ЙОНДОҘНАМӘ17.04.2015
(20 – 26 апрель)

ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор. Иң мөһиме – уны тейешенсә файҙалана белеү. Йортоғоҙҙо төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, баҡса эштәре менән шөғөлләнергә мөмкин. Тик мәшәҡәттәргә сумып, һаулыҡ хаҡында онотоп ҡуймағыҙ. Имгәнеү хәүефе бар, һаҡ булығыҙ. Ҡиммәтле әйбер һатып алыу өсөн уңайлы мәл. Шәхси мөнәсәбәттәрҙе көйләү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирер.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Ярайһы уҡ тотороҡло аҙна. Ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ әленән-әле ҡыуандырып торор. Ҡыйыу аҙымдар яһай алаһығыҙ. Белемде камиллаштырыу хаҡында ла уйланырға ваҡыт. Был уңышлы осор ай бөткәнсә дауам итәсәк, шуға күрә теләк-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн уны файҙаланып ҡалығыҙ. Етәкселек тырышлығығыҙҙы тейешенсә баһалар. Аҡсалата бүләк тапшырыуҙары бар.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Етди һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ талап ителер. Уның ҡарауы, әллә күпме эш башҡарырһығыҙ. Яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға ваҡыт бүлергә онотмағыҙ. Яңы килем сығанаҡтарын эҙләү өсөн уңайлы аҙна. Серле билдәләргә, төштәрегеҙгә иғтибар итегеҙ, һиҙемләү көсөн үҫтерегеҙ. Сетерекле мәсьәләнең хәл ителмәүендә һеҙҙең ғәйеп юҡ, ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ. Барыһы ла яйланыр. Һаулыҡты нығытыу хаҡында хәстәрлек күреү зыян итмәҫ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Мөһим документтарға ҡул ҡуйғанда иғтибарлы булығыҙ, хаталаныуығыҙ ихтимал. Уны төҙәтеүҙең бик ҡыйынға төшөүе бар. Борсоған мәсьәлә көтмәгәндә һеҙ теләгәнсә хәл ителер. Тормошоғоҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Яҡындарығыҙ яҡшы яңылыҡтар менән ҡыуандырыр, кәйефегеҙҙе күтәрер. Буш ваҡытта спорт менән шөғөлләнергә кәңәш ителә.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Тормошоғоҙ сағыу ваҡиғалар менән һуғарылыр. Эш урынында тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, аҡсалата бүләккә өмөт итергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә, эшмәкәрлектә лә фекерегеҙҙе яҡлағыҙ, хаҡ булыуығыҙҙы раҫларлыҡ дәлилдәр килтерегеҙ. Буш ваҡытта күҙҙәргә ял бирергә, телевизор менән компьютерҙан баш тартырға кәңәш ителә.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Ғаилә хәлдәрен, шәхси мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн уңайлы аҙна. Яҡындарығыҙҙың иғтибарына иҫәп тота алаһығыҙ. Уҙған осорҙағы тырышлығығыҙҙың файҙаһын тойорһоғоҙ. Эштә лә ыңғай алға китеш һиҙелер. Әйбер һатып алыу теләге көслө булһа ла, әлегә был ниәттән баш тартырға кәңәш ителә. Ҡан әйләнеше ағзаларына иғтибар итегеҙ, табипҡа күренегеҙ.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Көс-дәртегеҙҙе дөрөҫ файҙаланырға өйрәнегеҙ. Кәрәкмәгән ғәмәлдәргә, буш һүҙҙәргә ҡеүәтегеҙҙе сарыфламағыҙ. Теге йәки был эшкә тотонор алдынан аныҡ план төҙөгөҙ һәм унан тайпылмаҫҡа тырышығыҙ. Был һеҙгә хәлде дөрөҫ баһалау мөмкинлеген бирер. Аҙна аҙағына барыһы ла яйланыр, һәр йәһәттән уңыш йылмайыр.

САЯН (23.10 — 21.11).
Ярайһы уҡ ҡатмарлы аҙна. Яҡындарығыҙ, эш урынында етәкселек менән сәбәпһеҙ низағлашыуығыҙ ихтимал. Хеҙмәттәштәрегеҙ үҙ фекерен көсләп тағырға тырышыр. Үҙегеҙҙе хаҡлы тип иҫәпләһәгеҙ ҙә, һүҙ ҡуйыртмаҫҡа, килешергә кәңәш ителә. Һөйгәнегеҙҙе көнләшеү өсөн бер ниндәй нигеҙ юҡ, шуға күрә тынысланығыҙ, сабыр булығыҙ.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Бар уйығыҙ эшмәкәрлеккә бәйле булыр, моғайын. Яҡындарығыҙҙың быны аңламауы ихтимал. Хәлде тыныс ҡына аңлатырға тырышығыҙ. Аҙна уртаһына дуҫ-иштәрегеҙҙән ҡыҙыҡлы тәҡдим булмаҡсы. Унан баш тартмаһағыҙ, тормошоғоҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Организмығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ – табипҡа күренергә ваҡыт түгелме икән?

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Танышыу, мөхәббәт, романтик осрашыуҙар, ял итеү өсөн ҡулай осор. Яҡындарығыҙға йылылыҡты йәлләмәһәгеҙ, ыңғай һөҙөмтәһе үҙегеҙгә лә әйләнеп ҡайтыр. Эш урынындағы әүҙемлегегеҙҙе етәкселек күрмәй ҡалмаҫ, тик баһаһы һүҙҙә генә булыр. Сит-яттарға сер асырға ашыҡмағыҙ.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Ғаилә мөнәсәбәттәрен киҫкенләштермәҫкә кәңәш ителә. Сабырлыҡ, түҙемлек талап ителер, моғайын. Көндәлек мәшәҡәттәр, эш урынындағы етди мәсьәләләр арҡаһында хис-тойғоға урын ҡалмаҫ. Шулай ҙа яҡындарығыҙға иғтибар бүлергә тырышығыҙ. Ата-әсәгеҙҙең хәлен белергә онотмағыҙ.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Мәлде танышлыҡтар булдырыу, аралашыу өсөн файҙаланырға кәңәш ителә. Яңғыҙ ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Бер урында ултырмағыҙ, сәфәр ҡылығыҙ, дуҫ-ишегеҙ менән осрашығыҙ. Үҙегеҙгә, һаулығығыҙға иғтибарҙы арттырығыҙ: һалҡын тейеү хәүефе бар.


Вернуться назад