Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссияның транспорт буйынса ярҙамсы комиссияһы ағзалары — Ҡаҙағстан Республикаһының инвестициялар һәм үҫеш буйынса беренсе вице-министры Женис Ҡасимбәков, Рәсәйҙең транспорт министры урынбаҫары Сергей Аристов һәм министрлыҡтың Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаменты директоры Роман Александров менән осрашты. Улар транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләрен, шул иҫәптән быйыл Өфө менән Ҡаҙағстан араһында тура авиация бәйләнешен ойоштороу мөмкинлеген тикшерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ “Европа — Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара маршрутын, атап әйткәндә, Ырымбур, артабан Ҡаҙағстан сиге йүнәлешендәге автомобиль юлын һалыу барышы ҡаралды.
Әйткәндәй, “Европа — Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара маршруты Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай биләмәләре аша үтәсәк. Илдәр араһында маршрутты һалыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды, дәүләт сиктәренә сығыу нөктәләре билдәләнде. Рәсәйҙә юл Санкт-Петербургтан башлана һәм Ҡаҙағстан менән сиктә Ырымбур өлкәһенең Сагарчинское ауылында тамамлана. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо — 8,5 мең километр, шуның 2,2 мең саҡрымы Рәсәй аша үтә.
Башҡортостандан был маршрутҡа Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Бәләбәй кеүек ҙур сәнәғәт үҙәктәре инә. Ошоға бәйле республикала 282 саҡрымлыҡ Баулы — Күмертау автомобиль юлының проекты әҙерләнә. Йәмғеһе 73 күпер, байтаҡ яһалма ҡоролмалар төҙөү күҙаллана. Проекттың хаҡы 114,9 миллиард һум тәшкил итә.