КӨНДӘЛЕКТӘРЕНДӘ – ЙӘШӘҮ ДӘРТЕ17.04.2015
КӨНДӘЛЕКТӘРЕНДӘ – ЙӘШӘҮ ДӘРТЕ Алдымда – уттар-һыуҙар кисеп ҡайтып, ете тиҫтә йылдан ашыу һандыҡ төбөндә ятҡан көндәлек. Һарғайған биттәр… Яңалиф менән яҙылған юлдарҙа кеше яҙмыш­тары, авторҙың яуҙа үткән дүрт йыллыҡ ғүмере, 1418 көнө сағыла. Был – минең атайым Шаһишәриф Шаһивәли улы Ишбирҙиндың һуғышта алып барған яҙмалары.

Ул 1914 йылда Ейәнсура районының Үрге Бикбирҙе ауылында тыуа. 1940 йылдың баштарында Алыҫ Көнсығышта хәрби бурысын үтәп, тыуған яҡтарына ҡайта ла комсомолдың Ейәнсура район комитеты аппаратында эшләй башлай. Артабан туған колхозына рәйес итеп тәғәйенләнә. Ең һыҙғанып эшкә тотона, ләкин һуғыш бөтә пландарҙы үҙгәртә.
Шаһишәриф Ишбирҙин 361-се уҡсылар дивизияһының беренсе миномет ротаһы политругы булып Калинин ҡалаһы эргә­һендә тәүге алышҡа инә. “Беҙҙең Армия Ржев ҡалаһы йүнәлешендә ныҡ алға бара. Дошмандың күп кешеһен юҡҡа сығарҙыҡ. Калинин – Ржев шоссеһы немецтарҙың ватыҡ техникаһы менән тулы”, – тип яҙа ул көндәлектә. Бына икенсе яҙма: “20.03.43. Бөгөн таң менән өҫтәмә көс килде. Дошмандың оборона линияһына һөжүм итергә бойороҡ алдыҡ. Ләкин күп бара алманыҡ, дошмандың көслө уты беҙҙе ятырға мәжбүр итте. Мина, пуля ямғыр кеүек яуа. Мин унлап һалдат менән снаряд барлыҡҡа килтергән соҡорҙамын. Мина төшөп шартланы, эргәлә ятҡан ҡыҙылармеецҡа уның ярсығы тейҙе. Минең аяғым уның аҫтында булһа ла, һау ҡалдым. Үс көсәйә нимескә. Мин, шинелемде сисеп ташлап, иптәштәремде әйҙәп, үҙем “Ура!” ҡысҡырып алға йүгерҙем...”
Яраланып госпиталдә ятып сыҡҡас, атайымды Һарытауҙағы танк училище­һына уҡырға ебәрәләр. Артабан ул йәнә фронтҡа китә. Таллинн, Рига ҡалаларын азат итеү өсөн барған ҡанлы алыштарҙа гвардия өлкән лейтенанты Ш. Ишбирҙин танк ротаһы командиры урынбаҫары булараҡ ҡатнаша. Өс тапҡыр яралана, контузия ала. Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.
Еңеү залптары тынһа ла, уның өсөн хәрби хеҙмәт тамамланмай. Госпиталдә дауаланып сыҡҡас, Ленинград эргәһендәге танк частарының береһендә хеҙмәт итә. 1946 йылда әсәйебеҙ Менәүәрә Ҡорбан­ғәле ҡыҙын янына күсереп ала. Оло ағайыбыҙ Илгизәр, шулай итеп, Ленинградта донъяға килә. Әйткәндәй, уның улы Илдар атаһы тыуған ҡаланың Римский-Корсаков исемендәге дәүләт консерва­торияһында дирижерлыҡҡа уҡып сыҡты.
Атайыбыҙ Ленинградта бына-бына капитан погондарын алам тип торғанда атаһы Шаһивәли ауылға ҡайтырға ҡуша. Ҡабат-ҡабат рапорт яҙғандан һуң, рөхсәт бирәләр. Ҡайтыу менән ҡәҙерле кешебеҙ “Кесе Һүрәм” колхозының рәйесе булып эшләй башлай. 1952 йылға тиклем ошо эшендә, аҙаҡ партия ойошмаһы секретары, ауыл Советы секретары, баш бухгалтер вазифаларын башҡарҙы. Әсәйебеҙ менән өс ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтер­ҙеләр.
Көндәлек биттәре һуғышҡа тиклемге тормош хәтирәләре, һағыныу хистәре менән тулы. Моғайын, дәһшәтле һуғыш эсендә йөрөгән һалдаттарға тыуған яҡтан, һөйөклөләренән килгән хат-хәбәрҙәр, “Һуғыштан иҫән ҡайта алһам ине” тигән өмөт, рух ныҡлығы еңеүгә ышаныс биргәндер.




Вернуться назад