Психологтар билдәләүенсә, кейемдең төҫө лә ҙур әһәмиәткә эйә. Теләйбеҙме-юҡмы, тирә-яҡтағыларҙың беҙгә ҡарата мөнәсәбәте тап ошо факторға ла бәйләнгән. Төҫ хис-тойғоға, кәйефкә тәьҫир итә. Белгестәр айырыуса ҡара төҫтәге кейемдәрҙе өнәп етмәй: депрессияға, күңел төшөнкөлөгөнә алып килеүе мөмкин тигән фекерҙә улар.Уның ҡарауы, рәхәтләнеп аҡ кейем кейергә мөмкин – был төҫ таҙалыҡ, бөхтәлек һәм нәфислектән башҡа бер ниндәй ҙә көслө хис-тойғо тыуҙырмай. Ә бына ҡыҙыл кейемле ҡатын-ҡыҙға ир-аттан тәҡдимдәр, маҡтау һүҙҙәре яуа башлаһа, бер ҙә аптырамағыҙ.
Һары ижад һәм көтөү төҫө һанала. Шулай ҙа ир-атты бындай төҫтәге кейем менән ҡурҡытыуҙан һаҡланығыҙ. Ирҙәр йүләр түгел, улар һары кейемле ҡатын-ҡыҙҙан ниндәйҙер ҡурҡыныс (ауға сыҡҡан һәм “мөнәсәбәт” теләй) килеүен һиҙә.
Йәшел – хакимлыҡ яратҡан, башҡаларҙан өҫтөн булырға теләгәндәр төҫө. Бындай кейем кешенең ғорур холҡон, үҙһүҙлелеген, етеш тормошта йәшәгәнен күрһәтә.
Иң яҡшыһы – асыҡ һары йәки ҡыҙғылт һары төҫлө кейем кейегеҙ. Ни өсөн тигәндә, ул – көс-ҡеүәт һәм шатлыҡ төҫө. Ҡара пальто елкәһенә асыҡ һары шарф бәйләһәң дә, иғтибарҙы йәлеп итәсәк.
Етди мөнәсәбәттәргә мохтаж һәм быны күрһәтергә теләгән гүзәл зат зәңгәр төҫтө үҙ итергә тейеш. Был уның тыныс, бәхетле ғаилә усағы ҡорорға һәләтле булыуын күрһәтә, ә ир-егет быны һиҙә.
Һоро төҫ, ҡараңғыраҡ, ҡуйыраҡ булған һайын, эс бошорғос тәьҫир итә, депрессияға этәрә. Бындай төҫтәге кейемде берәй асыҡ төҫтәге әйбер (мәҫәлән, шарф, ҡайыш, манжет, брошка) менән биҙәп ебәрһәң, киреһенсә, кәйеф күтәрелә.