Иң юғары кимәлдә үтергә тейеш17.04.2015
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Өфөлә БРИКС саммитын юғары кимәлдә үткәреүҙе власть алдындағы етди бурыс тип атаны. Финанс министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе ул был турала.

Дмитрий Медведев шулай уҡ һуңғы йылдағы айырым иҡтисади мәсьәләләргә туҡталды. Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙең яҡын күршеләре менән үҙ-ара бәйләнеш үҫте, Евразия иҡтисади союзы эшләй башланы, башҡа дәүләттәр менән байтаҡ мөһим килешеүҙәр, мәҫәлән, Вьетнам менән ирекле сауҙаның тәүге зонаһын ойоштороу тураһында договор әҙерләнә.









Вернуться назад