Белем биреүгә — 152,6 миллион һум21.04.2015
Башҡортостан инвалид балаларҙы уҡытыу өсөн белем биреү ойошмалары асыуға федераль ил ҡаҙнаһынан субсидия бүленгән төбәктәр иҫәбенә инде.
Волга буйы федераль округы төбәктәре араһынан беҙҙең республика иң күп аҡса — 152 миллион 652 мең һум аласаҡ. Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Субсидия алыусылар исемлегенә 82 төбәк инә, ярҙамдың дөйөм күләме — 3 миллиард һумдан ашыу.
Хөкүмәттә билдәләүҙәренсә, был аҡса дөйөм белем биреү мәктәбе асыуға, мәғариф усағында ҡаршылыҡһыҙ уңайлы мөхит булдырыуға, махсус уҡыуға, реабилитациялауға, компьютер ҡорамалдары, автотранспорт менән йыһазландырыуға тотонолорға тейеш.