙә, яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп, үҙаллы кәсеп итергә була. Атаһының ярҙамы, әсә­һенең фатихаһы менән һыйыр малы һатып ала. Уның был аҙымын ҡатыны Гөлфиә Ирек ҡыҙы ла хуплай һәм йәштәр, тәүәккәлләп, Рәсәй ауыл хужа­лығы банкынан кредит юллай, йәнә 39 баш һыйыр, өр-яңы “МТЗ” тракторы, бесән сапҡыс һәм йыйғыс һатып ала. Мал­сылыҡ тармағын үҫтереү буйынса республика программа­һында ҡатнашып, еңеү яула­ғандан һуң, фермер һатып алған малы өсөн дәүләттән тейешле субсидия юллауға өлгәшә, элекке “Һәүәнәк” совхозының буш торған фермаһын ҡуртымға ала.
Бөгөн йәш фермерҙың хужа­лығында 105 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 60-ы – һауын һыйыры. Дүрт ауылдашын эшле иткән, йәй осоронда ваҡытлыса хеҙ­мәткәр­ҙәр йәлеп итә Илфат Шәфҡәт улы. Бынан тыш, 100 гектар майҙанда ауыл хужалығы культуралары сәсә, тағы 100 гектар сабынлығы бар.
“2011 – 2015 йылдарҙа крәҫ­тиән хужалығы базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” прог­раммаһында ҡат­нашып, Сә­фәрғәлиндәр 1 миллион 600 мең һумлыҡ грантҡа ла лайыҡ була.
– Мал һанын арттырыу, һөт­лө һыйырҙарҙы ишәйтеү, эш урындарын күбәйтеү – төп маҡ­сат, – ти фермер. – Ауылда баш­лыса малсылыҡ­тан ғына табыш алырға мөмкин бит. Яңыраҡ һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу буйынса өҫтәмә белем алдым, бар яҡлап та үҫергә тырышабыҙ.
Әйткәндәй, Һаҡмарҙың уңған ферме­рының терәге булырҙай Илнур һәм Батыр исемле улдары үҫеп килә.


Вернуться назад