Тәү сиратта – кеше мәнфәғәте18.04.2015
Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияның ултырышы булды. Уны республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов алып барҙы.

Ћүҙ Профсоюздар федерацияһы, эш би­реү­селәр берекмәләре һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2014 – 2016 йылдарға төҙөлгән килешеүҙең былтыр нисек үтә­леүе тураһында барҙы. Дөйөм алғанда, тәү сиратта республиканың социаль-иҡти­сади үҫе­ше мәсьәләләрен хәл итеүе хәс­тәр­ләнгән. Былтыр Башҡортостан иҡти­са­дының үҫеш тиҙлеге тотош Рәсәйҙәге уртаса күрһәткес менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға йыл­дамыраҡ булған. Торлаҡ төҙөп файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, илдә бишенсе урынға сыҡҡан. Өҫтәүенә респуб­ликаға инвестициялар ҙа даими йәлеп ителә – әле 700 миллиардтан ашыу һумлыҡ 120 ҙур проект бар. Ћөҙөмтәлә 45 меңгә яҡын эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Социаль партнерлыҡҡа килгәндә, 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем 7022 коллектив килешеүе төҙөлгән.







Вернуться назад