ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ17.04.2015
Иң башта – бала мәнфәғәттәре

Фатирымды ейәнсәрҙәрем исеменә хосусилаштырырға теләгәйнем. Өҫтәүенә улар йәшәү урыны буйынса миндә даими теркәлгән. Єммә берәүһенең опекуны бар, һәм ул ризалығын бирмәй. Был осраҡта нимә эшләргә?

Н. НУРИСЛАМОВА.
Өфө районы.

1991 йылда ҡабул ителгән “Рәсәй Федера­ция­һын­да торлаҡ фондын хосусилаштырыу тураһында”ғы За­кондың 2-се статьяһында әйтеле­үенсә, барыһы ла, шул иҫәптән бәлиғ булмағандар ҙа, хосуси­лаш­тырыуҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Опека һәм попечителлек органының ризалығы булған осраҡта ғына опекун баланы үрҙә әйтелгән хоҡуғынан мәхрүм итә ала (Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 37-се статьяһы). Шуға һеҙгә ғариза менән опека һәм попечителлек органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда ейәнсәрегеҙҙең йәшәү шарттарын яҡшыртырға теләүегеҙ һәм ошоға бәйле тыуған хәл тураһында яҙығыҙ.

Бер нәмә лә бушҡа эшләнмәй

Эш хаҡымды картаға күсереп баралар. Ләкин фирмабыҙ һайлаған банк миңә бөтөнләй оҡшамай. Хәҙер хеҙмәткәрҙәр картаһына эш хаҡын күсерәсәк банкты үҙҙәре һайлай ала тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө?

Ләйсән.
Күмертау ҡалаһы.

Ысынлап та, 2014 йылдың 5 но­яб­ренән алып эш хаҡы ҡулға бирел­мәгән осраҡта һәр кем банкты үҙе һайлай ала. Финанс ойошмаһы үҙ сиратында аҡсаны картаға күсереп барасаҡ. Бының өсөн банктың ата­ма­һы, реквизиттары һәм шәхси иҫәбегеҙҙе күр­һәтеп ғариза яҙырға кәрәк. Тик шуныһы бар: был осраҡта картаны хеҙмәтләндереү буйынса сығымдарҙы ла һәр кемгә үҙенә ҡапларға тура киләсәк. Єгәр был кредит картаһы икән, аҡсағыҙҙы банкомат аша алған осраҡта комиссия тотоп ҡалыуҙары ихтимал. Хатта ул эш хаҡығыҙ булһа ла. Шуға, һеҙгә ниндәй юл ҡулайлыраҡ булһа, шуныһын һайлағыҙ.

Рубриканы Айһылыу
НИЗАМОВА алып бара.





Вернуться назад