Шайморатов – Байымда18.04.2015
Шайморатов – Байымда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын Байым ауылы халҡы лайыҡлы ҡаршылай: улар Дан аллеяһы булдырып, халҡыбыҙҙың легендар улы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәлен ҡайтанан яңыртып, мемориаль комплекс асырға йыйына.

Былтыр, республика Хөкүмәте ҡарарына яраш­лы, Башҡортостанда урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү ниәтендә яңы программа ғәмәлгә инде. Был конкурсты Байым ауыл биләмәһе беренселәрҙән булып күтәреп алып, күптән хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең береһен яҡлап сыҡты.
1970 йылда Байымда генерал Шайморатовҡа тәүге һәйкәл асыла. Уны Миңлеғәле Шайморатов исемендәге колхоз рәйесе Хәмит Балда­шев­тың тәҡдиме менән эшләйҙәр. Йылдар үтеүгә һәй­кәл аҡрынлап емерелә башлай, төҙөклән­де­реүгә матди ҡыйынлыҡтар аяҡ сала. Ватылған обелиск, емерелгән һәйкәлдәр менән йәш быуынды илһө­йәрлек рухында тәрбиәләү мөмкин түгел икән­леген яҡшы аңлаған ауыл халҡы программаға бүленгән аҡсаға Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты яңыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн биләмәгә ҡараған ауылдарҙан 150 мең һум күләмендә аҡса йыйыла. Тағы ла бер миллион һумдан ашыуы Бөтә донъя банкы тарафынан бүленә. Инициатива төркөмө етәксеһе, Әбйәлил район Советы депутаты Илдар Исламов әйте­үенсә, халыҡ акцияны ихлас күтәреп ала. Тиҙ арала тендер иғлан ителеп, унда еңеп сыҡҡан Магнитогорск ҡалаһының “Урал-Сервис” йәмғиәте эш башлай. Бейеклеге – өс метр, киңлеге 83 сантиметр тәшкил иткән генерал Шайморатов­тың мөһабәт һыны ҡайтанан ҡалҡып сыға. Ошо көндәрҙә һәйкәлде буяу һәм башҡа яҙыу-һыҙыу эштәре башланған.
Әйткәндәй, Башҡортостанда ҡаһарман яҡта­шы­быҙ, генерал-майор Миңлеғәле Шаймора­товҡа ҡуйылған берҙән-бер һәйкәл – ошо Байым ауылында.







Вернуться назад