Тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған, Октябрь революцияһы, колхозлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының тере шаһиты булған Ғәшүрә Татлыбаева ошо көндәрҙә 100 йәшен билдәләне.“Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Өс йәшендә генә атайһыҙ тороп ҡалған Ғәшүрә Зәйнулла ҡыҙы бәләкәйҙән эшләп үҫә. 16 йәшендә Ғәлебай Татлыбаевҡа тормошҡа сығып, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Тик йәштәрҙең бәхетле тормошон ҡәһәрле һуғыш селпәрәмә килтерә: ире һуғышҡа китә һәм бер йылдан “ҡара ҡағыҙ” килә. Шулай ҙа Ғәшүрә инәй ышанмай, Ғәлебайының яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайтасағына өмөт итә, ғүмер буйы көтә. Ике балаһын үҫтереү еңел бирелмәй уға: төрлө эштә көн-төн тимәй тир түгә. Яңғыҙ булһа ла, бирешмәй һалдат ҡатыны.
– Әсәйем ғүмер буйы эшләне, ҡайҙарҙа икәнен һанай башлаһаң, бармаҡтар ҙа етмәҫ, – ти уның ҡыҙы Зөләйха. – Түҙемле, изге күңелле, тырыш булды ул. Донъяһын бына тигән итеп баҡты, беҙ кеше араһында кәм-хур булмаһын өсөн тырышты, эшкә өйрәтте. Йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне, йырланы ла, бейене лә. Бигерәк тә ҡул эштәренә маһир, үҙем дә бәйләм менән булышырға яратам.
Ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә район хакимиәте ярҙамы менән бирелгән йылы, ҡотло йортта Ғәшүрә әбей ҡыҙы Зөләйха менән донъя көтә. Бөгөн бәхетле инәйҙең 10 ейән-ейәнсәре, 26 бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың һаулыҡ-сәләмәтлеге өсөн көн һайын доғалар уҡый, биш намаҙын ҡалдырмай инәй. Ҡалала йәшәүгә ҡарамаҫтан, Ғәшүрә Татлыбаева мунсала сабынырға ярата, шуға күрә уны йыш ҡына ейәндәре машинала ауылға алып ҡайта.
Йөҙ йәшкә тиклем шифалы миндек менән сабыныу, хеҙмәттән ҡурҡмай, бар эште яратып башҡарыу, сәләмәт тормош алып барыу, кешеләргә тик яҡшылыҡ һәм изгелек теләү, һөйгән йәреңә ғүмер буйы тоғро ҡалыу, иң мөһиме, йәшәргә теләү, рух ныҡлығын ташламау – бына ул оҙаҡ йәшәүҙең сере.