Ҡалабыҙ юғары баһа алды21.04.2015
Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы экологик йәһәттән алға киткән ҡалалар рейтингын төҙөгән. Унда Өфө, Саранск, Вологда һәм Мәскәү тәүге урындарҙы биләй. Санкт-Петербург — тәүге тиҫтәгә (15-се урын), ә Екатеринбург тәүге ике тиҫтәгә (23-сө урын) инмәне.
Ҡала мөхите сифатын яҡшыртыу буйынса әүҙем эшләгән ҡалаларға юғары баһа бирелгән. Өфө — дөйөм күрһәткестәр буйынса беренсе урында. Ул биләмәләрҙе файҙаланыу йәһәтенән — икенсе, һыу сифаты буйынса — етенсе, тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһауға идара итеүҙә туғыҙынсы урынды яуланы.