Быйылғы ҡояш үҙенең эҫелеге менән бар тереклектең тәҡәтенә тейҙе, күптән ямғыр күрмәгән ер сатнап, үләндәр һарғая башланы. Дамираның таштан ҙур итеп һалынған бейек өй эргәһенә ултыртҡан гөлдәре лә эҫелектән әлһерәп ергә һыйынған. Улар янында үҫкән ағастар ҙа, ҡояштан ышыҡ эҙләгәндәй, әллә ауыр ҡайғынан баштарын ергә эйгән. Урам тулы халыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Аҡбай ҙа һарай эргәһендәге ояһына кереп оялаған. Урам уртаһында табут тора, уны кешеләр уратып алған.
Шыжлатып өй эргәһенә тағы бер машина килеп туҡтаны. Унан кешеләр менән бергә Дамираның көндәше Әлфиә лә килеп сыҡты. Ул башына һалам эшләпә, таҙа кәүҙәһенә һылаштырып йәйге күлдәк кейгән, ҡулында — бәләкәй сумка. Машинанан төштө лә өйөнә ҡайтҡандай ҡыйыу ғына табут янына ыңғайланы.
Балаларын йән дошмандарынан һаҡлаған арыҫландай, Дамира көндәшен күреү менән, иренең табуттағы мәйетен үҙенең ҡаҡса кәүҙәһе менән ҡапларға тырышып, алға сыҡты. Уның асыуы йөҙөнә яҙылған. Оҙон толомдарын башына өйөп яулыҡ ябынған, өҫтөнә оҙон күлдәк кейгән, күҙҙәре моңһоуланып ҡалған, ирендәре ҡымтылған. Көндәшенең килеүе Дамираның янған йөрәгенә ут өҫтәп, уғата ярһытып ебәрҙе. Юҡ! Уны иренә яҡын да килтермәйәсәк! Ул булмаһа, йәшәр ҙә йәшәр ине әле ире! Йөрәгендәге ауыр ҡайғыһына көндәшенә булған асыуын һалып, ҡырҡа ғына:
— Нимә кәрәк? — тип һораны ла, тегеләрҙең яуабын да көтмәй, күҙҙәренән осҡондар сәсрәтеп, алға тағы бер-ике аҙым яһаны. Быны көтмәгән таҙа кәүҙәле, үткер генә күренгән көндәше ҡаушап артҡа сигенде:
— Мин ни... Ерләшергә тип килгәйнем, — тине ул мөшкөл генә тауыш менән. Бындай ҡаршылыҡты көтмәгән ҡатындың килгәндәге ҡыйыулығы ҡапыл юҡҡа сыҡты. Тауышындағы киҫкенлекте кәметмәй, Дамира ҡабат һөжүмгә күсте:
— Ерләшергә?! Иҫеңә төштөмө?.. Ерләү процедураһын үтәп, уның мәйете артынан үҙең йөрөргә тейеш инең, ә һин? Ерләшергә килгән!.. Әҙер машинаға ултырып!.. Һинән башҡа ла ерләрбеҙ! Эҙең булмаһын бында!..
Көндәше ни эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Уның мөшкөл генә тороуы Дамираға көс өҫтәп ебәрҙе. Кәртәгә һөйәлеп торған көрәкте алды ла һелтәнергә тотондо. Уның янында торған туғандарының, йыйылған кешеләрҙең ни әйтеүенә лә иғтибар итмәне. Уйларлыҡ хәлдә түгел ине. Юҡ! Ул хәҙер үҙенең Ғаянын бер кемгә лә бирмәйәсәк! Ул уныҡы ғына! Дүрт-биш йыл элек ҡайҙандыр килеп сыҡҡан берәҙәк көндәшенә бирә буламы һуң!
Көндәше лә, Дамираның был халәтенән ҡото осоп, ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Дамира, еңеүсе ҡиәфәтендә башын юғары сөйөп, иренең табуты янына килеп баҫты. Ерләшергә килгән ауылдаштарының нимә уйлауы ла ҡыҙыҡһындырманы уны. Берәүҙәр:
— Үлгән бит инде, нимәһен бүлешәһең! – тиһә, икенселәре:
— Оялмайынса бында килгән! Нимә уйлап йөрөй икән битһеҙ? Ул йүнле булһа, Ғаян үҙенә ҡул һалмаҫ ине, – тип ҡәһәрләне. Ғаян, әлбиттә, ҡыҙыу холоҡло ине. Әммә үҙенә үҙе ҡул һалыу өсөн етди сәбәптәре лә булғандыр. Бәғзеләр:
— Берәү булһа, ул бисәһен ташлап, ҡабаттан Дамираға ҡайтыр ине, — тиһә лә, уны яҡындан белеүселәр:
— Бик ғәрсел кеше ине. Үлһә-үлә, бер киткәс, кире ҡайтмай инде ул, — тине.
...Эйе, тап дөрөҫөн әйттеләр. Асыу — алдан, аҡыл – арттан тигәндәй, ғаиләһен ҡалдырып, Әлфиә менән бергә йәшәй башлауы ла Ғаяндың ҡыҙыулығынан булды. Дамира менән бәхәсләшкән көндәрҙең береһендә, улы ла килеп ҡыҫылғас, түҙмәне, минән башҡа йәшәп ҡарағыҙ, тип сығып китте.
Эйе, ҡатынына хыянат иткән саҡтары ла булманы түгел. Ир кешегә — ирлек, ҡатын-ҡыҙға – хурлыҡ, тиҙәр. Йөрөр-йөрөр ҙә кире әйләнер. Мал да ашаған еренә ҡайта, тиҙәр бит. Ғаян да, Дамира ла шулай уйлағайны. Етмәһә, күптән түгел күрше ауылдың бер сибәре менән танышып китте. Туҡталышта ултыртып алғайны, әсәләренең өйөнә тиклем оҙатып та ҡуйҙы. Иренән айырылған яңғыҙ ҡатын, йәш. Еләк кеүек бешкән сағы. Ымһындырып, асыҡ иҙеүле кофта менән ҡыҫҡа ғына итәк кейеп алған. Өҙөлөп төшөп ауыҙға керергә торған еләкте нисек ташлап китәһең инде. Ғаян да шулай уйланы. Эҫенешеп киттеләр.
Ғаиләһен ҡалдырып сығып киткәс, Ғаян күп уйлап торманы, Әлфиәгә юлланды. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, бөҙрә сәсле ир-егетте ҡарата алыуына шатланып, Әлфиә “табыш”ын ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Ғаяндың ғаиләһе тарҡалыуына үҙенең сәбәпсе булыуын да уйлап торманы. Ҡатынына асыуы килеп йөрөгән Ғаян Әлфиә менән мауығыуын ваҡытлыса ғына тип уйлағайны ла, уйындан уймаҡ сыҡты...
Әлфиә ике балам бар тиһә лә, ысынында улары өсәү булып сыҡты. Күп тә уйлап тормай, Ғаян янына күсенеп тә килделәр, ирҙең әсәһенән ҡалған иҫке йортта йәшәй башланылар. Әлфиә тағы бер малай тапты. Бәләкәй генә өй эсе бала-саға менән тулды. Ҡатыны Дамираның тәрбиәһендә тыныс ҡына йәшәп өйрәнгән Ғаян аптырашта ҡалды. Әлфиә эшләмәй, эсергә лә ярата икән. Үҙенең ҙур хата яһағанын ныҡлап төшөндө ул. Ҡайһы берәүҙәрҙең:
— Ҡайҙа барһын! Оҙаҡ йәшәй алмаҫ, кире ҡайтыр! — тигән һүҙҙәренә сәмләнеп йәшәргә тырышты. Кәртә тирә-яғын нығытты. Мунса һалды. Йорт һалырға уйлай башланы. Көнө-төнө тир түкте.
Ә ауылдың икенсе яғында Дамира эшләнеп бөтмәгән өйөн һалдыртты, солан төҙөттө. Мал да аҫраны, балаларын да ҡараны. Шул уҡ ваҡытта төп эшендә лә өлгөрҙө. Баҡсаһын ултыртты, емеш-еләген йыйҙы.
Шулай итеп, улар икеһе ике яҡта ярышып донъя көтә башланы.
Тик ныҡлап өй һалыр өсөн Ғаян бер нисек тә аҡса еткерә алманы, тапҡан-таянғаны балаларҙан артманы. Көтмәгәндә тағы бәлә килде: һарайы, ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән бесәне янып бөттө. Дамираның туғандары шикелле ярҙамсылар ҙа юҡ, киреһенсә, унан ниҙер өмөт итәләр. Шунан һуң улар күп уйлап тормай Әлфиәнең ҡалалағы фатирына күсенеп китте.
Ире олаҡҡас, Дамира өсөн донъя бушап ҡалды. Исмаһам, алыҫтан күреп ҡалһа ла, үҙенә йыуаныс таба ине. Бер-ике һүҙ һөйләшһәләр ҙә күңеле күтәрелеп китә, сөнки һаман да йәнен бүлеп бирерҙәй булып ярата ине. Бер һүҙен ишетер, йылмайыуын күрер өсөн генә әллә ниҙәр бирер ине. Ҡыҙыҡһынған кешеләргә:
– Күҙгә күренеп, йән көйҙөрөп йөрөмәһен! – тип яуапланы.
***
Иренең бер килеп уның янына ҡайтырын Дамира сәғәт һайын, минут һайын көттө. Өй янына машина туҡтаһа ла, төндәрен “шыҡ” иткән тауыш ишетелһә лә, Ғаян ҡайтҡандыр тип тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөр булды. Ир бирмәк — йән бирмәк, тиҙәр халыҡта. Үҙенең бөтә һағышын, ҡайғыһын ул эш менән баҫты. Аллаға шөкөр, янында өс балаһы, уларға йыуанып йәшәне. Ә шулай ҙа күңел бушлығын бер ни менән дә тултыра алманы. Эсендәге төйөн үҙен һиҙҙереп, яңғыҙ ҡалған саҡтарында йөрәген әрнетеп, ирен иҫенә төшөрөп торҙо. Ирен эстән күптән ғәфү иткәйне инде, ҡайтып керһә, бөгөндән бер һүҙ ҙә әйтмәй ҡабат ҡабул итер ине. Тик юҡҡа ғына булған икән уның өмөттәре.
— Йәш ғүмереңде бушҡа үткәрәһең, ауыл тулы буйҙаҡ ирҙәр бөгөндән ҡатынлыҡҡа алырға тора. Шул Ғаян тип ғүмер буйы яңғыҙ йәшәмәҫһең бит инде! – тип әйтеүселәр ҙә күп булды. Тик уның күңелендә Ғаян ғына ине шул.
Ғаяндың үҙен ташлап сығып китеүендә көндәше Әлфиәне генә ғәйепләһә лә, ваҡыт үтеү менән үҙенең дә ғәйебе барлығына төшөндө. Иренең күңелен аңлап бөтөрмәгән шул ул. Һуңғы ваҡытта Ғаяндың әсәһенә лә бик һирәк барҙы, барһа ла, күп ваҡыт аңлаша алманылар. Икеһе ике ҡатлам кешеләре булды, туғандары ла уныҡылар менән аралашманы.
Өй һалғанда ла Дамираға туғандары ныҡ ярҙам итте, ә Ғаяндың яңғыҙ әсәһе ни генә эшләй ала инде. Шунлыҡтан Ғаян тешен ҡыҫып түҙҙе, ҡатынына яуап таба алманы. Ни хәл итәһең, уның һүҙҙәре хаҡ. Атаһы аҡылға еңеләйеп йөрөп үлеп ҡуйҙы. Әсәһе иҫән саҡта уға барып йыуанып ҡайта ине. Ни тиклем сабыр, аҡыллы булған икән ул. Атаһы ауырый башлағас та уны тәрбиәләп йәшәне. Улына ла ауырлыҡ килтермәҫкә тырышты.
Ғаян, ҡасан ҡайтһа ла, ҡатыны Дамираның унан баш тартмаҫын, ҡабул итерен белә ине, сөнки ул:
— Ҡабат ҡайтһа, керетәм, балаларым атайлы үҫер ине, — тип ишеттерҙе. Тик Ғаяндың ғорурлығы ебәрмәне. Ҡайтһаң да, тормош тормош булмаҫ тип уйланы. Сөнки Дамираның ата-әсәһе улар өйләнешкәндә лә ризалыҡтарын бирмәне, туй ҙа яһаманы. Дамира уға ҡасып сыҡтымы, Ғаян уны урлап алдымы? Был бик күптәргә сер булып ҡалды. Ҡышҡы кистәрҙең береһендә әсәһенә әйтте лә машинаға ултыртып алды ла ҡайтты. Дамираның ата-әсәһе никахҡа ла, туйға ла килмәне, ҡыҙҙарынан баш тарттылар. Беренсе балалары тыуып, өй алып башҡа сыҡҡас ҡына йөрөшә башланылар. Тик ғүмер буйы йөҙҙәренән ризаһыҙлыҡ билдәһе китмәне. Кем балаһы икәнеңде онотма тигәндәй шул ризаһыҙлыҡ билдәһе Ғаянды һәр ваҡыт кәмһетеп торҙо. Уның бар донъяны яңғыратып, мин дә кеше балаһы, тип ҡысҡырғыһы килгән саҡтары әҙ булманы.
Дамира менән бер осрашҡанында Ғаян уйынлы-ысынлы:
— Мин ауылға ҡайтмайым, ситкә сығып китәйек! — тип әйткән дә ине, тик ҡатыны:
— Был заманда йорт-ерҙе туҙҙырып тағы ҡайҙа китәһең, үҙең ҡайт! – тип яуапланы. Эйе, донъяны йыйыуы оҙаҡ булһа ла, туҙҙырыуы тиҙ. Ҡатынының уға ышанысы ла бөткәндер инде. Хәҙер аңланы ла бит ул уның ҡәҙерен. Ҡатыны уны яратҡанға күрә, ата-әсәһенең риза булмағанын белә тороп, уға сыҡты, аралашмайынса йәшәне. Уның быға тиклемге хыянаттарын да ғәфү итте. Үҙ ғүмерендә әҙ ғазаптар килтермәне. Тик ҡатыны түҙҙе. Сабыр ҙа икән үҙе! Туғандарынан да яҡлашты. Ғаян тип туғандары менән аралашмайынса йәшәргә лә риза ине бит ул. Береһенән-береһе матур өс бала табып бирҙе. Тик кирегә юл ябыҡ! Ул ауылға ҡайтмаясаҡ! Ни йөҙө менән ауылдаштарының күҙенә ҡарар. Уларҙан үҙен мыҫҡыл иттереп көлдөрөп йәшәр хәле юҡ!
Яңы ҙур ғаиләгә аҡса ла күп кәрәк. Аптырағас, ул Себергә эшкә сығып китте. Бер нисә йыл вахта менән эшләп ҡайтты. Был ҡайтыуында йәш ҡатынын өйҙә тап итмәне. Күршеләре ире юҡта Әлфиәнең йыш ҡына һуңлап ҡайтыуын, уны кемдәрҙеңдер оҙата килеүе тураһында хәбәр еткерҙе.
***
Дамираға Ғаяндың үлем хәбәрен ҡайнағаһы еткерҙе. Ул ғаиләһе менән ҡайтҡан саҡта Дамираның хәлен белеп китә ине. Әле моргтан Ғаяндың кәүҙәһен алырға барған икән, Әлфиә күренмәй, ерләргә ҡайҙа алып барырға, тип Дамираға шылтыратты. Дамира иһә ике уйларлыҡ урын да ҡалдырмайынса:
— Үҙебеҙгә алып ҡайт! Ҡайтыуығыҙға барыһы ла әҙер булыр! – тине лә күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. Ҡасан да булһа бергә булырбыҙ, тип һаман да өмөт итә ине бит ул. Кейәүгә димләп килеүселәргә лә:
— Мин Ғаянды көтәм! – тип кенә яуап бирҙе.
Үлгән артынан үлеп булмай, тик кәүҙәһен бында алып ҡайтып ерләргә кәрәк. Телефонын ҡыҫыбыраҡ тотто ла, шуларҙы уйлап, тиҙерәк ҡабатланы:
— Ағай! Ишетәһеңме! Тура үҙебеҙгә алып ҡайтығыҙ! Әлфиәгә бирмә! Үҙебеҙгә алып ҡайт!
Ағаһы ҡасан ҡайтып етерен әйтте лә трубканы һалды.
...Бына ерләргә лә кешеләр йыйылды. Ғаяндың кәүҙәһен дә алып ҡайттылар.
Ирен ерләгәс тә, ҡәбере янынан китә алмай Дамира оҙаҡ ултырҙы. Йөрәгенең яртыһы ошо ерҙә күмелгәндәй, йәне һыҡрай, аяҡ быуындары тотмай. Туғандары аптырағас, уны әрләп тигәндәй алып ҡайтты.
***
Зыярат Дамираның өйөнән бик алыҫ түгел. Ғаяндың ҡәбере уларҙың зал яғы тәҙрәһенән күренеп тора. Ул иренең ҡәберенә сүп тә төшөрмәй ҡәҙерләп, ҡарап тора һәм иртән торған һайын, тәҙрә ҡорғанын асып, зыярат яғына күҙ һала. Ни хәл итәһең, кәүҙәһе булһа ла ҡайтты. Хәҙер уны бер кем дә алып китә алмай.
Йәш саҡтан Дамираны яратып өйләнмәй ҡартайған бер буйҙаҡ егет:
— Ғаян үлһә лә бәхетле — уны яратып, ҡәберен тәрбиәләп, иҫкә алып торған ҡатыны бар, — тип уларҙың мөхәббәтенә көнләшепме, әллә һоҡланыпмы әйтеп ҡуйҙы.