Һаулыҡты хәстәрләп18.04.2015
Өфөнөң Карл Маркс урамында “Медицина реабилитацияһы һәм тергеҙеүсе дауа үҙәге” республика клиник госпиталенең яңы корпусы асылды.

Заманса бинала Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ветерандары, хәрби хәрәкәт­тәр­ҙә, Чернобыль АЭС-ы фажиғәһе эҙемтә­ләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар, тыл эшсәндәре, реабилитацияға мохтаж булған башҡа ке­ше­ләр хеҙмәтләндереләсәк. Бында тренажер һәм шифалы физкультура залдары, тоҙ шах­таһы, һыу һәм ләм менән дауалау, релаксация, сенсор, массаж, рефлекс һәм фито­терапия, ҡымыҙ менән дауалау бүлмәләре бар. Яңы пациенттарҙы госпиталь Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы байрамынан һуң ҡабул итәсәк.




Вернуться назад