Йәшәү дәрте һүнмәһен21.04.2015
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының республика Хөкүмәте һәм “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәтселек хәрәкәте менән берлектә ойошторған “Айыҡ ауыл” конкурсына Илеш районы хакимиәте быйыл да ихлас ҡушылды.
Конкурс өсөн “Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау — иң яҡшы практика”, “Халыҡты физик һәм рухи йәһәттән һауыҡтырыу буйынса берҙәм эшмәкәрлектең иң яҡшы өлгөһө”, “Ауылдаштарҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеү буйынса халыҡ башланғысының иң яҡшы өлгөһө”, “Яҡшылыҡ ҡыл” (хәрәкәт лидерҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм совет депутаттары араһында конкурс), “Киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы мәҡәлә” тигән номинациялар булдырылды. Бәйгегә йомғаҡ яһағанда ҙур тырышлыҡ күрһәткән кешеләрҙең, етәкселәрҙең, белгестәрҙең, полиция хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге айырым баһа аласаҡ. Еңеүселәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Быйыл конкурсҡа тәүгеләрҙән булып Иғмәт ауыл Советы ҡушылды. Унда төрлө тармаҡ, ойошма, киң йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашлығында күркәм байрам сараһы үтте. Мәҙәниәт йортонда район оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойошторолдо.
Сарала ҡатнашҡан кешеләр ошонда уҡ “Серҙәш” клубы эшмәкәрлеге менән танышты. Уның ағзалары халыҡты борсоған эскелек, наркомания, тәмәке тартыу һәм башҡа проблемалар тураһында даими фекер алыша, китап уҡыусылар конференциялары, йәштәр араһында төрлө ярыштар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштора.
Ҡунаҡтарға артабан Иғмәт ауыл үҙешмәкәрҙәре әҙерләгән “Донъяны ҡотҡара матурлыҡ һәм батырлыҡ” тигән әҙәби-музыкаль тамаша күрһәтелде.