Өмәгә сыҡтыҡ21.04.2015
Ошо көндәрҙә Өфөнө таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса дөйөм ҡала өмәһендә 69 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Торлаҡ-файҙаланыу участкалары, предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, студенттар, уҡыусылар эшкә дәррәү тотондо. Сүп-сар сығарыуға 1 меңдән ашыу автомашина йәлеп ителде. Урам-юлдарҙа — 13 миллион 880 мең, квартал һәм ихаталарҙа — 11 миллион 26 мең, парк, скверҙарҙа 3 миллион 174 мең квадрат метр майҙан таҙартылды. Йәмғеһе 1 550 квадрат метр юл япмаһы төҙөкләндерелде. Баш ҡала янындағы сүп-сар полигонына 5 мең кубометрҙан ашыу йөк сығарылды.
Өмә айлығы барышында Сергиев зыяратын төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Әле бында ҡоймаларҙы йүнәтеү, венгр хәрби әсирҙәренең ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү буйынса эш бара.