Беҙҙең атай хәбәрһеҙ юғалмаған!17.04.2015
Тантаналары менән шаулап-гөрләп, уңалмаған яраларҙы ҡуҙғатып, һағыштарҙы яңыртып, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы ла етеп килә. Ғәҙәттә, был ваҡытта ҡабатланған уйланыуҙарым әсәм вафатынан һуң тағы ла әрнеүлерәк ҡәнәғәтһеҙлеккә әүерелде.
Йәнемә тынғы бирмәгән ҡәнәғәтһеҙлек — ул, нигеҙҙә, үҙемә дәғүә. Ваҡытында, әле атайҙы белгәндәр иҫән саҡта, ҡайһы берәүҙәре менән хатта аралашырға тура килгәндә уларҙың беҙҙең атай менән бер полкта, дивизия формалашҡандан алып вафатына тиклем бергә булғандарын белмәй йөрөлгән. Әгәр белгән булһам, Оборона министрлығы архивына файҙаһыҙ хаттар яҙып, уның фронт хаттарынан ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт табырға тырышып, матбуғатта баҫылған хәтирәләрҙән исемен, фотоларҙан йөҙөн эҙләп ыҙаланмаҫ инем.
Ошоға тиклем беҙҙең ғаиләлә атайыбыҙҙың ҡайҙа, нисек, ниндәй шарттарҙа һәләк булғаны хаҡында һүҙ ҡуҙғатыусы ла булманы. Күберәк һуғышҡа тиклемге бәхетле, татыу тормоштары хаҡында әсәйҙең, өлкән туғандарҙың һөйләгәндәре хәтерҙә. Асылда шул хәтирәләр менән йәшәнек, әсәйебеҙ ҙә, апайым, ағайҙарым да был хәлде сабыр кисерҙе, ул теманы ҡуҙғатманы, билдәһеҙлек эсендә сабыр ғына йәшәй бирҙек. Шулай ҙа билдәһеҙлек – ул өмөт тәһә. Йөрәк һыҙлатҡан өмөт. Әсәйемдең фани донъя менән хушлашыр алдынан ”Мин уны көттөм бит” тип әрнегәне һаман йәнемде өҙгөләй.
Еңеүҙең 65 йыллығынан һуң Дим биҫтәһендәге 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үҙенсәлекле осрашыу булды. Музей асылыуға биш йыл ваҡыт уҙған, шул уңайҙан дивизия һуғышсыларының бер төркөм балаларын саҡырғандар. Миңә лә тейҙе шул бәхет. Уға тиклем музейҙа 11 апрелдә булғайным. 1942 йылдың шул көнөндә атайым тәүге эшелон менән һуғышҡа оҙатылған булған. Ул хаҡта мин аҙаҡ ҡына белдем.
Музей хеҙмәткәрҙәре бик ихлас ҡаршы алды, атайым тураһындағы мин белгән мәғлүмәттәрҙе һорашып яҙып алды, хәбәрләшеп торорға һүҙ ҡуйышып хушлашҡайныҡ. Музейҙағы икенсе осрашыу айырыуса тулҡынландырғыс, хәтергә уйылырлыҡ булды. Минең өсөн бигерәк тә.
Осрашыуҙы алып барыусының һүҙ бирер алдынан әйткәндәренән өҙөк килтерәм: “5 декабря 1942 года группа воинов 275-го кавалерийского полка вступили в жесточайшую схватку с отборными частями СС в районе населенного пункта Нижнее Деево под Сталинградом. Бойцы не отступали. Многие остались на поле сражения. Героически погиб и военный техник Ахметхан Мамбетов. Об этом свидетельствуют записи в дневниках комиссара С. Алибаева, которые стали книгой в 1971 году. Слово предоставляется сыну отважного артиллериста Мамбетову Мидхату Ахметхановичу”.
Был минуттарҙа нимә кисергәнемде аңлауы ҡыйын түгелдер. Мин ишеткәндәр, сығыштағы мәғлүмәттәр көтөлмәгән асыш ине. Ныҡ тулҡынланыу сәбәпле үҙемдең нимә һөйләгәнемде һүҙмә-һүҙ хәтерләмәйем хатта. Ғаиләбеҙҙең һуғыштан һуңғы йылдарҙағы яҙмышы, әсәйебеҙҙең балалары хаҡына күргән ыҙалары, атайыбыҙҙың “хәбәрһеҙ юғалғандар” исемлегенә эләгеүе, шул арҡала ғаиләбеҙҙең дәүләт ярҙамынан мәхрүм ҡалыуы хаҡында һөйләнем шикелле. Үҙем осрашыуҙың тиҙерәк тамамланыуын көтәм, сөнки С. Әлибаевтың “Көндәлектәр”ен үҙемә уҡып сығырға, ундағы атайым тураһындағы мәғлүмәттәрҙе күсереп алырға ине.
Китапты тулҡынланып ҡулыма алдым, һәр битен һаҡ ҡына асам, һәр юлын, һәр һүҙен ижекләп тигәндәй үҙемә һеңдерәм. Әлбиттә, атайымды, ҡәҙерле исемде эҙләйем. Хатта исеме телгә алынмаған ваҡиғаларҙа ла уның барлығын, ҡатнашҡанын тойомлап ултырам. Уҡыйым, үҙемде уның урынына ҡуйып уйҙарым менән ауылға ҡайтам, әсәйемдең хәлдәрен күҙалларға тырышам. Кисерештәр, уйҙар үтә лә ҡатмарлы.
Көндәлектәрҙә беҙҙең атай “Әхмәт Мәмбәтов” тип йыш телгә алына. Ни өсөн исеме тулы килеш “Әхмәтхан” тип бирелмәгәненә аңлатманы мин атайҙың хаттарынан таптым. Ашығып ҡына яҙған ҡайһы бер сәләмдәрендә атайым исемен “Әхмәт”тип кенә ҡыҫҡартып биргән. Беренсе тапҡыр ул көндәлектең 1942 йылдың 5 майында теркәлгән яҙмаларында телгә алына: “Кисен яңы төҙөлгән полк мәктәбе йыйылышын үткәрҙек. Улар юғары аңлы, алдынғы егеттәрҙән һайлап алынғайны. Бына ул егеттәр...” Артабан эскадрондарҙан, пулеметсыларҙан, полк батареяһынан, минометсыларҙан, элемтәселәрҙән, саперҙарҙан 55 һуғышсы телгә алына. Шулар араһында полк батареяһынан Әхмәт Мәмбәтов та бар. Исемлек “һәм башҡалар” менән тамамланғас, автор курсанттарҙың бөтәһен дә телгә алмаған тигән һүҙ. Бына шулай ашығыс яҙылған ҙур исемлектә исемдәрҙең ҡыҫҡартылыуы ла ихтимал тип уйларға урын бар. Икенсенән, атайҙың хаттарында ла полк батареяһында хеҙмәт иткәне телгә алына.
Китапҡа тағы күҙ һалайыҡ (65-66-сы биттәр):
«3 август... Бөгөн беҙҙә — партия йыйылышы. Башланыуҙан бер-ике сәғәт элек дивизия политбүлеге начальнигы Әхмәт Абдуллин, инструктор К.А. Мельников килде... Дошман миналары төшөп шартлап тороуға ҡарамаҫтан, партия йыйылышы билдәләнгән ваҡытта матур бер болонлоҡта башланды».
Төп доклад менән С.Р. Әлибаев сығыш яһай. Артабан бер-бер артлы һуғышсыларға, улар араһынан беҙҙең атайға ла һүҙ бирелә. Бына уның сығышынан өҙөк: “Артиллерист Әхмәт Мәмбәтов: «Һуғышҡа беҙ яҡшы әҙерләндек, – тип башланы һүҙен. – Беҙҙә Әбүталипов тигән йәш кенә воин бар. Исмәғил исемле ул. Баймаҡ районының Темәс ауылынан. Наводчик үҙе. Йәш булһа ла, һуғыштың рәтен белә. Дивизияға ла ул фронттан килде. Боркиҙа иртәгә һуғыш була тигән көндө кистән: «Әйҙә, Мәмбәтов иптәш, разведка яһап ҡайтайыҡ, аҙаҡ тура төҙәп атырбыҙ», — ти. Киттек. Дошман Олым йылғаһының аръяғында, яҡын ғына. Сапрон ауылынан бире, һыуҙың теге яҡ ситендә, һалдаттар тәмәке көйрәтеп тора. Ҡайҙа нимә бар — орудиемы, пулеметмы, йөктәрме, өйкөм һалдаттармы, барыһын да күреп-белеп алдыҡ та ҡайтып пушкаларҙы ҡороп ҡуйҙыҡ. Шунан һуң, яҡтырғас, гел өҫтәренә генә ауҙарып тик торабыҙ. Беҙҙең батареяның комиссары Чанышев, взвод командиры Шәмғетдинов иптәштәр Исмәғилде маҡтап бөтә алманы. Комбат Рәхмәтуллин иптәш әйтеүенсә, беҙ шунда өс йөҙләп фашисты ҡырғанбыҙ. Уға яҡшы күренә. Ул күҙәтеп, иҫәпләп тора ине...»
Текстағы күп нөктәләр сығыштың дауамы булғанына ишара. С.Р. Әлибаев йыйылыштың рухын билдәләп былай тип яҙа: «Йыйылыш, ғөмүмән, юғары кимәлдә үтте. Ораторҙар бөтәһе лә Оборона халыҡ комиссариатының 227-се приказында ҡуйылған бурыстар тураһында ныҡлап әйтте, етешһеҙлектәрҙе күрһәтте». Был һүҙҙәр атайымдың сығышына ла ҡағыла тип уйларға кәрәк.
«Комиссар яҙмалары»ның 83 – 85-се биттәрендә атайыбыҙ өс тапҡыр телгә алына, һүҙ, нигеҙҙә башҡортса сыҡҡан фронт гәзите «Ҡыҙыл атлылар», ундағы мәҡәләләр һәм авторҙары тураһында бара.
«Ҡыҙыл атлылар»ҙың бөгөнгө һаны (1942 й., сентябрь, № 70) күбеһенсә беҙҙең полк тормошонан алып яҙылған материалдарҙан тора. Уларҙа беҙҙең оборона шарттарындағы тормош шаҡтай тулы сағыла. Шунлыҡтан уларҙың ҡайһы берҙәрен көндәлегемә теркәп ҡуйыуҙы кәрәкле таптым...
...Икенсе биттәге дүрт мәҡәләнең өсәүһе беҙҙән. Политруктар И. Сәғитов, Самат Назаров, замполит Әхмәт Мәмбәтов яҙған».
Политрук И. Сәғитовтың «Коммунистар — алдынғы воиндәр» тигән мәҡәләһендә коммунистарҙың ышаныслы, башҡаларға өлгө булырлыҡ һуғышсылар икәне телгә алына. Унда шундай юлдар бар: «Коммунистар Ватан приказын үтәүҙә, рубеждарҙы нығытыуҙа, һуғышта партия эшенә бирелгәнлек өлгөһөн күрһәтеүҙә алдынғылар булып һанала. Коммунистәрҙән Бакиров, Әсәҙуллин, Йосопов, Абдрахманов, Мәмбәтов иптәштәрҙең рубежынан дошман, ниндәй генә көслө булһа ла, үтәсәк түгел»...
Үрҙә автор гәзиттә беҙҙең атайҙың да мәҡәләһе баҫылғанын телгә алғайны. «Дуҫтар расчеты» тип атала ул.
“Һуғышҡа ингәндә яныңда яҡын иптәшең булһа, иң ауыр минутта ла уның ярҙам ҡулын һуҙасағына ышанаһың. Шундай ваҡиға булды: яугир Сәғитов Баһау төнгө икелә дошмандың ҡаты уты аҫтында телефон сыбығын ялғарға китте. Ул көтөлгән минутта ҡайтып етмәне. Ә дошман һаман да ата. Мин уйға ҡалдым. «Иптәшеңде эҙлә», — тинем үҙ-үҙемә. Киттем. Сәғитов ҡаты яраланған булып сыҡты. Уға беренсе ярҙам күрһәттем һәм ут аҫтынан ҡурҡынысһыҙ урынға алып сыҡтым. Беҙҙең расчет — дуҫтар расчеты. Мин һәр бер һуғышта үҙемдең дуҫтарым Ҡәйүпов, Әбүталипов, Сәлихҡолов һәм башҡаларҙың тауышын ишетәм. Улар менән ҡаты һуғыштарҙа дуҫлаштым, һәм беҙ бергәләп яуға инеп, дошманды тар-мар итәсәгебеҙгә ышанабыҙ.
Политрук ярҙамсыһы Ә. Мәмбәтов».
«Ҡыҙыл атлылар»ҙың 1942 йылдың 4 октябрь һанында (№ 81) Ғ.Әхмәтйәновтың «Коммунист Сирбаев взводы» тигән мәҡәләһендә лә өлгөлө, тәртипле һуғышсылар исемлегендә беҙҙең атайҙың фамилияһы телгә алына: «Взвод ошо көндәрҙә техникаға яһалған смотрҙа беренсе урын алды. Унда хәҙер Әбүталипов, Сөләймәнов, Мәмбәтов, Фәтҡуллин, Ғәфүров кеүек яҡшы дисциплиналы, бына тигән отличник-артиллеристар бар».
Шул уҡ гәзиттең 1942 йылдың 10 сентябрь һанында (№74) атайҙың тағы бер мәҡәләһе баҫылған. Ул “Уҡыуҙар бара” тигән исем менән бирелгән. “Подразделениела боевой әҙерлекте көсәйтеү маҡсаты менән уҡыуҙар йәйеп ебәрелде. Орудиеларҙың материаль частарын отличноға үҙләштереү, расчеттағы һәр бер боецты наводчик итеү — занятиеларҙың төп бурысы ошо.
Занятиялар регуляр үткәрелә. Уҡыуҙа бигерәк тә ездовойҙарҙан Гәрәев, Баһауетдинов, Закиров иптәштәр тырышлыҡ күрһәтә. Ҡыҙылармеец Ә. Мәмбәтов”
Артабан атайыбыҙҙың һуғыштағы һуңғы көнө ҡасан, ҡайҙа һәм нисек һәләк булғаны хаҡындағы яҙма үтә лә аяныслы һәм тетрәндергес. Бына ул юлдар:
“6 декабрь. “Обливская” станцияһы һаман дошман ҡулында.. Румындарҙы алмаштырып, немецтар бик күп көс туплаған. Сәбәбе билдәле: станцияны алһаҡ, немец өсөн Сталинград — Лихая — Ростов араһында юл өҙөлә. Паулюс ғәскәренә боеприпас та, аҙыҡ та, кейем дә, өҫтәмә көс тә килә алмай. Беҙҙең корпусҡа оборонаға күсергә тура килде. 112-се дивизия Попов, Үрге һәм Түбәнге Деево ауьлдары тирәһен биләй. Дошман 1-1,5 километрҙа нығынған, ер аҫты юлдары, сәнскеле тимер сыбыҡ кәртәләр, дзоттар, доттар ҡороп бөткән, яландарҙы миналаған.
Ул ғына ла түгел, кисә гитлерсыларҙың өс йөҙ кешенән торған һайланма СС төркөмө беҙҙең полк оборона ойошторған Түбәнге Деевоға ҡаты налет яһаған. Тиҫтәләгән пушка, минометтар беҙҙең окоптарҙы, хатта штабты ла аяуһыҙ ут аҫтына ала. Шулай ҙа беҙҙекеләр урынынан ҡуҙғалмай. Беҙҙән 28 кеше ҡаты яралана, байтағы һәләк була.
Телефондан Шайморатовҡа шылтыратып хәлде әйтәләр. Ярҙамға 3-сө полк килә. Немецтарҙың һөжүме кире ҡағыла, улар, яланда утыҙға яҡын мәйет ҡалдырып, кире сигенә.
Был көндә полкка командалыҡ итеүсе подполковник Евграфов, полк агитаторы 3. Латипов, артбатарея политругы И. Сәғитов һәм башҡа байтаҡ кеше яралана. Штаб начальнигы Гинзбург, элемтәсе М. Ильясов, Зиннәтуллин, хәрби техник Ә. Мәмбәтов, ветинструктор Ф. Нурмөхәмәтов, үзбәк егете Ғ. Әлиев, артиллерист Борисов һәм башҡалар был аяуһыҙ һуғышта батырҙарса һәләк була’’.
Шулай итеп, ошоғаса хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөгән атайыбыҙҙың батырҙарса һәләк булғандар иҫәбендә икәнен С.Р. Әлибаевтың «Көндәлек биттәренән» («Комиссар яҙмалары») китабынан саҡ, 68 йылдан һуң ғына, белә алдыҡ. Иң үкенеслеһе – әсәйебеҙ генә был хаҡта белмәй китте яҡты донъянан. Кем белә, бәлки, белмәгәне яҡшыраҡтыр, сөнки өмөтө менән китте.
Ошо урында һуғышта һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә ебәрелгән хаталар хаҡында ла әйтмәй булмай. «Память» («Хәтер») китабының Хәйбулла районына арналған томында атайыбыҙҙың тыуған көнө лә, ҡасан хәбәрһеҙ юғалғаны ла яңылыш бирелгән. Мәҫәлән, тыуған йылы — “1906 йыл” урынына “1901”, хәбәрһеҙ юғалғаны 1942 йылдың март айы тип яҙылған. Төҙөүселәр атайымдың бер туған ағаһы Мәмбәтов Әхмәткамал Хужанияз улы менән бутағандыр тигән уй килә башҡа. Хәйер, һуғыш мәхшәрендә иҫәп-хисап кеүек мөһим хәстәрҙәр ҙә икенсерәк планда булғандыр.
Хәҙер, атайыбыҙҙың фронт яҙмышы бер ни тиклем асыҡланғандан һуң, уның һуңғы төйәген дә табаһы, баш эйәһе, сәскәләр һалаһы ине. Тупрағын алып ҡайтып, әсәйемдең ҡәберенә һалһам, уларҙың рухтары ҡәнәғәт булыр ине. Шунда ғына күңелдәребеҙ бер аҙ урынына ултырғандай булыр, бәлки.