Барыһы ла – Еңеү хөрмәтенә21.04.2015
Еңеү көнөн байрам иткән осорҙа Башҡортостан Башлығы исеменән һуғыш ветерандарын ҡабул итеү тантанаһы ойошторола. Унда Бөйөк Ватан һуғышының 300-гә яҡын яугире ҡатнашасаҡ.

Фронтовиктар Өфөгә 8 майҙа килеп, шифахана-һауыҡтырыу учреждениеларының береһенә урынлаштырыласаҡ. Уларға оҙатып йөрөгән кешеләр, транспорт, медицина хеҙмәткәрҙәре беркетелә. Тантананан тыш, яугирҙәр 9 майҙа баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән байрам сараларына ла саҡы­рылған. Улар өсөн халыҡты социаль хеҙ­мәтләндереү үҙәктәрендә байрам табыны ойошторола, бөҙрәханалар, юридик ойошмалар түләүһеҙ ҡабул итә. Митингтарҙа һәм парадтарҙа һалдат бутҡаһы менән һый­лау ҙа ҡаралған.
Әле һуғыш инвалидтарының, ветеран­дарының, шулай уҡ уларға тиңләш­те­рел­гән кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡ­­шыр­­тыу маҡсатында байтаҡ сара тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, элекке яугирҙәрҙең торлаҡ шарттары тикшерелә, медицина, социаль һәм көнкүреш хеҙмәте күр­һәтелә. Бынан тыш, байрам айҡанлы тантаналы митингтар үткәреү, һәйкәлдәргә, обелиск­тарға һәм мемориалдарға сәскә һалыу, сувенир продукцияһы сығарыу, яугирҙәр ҡәберлектәренең паспортын эшләү, тыл эшсәндәренә һәйкәл проекттары конкурсын үткәреү, Өфөләге Дан бульвары аллеяһын төҙөкләндереү, “Мемориал-Башҡортостан” мәғлүмәт банкын төҙөү өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм башҡа саралар күҙаллана.
Апрель башынан барлыҡ ветерандарға республика ҡаҙнаһынан — бер мең, федераль бюджеттан — бер мең, ә тыл эшсәндәренә өс мең һум аҡса түләнә башланы. Бынан тыш, ил Президенты Владимир Путин менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтан ҡотлау открыткалары тапшырыла.



Вернуться назад