Дәрестәрен көтөп алалар21.04.2015
 Дәрестәрен көтөп алалар Уҡытыусы һөнәрен хәҙер ҡатын-ҡыҙ ғына һайлауына күнегеп тә бөттөк шикелле. Мәктәп коллективында бер нисә ир-егет булһа, улары ла – физик культура, хеҙмәт буйынса уҡытыусылар. Ә бына Баймаҡ ҡалаһындағы лицей-интернатта башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән көслө зат вәкиле белем бирә тигәнгә күптәр ышанмаҫ.
Сафа Ишҡыуатов бала­лар­ҙа туған телгә ҡарата һөйөү уята, уларҙы бай йөк­мәткеле башҡорт әҫәр­ҙәре менән таныштыра. Уҡыусы­лар Сафа Зиннур улының диспут, осрашыу йә әҫәрҙе сәхнәләштереү рәүешендә үткәргән фәһемле, ҡыҙыҡлы дәрестәрен көтөп ала. Ос­тазының юлын дауам ит­кәндәр ҙә байтаҡ. Әйткән­дәй, уның уҡыусылары баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте бу­йын­са үткәрелгән олимпиа­даларҙа ҙур уңыштарға өлгә­шә.
– Бөгөн балаларҙы китап уҡыуға, әҙәбиәтте яратыуға йәлеп итеү өсөн дәрестә яңы алымдар ҡулланыу мотлаҡ. Йәш күңелдәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятмайынса ниндәйҙер һө­ҙөм­тәгә өлгәшеү мөмкин тү­гел. Заман уҡыусыларын интернет донъяһы күберәк үҙенә тартһа ла, йәш быуынды рухһыҙ тип әйтмәҫ инем. Улар ҙа матур әҙәбиәт­те ярата, шағирҙарҙың ижад емештәрен яттан белә, төрлө әҙәби-мәҙәни осрашыу­ҙарҙы көтөп ала. Уҡыусының күңе­ленә ниндәй орлоҡ һал­һаң, шытымдың да шундайы­на иҫәп тотаһың. Бала кү­­ңе­лен алдап та, әрләп тә яу­лап булмай, тик ысын йөрәк­тән әйтелгән һүҙ генә уларҙың йөрәгенә барып етә. Мәк­тәптә эшләү бик оҡшай, һөнәремде яратам, – тип йылмая Сафа Зиннур улы.
Уҡытыусының портфолио­һындағы маҡтау грамотала­ры­ның иҫәбе-һаны юҡ: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары бәйгеһеме, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” таҫ­маһы­мы, “Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының атҡаҙанған уҡы­­т­ыу­сыһы” тигән юғары исем булһынмы... Быларҙың ба­рыһы ла Сафа Ишҡыуа­товтың намыҫлы эш һөҙөм­тәләре хаҡында һөйләй.


Вернуться назад