Мода артынан ҡыуаһығыҙмы?18.04.2015
Мода артынан ҡыуаһығыҙмы? Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылыңа ҡарап оҙаталар, тиһәләр ҙә, бөгөнгө заман кешеһенә мәҙәни кейем дә, айыҡ аҡыл да кәрәк. Әҙәм балаһының эске донъяһы матур икән, ул тыштан да күркәм буласаҡ. Ғөмүмән, һәр бер урында кеше тейешле кейенергә тейеш. Ошо осраҡта уның нәзәкәтлелеге тирә-йүндәгеләрҙә һоҡланыу хистәрен тыуҙырыр. Ә һеҙ мода артынан ҡыуаһығыҙмы? Ғөмүмән, унһыҙ ҙа зауыҡлы итеп кейенергә мөмкинме?

Рәмил УЙЫЛДАНОВ, эшҡыуар:
— Мода артынан ҡыуа башлаһаң, бер тинһеҙ ҡалырға була. Бар эш хаҡына модалы кейем алып, кеҫәһендә бер тин аҡса ҡалмаған кешеләрҙе байтаҡ беләм. Ә мин инде һәр ваҡыт модала булғанды кейәм. Ә ҡалған әйберҙәрем ул тиклем ҡыйбат түгел. Шулай итеп, хәйлә менән мин модалы булып күренәм.
Гөлдәр МОРТАЗИНА, уҡытыусы:
– Модаға ҡарашым бер төрлө генә түгел. Бөгөн модалы кейемдәрҙең күпләп сығарылыуы етештереүселәрҙең аҡса эшләүе икәнен бик яҡшы аңлайым. Ләкин шул уҡ ваҡытта моданан да ситтә ҡалғы килмәй. Мин бигерәк тә классика стилен яратам. Был стиль бер ҡасан да моданан сыҡмай.
Ләйсән ХӨСӘЙЕНОВА, тегенсе:
— Һөнәрем буйынса тегенсе булғас, төрлө туҡымалар алып, үҙем өсөн зауыҡлы кейемдәр әҙерләйем. Клиенттарыма кейем теккәндә лә яңы йүнәлештәрҙе, стилдәрҙе ҡулланам. Элекке кейем-һалымға яңы элементтар өҫтәп, яңыртып та кейәм. Модаға ярашлы итеп, заманса кейенеү миңә бик оҡшай.
Сәкинә СОЛТАНОВА, тәрбиәсе:
— Тәрбиәсенең эш хаҡына, ике бала үҫтергән кешегә, мода бар ни ҙә, юҡ ни. ”Аяғыңды юрғаныңа ҡарап һуҙ” тип белеп әйтә ине мәрхүм өләсәйем. Үҙеңдең йәшеңә, кеҫәңә ҡарап һәм, ысынлап та, һиңә нимә килешә, оҡшай, шулай кейенергә кәрәктер, тим.
Кәримә ФӘЙЗЕТДИНОВА, хаҡлы ялда:
— “Зәңгәр экран”дан аңлайышһыҙ, мәғәнәһеҙ кейемдәрҙе күрһәтеүҙәре бөтөнләй оҡшамай. Ҡайһы саҡта оло йәштәге ҡатындарҙың, мода артынан ҡыуып, йәштәр кеүек күренергә тырышыуы ла көлкөлө тойола. Минеңсә, сибәркәйҙәрҙең кейеме үҙ йәшенә тура килергә тейеш.





Вернуться назад