Болот ала, яуын ҡала21.04.2015
Болот ала,  яуын ҡала Ҡарт яугир Мөхлис Шакиров
дауылдарға бирешмәне
Очерк
Был донъяла яйы сығып торғанға ла рәхмәтле булырға кәрәк ул. Хатта сырхаулап китеүеңә лә. Әүәлерәк, дауаханала оҙағыраҡ ятырға форсат булғанда, палаталағы күршеләрең менән танышыу ғына түгел, сир уртаҡлығы аша яҡынайып, бер-беребеҙгә эҫенешеп китә торғайныҡ. Хәҙер унда инеп сығыуы — яҙғы күләүеккә тамаҡ сылатырға төшкән турғай ваҡыты менән бер. Ҡошсоҡ, суҡышын еүешләр-еүешләмәҫтән, фыр-фыр сорғоп китһә, сирләшкә лә, уколын алыр-алмаҫтан, сығыуға әҙерләнә башлай.

Дауаханала булыу ваҡыты уғата ҡы­ҫыл­һа ла, аралашырға ихласлыҡ күр­һәткән кешегә был бер-береңдең ғүмер юлын ни ҡәҙәрелер яңыртып алыуға ҡамасауламай. Бына әле лә, яҙмыш игелегенәндер, оло йәштәр­ҙәге ике ағай эргәһенә өсөнсө булып инеп яттым. Туҡһандан өҫтәләр. Бе­реһе ҡолаҡҡа ҡатҡан, телевизорҙы, тауышын ишетмәк­кәлер, танауын экранға терәп үк ҡарай, һәр һүҙе, самаһыҙ ҡысҡырып әйткәнлек­тән, ҡәтғи бойороҡ кеүек яңғырай. Бәлки, был ғәҙәтләнеүҙән дә киләлер, сөнки олуғ ветеран бик оҙаҡ йылдар холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияһы начальнигы булған икән. Күрше йәнә бер ағайҙы иһә күргән-белгән кеүек сырамыттым. Ләкин исем-шәрифен ҡапыл ғына өҙөп әйтә алманым. Ҡаҡса һынлы, ябыҡ йөҙлө, селт аҡ сәсле уҙаман ҡуш ҡуллап күрешкәндә хәте­рем­дәге һүнеп торған шәмде ҡабыҙғандай итте: “Шакиров мин, Мөхлис Баҙиҡович...”
Ошонан аҙаҡ хәтерем Аллаға шөкөр тип маһайып йөрө инде. Мөхлис ағайҙы ла онотҡас... Юҡ, әлбиттә, Шакировтың атайсалы ла, оҙаҡ йылдар эшләгән яҡтары ла бөгөнгөләй күҙ алдымда. Дәүләкән тарафтарына ғүмер эсендә барып юлыҡ­маған кешеләрҙе йәлләйем мин. Журналист йомоштары төшөп, шунда барып эләкһәм, бүтән төрлө ыбыр-сыбырға илтифат итмәй, Мәкәшкә ынтылам. Унда минең яҡын дуҫым, колхоз рәйесе Миңзаһир Хәмиҙуллин йәшәй. Үҙе лә шәп егет, хужалығы ла бөтөн ине. Колхоз тәүҙә Жданов исемен йөрөттө, аҙағыраҡ, донъялар үҙгәреп киткәс, “Колос” булып китте. Хәйер, эш атамала ла түгел инде, халыҡтың үҙ еренә, ил-һыуына тоғро ҡалы­уында, рухлы булып йәшәүендә. Шакиров Мөхлис ағай ана шул 1755 йылдан уҡ ҡағыҙға теркәлеп ҡалған Мәкәштә тыуып үҫкән. Саф башҡорт төбәге кешеһе булһа ла, татар телле райондарҙа күп йылдар эшләгән­гәлер, һөйләшеүе үҙенсәлеклерәк. Бер уйлаһаң, минең Әбйәлилемдә ғүмер иткән кемдер берәү Дим буйҙарына, Асылыкүл тирәһенә килеп сыҡһа, бындағы башҡорттарҙың һөйләшенә сәйерһенеп торор ине.
Асылыкүл тигәндәй, ул Бәләбәй ҡалҡыулығының итәгендә генә сайпылып ята. Башҡортостандағы иң ҙур күл булғас, үҙебеҙҙең эске диңгеҙ бит инде ул. Көн йонсоуҙа уның төҫө боҙола, һыуы ҡарағусҡыл­ланып китә, аяҙ, тымыҡ саҡта Асылыкүл асманға балҡып ҡарап ята. Миңзаһир менән яҙҙарын ынйы сәскәләре баҙлап ултырған Ташлытау һыртынан күлгә сәләм ебәрә торғайныҡ.
Мөхлис ағайҙы Мәкәштә килеп таптым да, хәти­рәләр ебенә сырмалып, уны йәнә оноттом. Йәнә лә, үҙемдең ығышлығымды танымай ҙа хәл юҡ. Дүртөйлөлә бик оҫта педагог һәм шундай уҡ ҡәләмгир Вил Ҡазыханов атлы дуҫым бар ине. Ана шул өлгөр уҙамандың тырышлығы менән Башҡортостан халҡы Советтар Союзы Геройҙары Василий Горшков менән Мирвәй Фәрхетдинов, матрос Фәхрулла Хәйруллин, снайпер Вахит Ғәлимов, разведчик Зәкәриә Нурлығаянов һәм бүтән һоҡланғыс кеше­ләрҙең исемен дә, тормошон да, уларҙың данлы эштәрен дә белде. Журналистар мөхитендә һәр даим өлгөрлөккә иғлан ителмәгән ярыш бара. Шуға күрә Вил Суфиян улының Мөхлис Шакиров тураһында алданыраҡ һүҙ әйтеүе бер яҡтан намыҫҡа тейһә, икенсенән, был ағайҙың үрҙә һанап кителгән легендар шәхестәр рәтендә булыуын раҫлау ине. Мөхлис ағай тураһында, Вил-оҫтанан тыш, урындағы “Юлдаш” гәзите хәбәрсеһе Виолетта Кашапова ла яҙғылаған. Ошо ҡәләмдәш­тәрҙең яҙмалары, әүәлге йылдарҙағы осрашыуҙар был кешене йәш, һәр эште дөрөп алып барған итеп йәнә күҙ алдына баҫтырҙы.
Йәшерәк саҡта Дүртөйлө тарафтарына гел генә йән тартып тороуын йәшерәһе түгел. Ундағы колхоз рәйестәренең нисек эшләүен, халыҡ менән ниндәй мөғәмәләлә булыуын күреп йөрөү, бәлки, эҙһеҙ үтмәгәндер. Рифғәт Йәнекәев, Мөнәүир Ғә­лиев, Хәниф Вәлиев, Мәсғүт Хәйруллин, Хәүис Ҡәйүмов... Аҫылдарҙан-аҫыл ир-егеттәр! Мөхлис Баҙиҡ улы Шакиров, ауыл хужалығының ошондай “профессорҙары” менән арҡаҙаш булып, Дүртөй­лө районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһында сирек быуат эшләгән, Рәсәй Феде­рацияһының атҡаҙанған ауыл хужа­лығы хеҙмәт­кәре, Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы дәрәжәләренә еткән. Ауыл еренә һәм ауыл тормошона мөкиббән киткән кешеләр тураһында, таушалғаныраҡ булһа ла, “тамырҙары ергә ерек­кән” тигән һүҙҙе әйтәләр. Мөхлис Шакиров Дәү­лә­кәнендә ысындан да ер хужаһы булып һәм хеҙмәт итеп йәшәүселәрҙе күреп үҫкән. Был юлы ошон­дағы башҡорттарға ла, татарҙарға ла, рус­тар­ға ла түгел, бәлки алмандарға ишара яһауым. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Дәүләкән яҡта­рында ошо ҡәүемдән бүленделәр байтаҡ йәшә­гән. Һәм һүҙ ыңғайында Башҡортостанға килеп юлыҡ­ҡан немецтар тураһында ентекләберәк әйтәйем әле.
Ауылда йәшәүселәрҙең төп шөғөлө — игенселек, йәшелсәселек, баҡсасылыҡ. Бойҙай, арыш, арпа, картуф, борсаҡ, һуған, һарымһаҡ, кәбеҫтә, бүтән бихисап культуралар сәсеүҙәре-ултыртыу­ҙары ғәжәп түгел, әммә хужалыҡты нисек алып барыуҙары фәһемле. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә, шул иҫәптән Башҡортостанға ла, алмандар үҙҙә­ренең ауыл хужалығы техникаһы менән күсенеп килгән. Күп төрәнле һабандар, ат сәскестәре, бесән сапҡыстар, иген һуҡҡыстар, жнейкалар – немец ошо хәтлем машиналар менән донъя көткәндә күрше татар йә башҡорттар ғына түгел, рустар ҙа көнләшеп ҡарап торорға мәжбүр булған. Тарихи әҙәбиәттә ХХ быуаттың баштарында уҡ алман ғаи­ләләренең күршеләренә ҡарағанда күпкә етешерәк йәшәүе билдәләнә. Техника менән ҡоралланыуҙан тыш, туҡлыҡ һәм бөтөнлөк хужалыҡ итеү тәжри­бә­һе, егәрлелек һәм ойошҡанлыҡ менән дә аңлатыла.
– Немецтарҙың ҡайһылай эшләүен һәм нисек көнитмешен бала саҡтан мин дә күрә йөрөнөм, – тип хәтер йомғағын һүтә биреп ҡуйҙы Мөхлис ағай. – Һәр ғаиләнең, кәм тигәндә, 500 гектар ере бар, шуның бер гектарын йорт, кәртә-ҡура төҙөүгә бүләләр. Донъяның тыш яғынан – тирәк, эстән америка сағаны ултыртып, уратып алалар. Саған ара­һынан тауыҡ та үтерлек түгел. Атайым шундай хужалыҡтарҙың береһендә ялланып эшләне. Ауыл халҡын колхозға ихтыярһыҙлай башлағас, алмандар, мал-мөлкәтен ташлап, Канадаға сығып китте. Улар, әлбиттә, океан аръяғында ла бирешмә­гән­дер, әммә атайым, кулак мөһөрө менән, Мәскәү – Волга каналы төҙөлөшөнә һөрөлдө...
Хәтерләүҙәре ауыр булдымы, Мөхлис Баҙиҡ улы тынын тәрән итеп тартты ла башын эйгән көйө шы­мып ҡалды. Минең уйҙар ҙа еңелдән түгел, ғүмер­ҙең үткәне булһа ла, йөрәкте барыбер баҫа. Маң­лайыңа яҙылғанды юйып ташлар ҙа, тәҡдир ҡуш­ҡанды урап үтеү әмәлдәре лә юҡ. Йәш Шаки­ров­ты ла малай ғына көйө тормош ҡаҡҡан да һуҡ­ҡан. Бындай хәлдә кендекһеҙҙәр ысҡынып, та­ра­лып китә, ғәййәрҙәр иһә дәртен көсәйтә, намы­ҫын өҫкә күтәрә. Мәғлүмдер, әүәле фабрика-завод мәктәбе (ФЗО) тигән уҡыу йорттары була торғайны. Ауыл балаларына ҡалала эшләрлек һөнәр алыуға улар харап йәтеш ине. Мөхлис, тәүәккәллек итеп, Ленин­градҡа шул мәктәпкә сығып киткән. Әгәр һуғыш ҡубып, мәшәҡәттәр менән, ай тигәндә өйөнә ҡайтып йығылмаһа, данлыҡлы бөгөнгө Шакировты ниндә­йерәк яҙмыш көтөр ине икән әле. Ни өсөн тигәндә, Луга тирәһендә Ленинградҡа тип ынтылған немец танктарын үткәрмәҫ өсөн тәрән соҡорҙар ҡаҙып йөрөгәндәрҙең ун һигеҙе тулғандарын ополчениеға яҙғандар. Ул формированиеларҙың әсе яҙмышы һуғыш тарихы тураһында аҙ ғына хәбәрҙар кеше­ләргә лә мәғлүм. Мөхлискә иһә ун ете йәш була.
– Ҡайтып етһәм, колхозда эштәр – вайран, – тип ҡарт өҙөлгән һүҙен дауам итә. – Ир-атты һепереп фронтҡа алып китеп бөткәндәр. Һуғышҡа тип мобилизацияланырға өлгөрмәгән ете тракторҙың, исмаһам, берәүһендә эшләрлек кеше булһасы. Бер нисә бисә-сәсә менән әлеге тракторҙарҙы ҡабыҙып ҡарарға тәүәккәлләнек. Теге немец имениеһында күрә йөрөгән ярап ҡалды бит. Үҙемә күрә, шулайтып, механик һымағыраҡ кеше булып киттем инде.
“Ярлы яманыр ҙа ҡыуаныр” тигәне шул булалыр. Хәйер, оло ҡаһарманлыҡ та күҙгә күренер-күренмәҫ ғәмәлдән башлана бит. Ун һигеҙ йәш – һуғыш мәлендә егет кешенең иңенә шинель һа­лыныр саҡ. “По вагонам!” тигән бойороҡ Мөхлис өсөн дә яңғыраған. Мәкәш малайы Чкаловтағы (хәҙерге Ырымбур) пулеметсылар курсына эләккән, унда күнегеү үткәс, пулемет расчеты командиры сифатында – Сталинградҡа!!! Ошо мәхшәрҙе имен-аман үткән кешегә йәһәннәм дә ҡурҡыныс булмаҫ ине, тиеүем.

(Дауамы бар).


Вернуться назад