Ҡый үртәүгә рөхсәт юҡ18.04.2015
Республика Хөкүмәтенең Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияһының сираттағы ултырышында килтерелгән һандар ҡот осҡос ине: утыҙ кеше янғында һәләк булған, биш мең кеше торлаҡһыҙ ҡалған. Ғәрәсәт килтергән зыян ете миллиард һумға баһалана. Был ғәҙәттән тыш хәл Хакасияла теркәлде. Ошо хәлдән һуң, Башҡортостанда бындай фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн, төбәк Башлығы ауыл хужалығында ҡый үртәүҙән баш тартырға саҡырҙы. Юғиһә ғәйеплеләргә штраф һалынасаҡ. Әйткәндәй, уның күләме күпкә артты.
Башҡортостанда, айырыуса көньяҡ ра­йон­дарҙа, ауыл хужалығында ҡый үртәү осраҡ­та­ры бар. Комиссия рәйесе, Хөкүмәт Премь­­ер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев техник үҫештең заман менән бергә атлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Республика биләмәһендә ниндәй генә ут сыҡмаһын, хатта бәләкәй генә усаҡты ла компьютер аша күреп торабыҙ. Шуға йәшереп сүп-сар үртәргә маташыу урын­һыҙ, – тине ул.
Халыҡ та көҙҙән ҡалған ҡыйҙы яҡҡанда һаҡ ҡылана тип әйтеп булмай. Былтыр, мә­ҫә­лән, 49 урман янғыны теркәлгән. Ғә­ҙәттән тыш хәлдәргә башлыса кеше факто­ры сә­бәпсе, ти урмансылар. Яҙ айҙа­рында ҡыу үләнде үртәү, эҫкерттәрҙе яндырыу кеүек эштәр йыш башҡарыла. Синоптиктар быйыл­ғы яҙҙың ҡоро килеүен фаразлай. Һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ. Көслө ел сыҡҡан мәлдә ут менән айырыуса һаҡ булыу фарыз.
Яҙ етеүгә көньяҡ райондарҙа ғына ете урында янғын сығып, урманға ут тоҡаныу хәүефе тыуған. Бәхеткә күрә, ҙур бәләгә юл ҡуйылмаған. Ләкин янғын һүндереүсе­ләр­ҙең һәр ергә лә өлгөрмәүе ихтимал. Тәү сиратта халыҡтың үҙенә уяу булыу фарыз.



Вернуться назад