(“Табипһыҙ ҡалабыҙмы?”, 2015 йыл, 30 ғинуар)
Яңы Һәйет ауылы халҡы урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ҡыҫҡартылыуына әсенеп мөрәжәғәт иткәйне. Был мәсьәләгә ҡарата Ишембай районы хакимиәтенән түбәндәге хатты алдыҡ:
“Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2012 йылдың 15 майындағы “Өлкәндәргә тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу тураһындағы положениены раҫлау тураһында”ғы 543-сө фарманына ярашлы, беркетелгән халыҡ һанына ҡарап һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2014 йылдың 29 октябрендәге “Бюджет сығымдарын ҡулайлаштырыу саралары планын (юл картаһы) тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы саралары планын раҫлау хаҡында”ғы 3257-се фарманы нигеҙендә фельдшер-акушерлыҡ пункттарының штат теҙмәһе нормаға килтерелде һәм ФАП мөдире ставкаһының яртыһын тәшкил итә (156 кешелек биләмәнең Ҡолғона участка дауаханаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта ятыуы сәбәпле штат берәмеге 0,25 булырға тейеш).
ФАП-ты тотоу өсөн йылына 500 мең һум китә. Дауаланған кешеләрҙең реестрына ярашлы, килем өлөшө 90,4 мең һум тәшкил итә. Был һан иһә коммуналь сығымдарҙы ла ҡапламай. Мөдирҙе ҡыҫҡартыу һәм уны ярты ставкаға күсереү йылына 200,5 мең һум аҡсаны һаҡлап ҡалдырасаҡ”.
Г. ҒӘБИТОВА
әҙерләне.