Путин кеше айырыуға ҡаршы17.04.2015
Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин тура эфирҙа илебеҙ халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Йыл һайын ойошторолған “Владимир Путин менән тура бәйләнеш” махсус программаһы “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24” телеканалдары, “Маяҡ”, “Хәбәрҙәр ҒМ” һәм “Рәсәй радиоһы” радиостанциялары аша тапшырылды.
Был “тура бәйләнеш” – Владимир Путин өсөн иҫәп буйынса ун өсөнсөһө. Халыҡ менән ошо рәүешле аралашыуҙы ул 2001 йылда башлағайны. Сираттағыһы барышында дәүләт башлығы илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, шулай уҡ халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Студияға саҡырылған ҡунаҡтарҙың ғына түгел, хәбәрҙәрҙе берҙәм эшкәртеү үҙәгенә шылтыратҡан, SMS, шулай уҡ ҡыҫҡа видеояҙма ебәргән кешеләрҙең дә мөрәжәғәте иғтибарһыҙ ҡалманы.
Башҡа йылдарҙан айырмалы, халыҡты Украинаға ҡағылышлы мәсьәләләр, санкцияларға бәйле хәл нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы, иҡтисади көрсөк тирәләй проблемалар ҙа ситтә ҡалманы. Әйтәйек, Президенттан “Ни өсөн Украинаға әле булһа осһоҙ газ, арзан кредит һәм башҡа ташламалар тәҡдим итәбеҙ?” тип һораусылар булды.
— Сәйәси хәл-ваҡиғалар үҙгәреп торһа ла, халыҡҡа йәшәргә кәрәк бит. Ғөмүмән, мин кешеләрҙе дәүләтенә, милләтенә ҡарап баһаламайым, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа йәшәһәк тә, халыҡ бер бөтөн. Һорауға килгәндә иһә, беренсенән, беҙ урындағы халыҡҡа ярҙам итәбеҙ. Икенсенән, Украинаның иҡтисади көрсөктән тиҙерәк сығыуы беҙҙең өсөн файҙаға ғына буласаҡ, — тине ил етәксеһе.
(Тулыраҡ мәғлүмәт – киләһе һанда).