Вәхшиҙәр тотолдо. Күңел генә Тынысланмай21.04.2015
Үткән аҙнала Күмертау ҡалаһында теркәлгән ҡот осҡос фажиғә барлыҡ республика халҡын тетрәндерҙе. Әле енәйәт эшен тикшереү бара. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, биш кешене үлтереүҙә ғәйепләнгән 24 йәшлек Сергей Букаев менән 22 йәшлек Константин Сурков ҡулға алынған. Енәйәтселәрҙең береһе ваҡиға урынында уҡ ғәйебен таныған. Икенсеһе әле тәфтишселәрҙең һорауҙарына яуап бирә.
Тикшереү версияһы буйынса, 16 апрелдән 17-һенә ҡарай төндә йәштәр 16 йәшлек ҡыҙҙың фатирында күңел аса. Мәжлестәгеләрҙең күбеһе йоҡларға ятҡас, иҫерек Букаев 22 йәшлек танышын телефонын урлауҙа ғәйепләй башлай, һәм улар араһында ыҙғыш сыға. Сергей һүҙ көрәштереү менән генә сикләнмәй, ҡыҙып китә лә үҙенә ҡаршы өндәшкән егеттең һәм 21 йәшлек ҡыҙҙың муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ ҡаҙай.
”Башҡаларҙы, шаһит булғас, юҡ итергә ҡарар ҡылалар. Ул ваҡытта ике ҡыҙ – йоҡо бүлмәһендә, ә 17 йәшлек бер егет икенсе урында ятҡан була. Енәйәтселәр фатирҙың 16 йәшлек хужабикәһен, йәнәһе, 17 йәшлек ҡунаҡ егет ҡан тамырҙарын киҫте, тип уята. Ҡыҙ бүлмәнән сыҡҡан арала Букаев уға бысаҡ ҡаҙай. Иң һуңғыларҙан булып 17 йәшлек ҡыҙҙы, иҫән сағында, енси яҡтан көсләп үлтерәләр. Фатирҙан сығыр алдынан аш-һыу бүлмәһендә ятҡан мәйеттәр өҫтөнә спирт һибәләр һәм сепрәк-сапраҡты яндырып ебәрәләр. Һуңынан енәйәт урынынан ҡасалар”, — тиелә тәфтиш ведомствоһының белдереүендә.