Таналыҡ менән Төйәләҫтә һыу таҙа21.04.2015
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығындағы Дәүләт аналитик контроль идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы йылғаларҙа һыу сифатының яҡшырыуы күҙәтелә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Таналыҡ йылғаһында тимер, марганец, сульфат, нитрит, нитрат, хлорид миҡдары кәмегән. Төйәләҫ йылғаһында ла ыңғай үҙгәреш һиҙелә.
– Был йылғаларҙы 2009 йылдан бирле тикшерәбеҙ. Былтыр Төйәләҫтең уң яҡ ҡушылдығы булған Ҡарағайлы йылғаһы үҙәнен таҙартыу һәм киңәйтеү эштәре башланды. Ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан һигеҙ миллион һумдан ашыу аҡса бүленгәйне. Таҙартылырға тейеш арауыҡ 11 саҡрымдан ашыу тәшкил итә, — тине министрлыҡтың Сибай территориаль комитеты рәйесе Гөлнара Ноғманова.





Вернуться назад