Бейеү бәйгеһе18.04.2015
Бәйгенең положениеһы

1. Бәйгесе үҙенең сюжетлы бейеүен башҡара (кемдәндер күргән, өйрәнгән бейеүҙе ҡабатлай). Ул бейеүҙең ижади тарихын һөйләргә тейеш.
2. Жюри ағзалары ҡушҡан һынауҙарҙы үтәргә тейеш: бәйгесе кешеләрҙе, хайуандарҙы, ҡоштарҙы эләкләп бейей. Тауыш имитациялары, өзләү ҡулланыу хуплана.
3. Үҙ яғындағы тыпырҙау, шулай уҡ дөйөм башҡорт тыпырҙаҡтарын башҡара.
4. Бәйгесе таҡмаҡ, һамаҡтар әйтеп бейеү башҡара.

Балалар араһында бәйге түбәндәге тәртиптә үтә:

Халыҡ ижадына таянып йәки берәйһенән өйрәнгән, үҙе ижад иткән бейеү.
Бейеү-эләкләү.
Жюри ағзалары күрһәткән бейеү быуындарын (хәрәкәттәрен) ҡабатлап күрһәтеү.
Һамаҡтар әйтеп бейеү (мөмкинселектәренә ҡарап).
Талаптар:
Хореограф йәки профессиональ бейеүсе ҡуйған бейеүҙәр бейелергә тейеш түгел.
Фонограммалар ҡулланылмай, йәғни бейеү милли ҡоралдарҙа башҡарылған көйҙәргә оҙатылырға тейеш (ҡурай, дөнгөр, ҡыл-ҡумыҙ, гармун һ.б.).
Милли кейем булыуы мотлаҡ түгел.
Бәйгеселәрҙең йәше сикләнмәй.
Сара 2015 йылдың 22 апрелендә район мәҙәниәт йортонда иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Бәйге һуңынан киске сәғәт 5-тә еңеү­се­ләрҙең гала-концерты була.
Ҡатнашыу өсөн заявкалар ошо адрес буйынса ҡабул ителә:

Әбйәлил районы, Асҡар ауылы,
Ленин урамы, 43,

Район мәҙәниәт бүлегенең
методик үҙәге.

Белешмәләр өсөн телефондар:
(34772) 2-04-28, 2-07-34.
Е-mail:[email protected].


Вернуться назад