Һөт илендә хәлдәр нисек?18.04.2015
Республикабыҙға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров килде. “Өфө” аэропортында уны төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Николай Федоров Башҡортостанда һөт малсылығын үҫтереүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, төрлө ведомстволар, тармаҡ союздары һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
Министрлыҡ етәксеһе республикалағы агросәнәғәт комплексы объекттарында, атап әйткәндә, Ҡырмыҫҡалы районындағы “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығында, Өфө районындағы Цюрупа исемендәге агрофирмала һәм “Алексеевка” совхозында булды.




Вернуться назад