Эшлекле журналистиканы үҫтереү яҡлыбыҙ18.04.2015
Өфөлә “Медиапрофи-2015” республика журналистар премияһына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғ­лүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов әйтеүенсә, быйылғы сараның темаһы – “Үҫеш нөктәләре”. Республика етәк­селеге төбәк иҡтисады өсөн ошо теманың мөһимлеге хаҡында йыш һүҙ алып бара.
– Башҡортостан Башлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе иң әһәмиәтле мәсьә­ләләр иҫәбендә билдәләне. Улар Баш­ҡортостандағы конкурентлыҡ ҡеүәһен үҫте­реүгә, етештереү һәм эш урындары күләмен, бюджет килемен, социаль өлкә мөмкин­лек­тәрен арттырыуға туранан-тура йоғонто яһай, – тине Борис Мелкоедов.
Уңышлы эшҡыуарлыҡ башланғыстары, етеш­тереүҙе үҫтереү, урындағы властың уңай­лы эш мөхите булдырыу йәһәтенән тырышлығы хаҡындағы иң яҡшы эштәр “Медиапрофи-2015” наградаларын аласаҡ. Баһа­лама комиссияһында радиоэлектрон үҫеш кластеры, аҙ тоннажлы химия үҙәге, машиналар эшләү, гербицидтар сығарыу секторы хаҡында мәҡәләләр көтәләр. Йүнселлектең абруйын күтәреү мәсьәләһе тағы ла бер мөһим тема булмаҡсы.
Премияның генераль партнеры – “Башнефть” компанияһының бүлек етәксеһе Рөстәм Таймасов йәмғиәттең позицияһы хаҡында һөй­ләне. Баһалама комиссияһы рәйесе Шамил Вәлиев иһә үҙенең сығышында ғәмәли мәсьә­ләләргә ҡағылды. Ул ҙур төбәк һәм район баҫ­малары вәкилдәренең тиң баһаланыуы ха­ҡында һүҙ алып барҙы, республикала ҡай­һы бер жанр оҫталарының, атап әйткәндә, репортаж өлкәһендә эшләгәндәрҙең етмәүенә зарланды.



Вернуться назад