Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында үткән фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар ошо һорауға яуап эҙләне.Кешеләрҙе хаҡ юлға әйҙәү, уларға Ислам дине хаҡында дөрөҫ һәм аңлайышлы ғилем таратыу – һәр мосолмандың изге бурыстарының береһе. Был йөкләмә мәсеттә имам вазифаһын башҡарған ир-егеттәр өсөн икеләтә мөһим. Әммә, халыҡты Ислам дине тәғлимәттәренә төшөндөрөүҙән тыш, һәр һүҙҙе үҙ тормошоңда ҡулланып, ҡылыҡтарың аша дәлилләү яҡшы. Ошонан сығып, конференцияла ҡатнашыусылар халыҡта Исламға ыңғай ҡараш булдырыуҙа дин әһеленең белеме, ҡиәфәте, тәртибе һәм башҡа сифаттары ла мөһим булыуы хаҡында фекер алышты, сығыштар тыңланы.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ойошторолған сарала Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, уның урынбаҫарҙары Әйүп Бибарсов, Айнур Арыҫланов, республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-дин мөнәсәбәттәре буйынса совет, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының экстремизмға ҡаршы эшмәкәрлек үҙәге вәкилдәре, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш, кадрҙар буйынса урынбаҫары Миңзифа Көмөшҡолова, педагогия фәндәре докторы Таһир Әминев, “Ихлас” мәсетенең имам-хатибы Мөхәмәт хәҙрәт Ғәлләмов ҡатнашты.
– Дин әһелен бар яҡлап та тейешле кимәлдә үҫтереү, тәрбиәләү өсөн бер көн генә етмәй, – тине Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин үҙ сығышында. – Ислам ғилемгә, яҡтылыҡҡа ғына өндәй. Боронғо осорҙарҙа белемде башлыса дини остаздар таратҡан, һәр кем үҙе уҡытҡан балалар өсөн яуап тотҡан, тотошлайы менән камиллыҡ өлгөһөнә ынтылған. Әлеге йыйын да республикабыҙҙың төрлө ауыл-ҡалаларындағы мәсеттәрҙә эшләгән имамдарыбыҙ өсөн ярҙам, үҫешкә этәргес булыр тип ышанам.
Динебеҙ мосолмандарҙан һәр яҡлап та өлгәшеү, төплө белем, тәрбиә, инсафлылыҡ талап итә. Тотошлайы менән ғилем эстәүгә бирелеп, көнкүрешкә, йәмәғәткә ҡағылышлы мәсьәләләргә күҙ йомоу, бер яҡлы ғына фекер йөрөтөү бөгөнгө ҡатмарлы, әммә үҙенсәлекле осорҙа йәшәгән мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә зыян ғына. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән бихисап мөмкинлектәрҙе дөрөҫ файҙаланып, эске, тышҡы донъябыҙҙы күркәм итергә тырышыу зарур.
– Урындағы дин әһеленең йөҙөн уның мәсеттә, коллективта, халыҡ араһында алып барған эшмәкәрлеге генә түгел, шул уҡ ғаиләһе, күршеләре, башҡа конфессия вәкилдәре менән булған мөнәсәбәте, әхлаҡи сифаттары, юғары белеме, миһырбанлығы ла сағылдыра. Имамдарыбыҙға ла, ябай халыҡҡа ла ошо яҡлап ыңғай сифаттар тәрбиәләү өҫтөндә эшләргә кәрәк, – тигән һүҙҙәр яңғыраны Әйүп хәҙрәт Бибарсовтың сығышында.
Изге ниәттәге бәләкәй генә эш тә, әгәр ул даими һәм эскерһеҙ башҡарыла икән, ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә лә халҡыбыҙҙың сал тарихында яҡты эҙ ҡалдырған Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдин, Әхмәтзәки Вәлиди, Зыя Камали, Зәйнулла Рәсүлев кеүек шәхестәребеҙҙең уҡыу-уҡытыуҙа, ғилем таратыуҙа ҡулланған ысулдарын иҫкә төшөрөп, йәш быуынды, өлкәндәрҙе лә яҡтылыҡ, изгелек, именлек юлына әйҙәп йәшәү, эшләү һәр мосолман өсөн файҙалы һәм сауаплы булыр ине. Заман имамы иһә бар яҡлап камил, кешелекле һәм ғилемле шәхес кимәленә ынтылып йәшәргә бурыслы.