Йорт туйлаусылар күбәйә21.04.2015
Йорт туйлаусылар күбәйә Һуңғы йылдарҙа ҡалала күп фатирлы йорттар төҙөлөшө киң ҡолас ала. “Граждандарҙы авариялы йорттарҙан күсереү” федераль программаһы ярҙамында иҫке торлаҡта йәшәүселәрҙең 108-е өйлө булған да инде. Ҡаланың Гайдар, Юбилей, Еңеү урамдарында бер-бер артлы ҡалҡҡан мөһабәт, матур йорттарҙа йәшәүселәрҙең ҡыуанысы ҙур. Шундайҙарҙың береһе – ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған Көнһылыу Әхмәтова.
– 1961 йылда Стаханов урамында төҙөлгән 13-сө йортта оҙаҡ йәшәнем. Торлаҡты ҡәҙерләп тоторға тырышһаҡ та, канализация селтәренең иҫке булыуы сәбәпле, байтаҡ аҡса түгергә, ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килә торғайны. Күптән түгел ошо йортта йәшәүсе дүрт ғаилә бар уңайлыҡтарға эйә, заманса йыһазландырылған яңы фатир асҡыстары алып ҡыуандыҡ. Район хакимиәтенә, төбәк етәк­селегенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – ти Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы.
Төҙөүселәрҙең алтын ҡулдары менән һалынған йорттарҙың көн­дән-көн артыуы унда йәшәүселәргә шат­лыҡ өҫтәһә, ҡала халҡы, ғө­мүмән, Баймаҡтың күркәмлә­неүенә, матурланыуына ҡыуана.


Вернуться назад