“Чемпион”17.04.2015
Бер көндө апайымдың улы ми­ҙал алып ҡайтты! Мәктәптә йөҙөү буйынса ярышта икенсе урынды алған икән. Күрһәгеҙсе әсәһенең ни тиклем шатланғанын!
– Ана, минең улым чемпион булған! – тип кергәненә лә, сыҡҡа­нына ла һөйләй ул, ғорурланып. – Кемдең малайы иң етеҙе – Айгөл апайыңдыҡы.
Маҡтау һүҙҙәрен ишеткәс, туға­нымдың кәйефе тағы күтәрелеп китте. Беҙ ҙә ихлас шатландыҡ, малайҙың арҡаһынан тупылдатып һөйөп тә алдыҡ. Улының бындай уңышы өсөн әсәһе йомартланып китте. Шул уҡ көндә магазинға барып, малайға спорт кейеме һатып алдылар.
Бер нисә көн үткәс, туғаным­дың нисек еңеүе хаҡында үҙем һораштым.
– Мәктәптәге ярышта өс кеше ҡатнашырға булды, – тип башланы ул һүҙен. – Тик ярыш алдынан ғына берәүһе тайып йығылып, аяғын имгәтте. Шулай итеп, беҙ ике кеше генә ҡалдыҡ. Йөҙгәндә теге малай финишҡа минән күпкә алдараҡ килеп етте. Уға – беренсе, ә миңә икенсе урынды бирҙеләр.
Бына, исмаһам, чемпион!

Ҡулай кандидат

Иҫләйһегеҙҙер, бер заман рес­публикабыҙҙа “Яҡташтар” проек­тын ойоштороп ебәргәйнеләр. Һәр райондың өлгө булырҙай шәхес­тәре хаҡында гәзит-журналдар яҙҙылар, телевизорҙан күрһәт­теләр. Шул саҡ шағир һәм журналист Дамир Шәрәфетдиновҡа бер журнал мөхәррире “заказ” биргән:
– Дамир, һеҙҙең Белорет райо­ны таланттарға бай бит. Заһир Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков ҡына ни тора! Һин шуларҙың береһе хаҡында очерк яҙ әле. “Яҡташтар” проектына ярашлы баҫтырып сығарырбыҙ.
– Ярай, уйлармын, – тип яуап биргән ул.
Арыу ғына ваҡыт үткән. Тик Да­мир ағайыбыҙ редакцияға очерк килтерергә ашыҡмай икән. Ап­ты­рағас, баш мөхәррир үҙе шылты­ратырға булған.
– Кем тураһында яҙырға тип оҙаҡ уйландым, – тигән Шәрәфет­динов. – Төрлө яҡлап бизмәнгә һалып ҡараным да шундай фе­кергә килдем: очерк яҙырға үҙемдән дә ҡулайыраҡ кандидат тапманым!

Кем кемде бөтөрә?

Дамир ағайға бәйле йәнә бер хәл иҫкә төштө әле. Бер көн уның эшенә шылтыратам.
– Сәләм, ағай, хәлдәрең нисек? – тинем ғәҙәттәгесә.
– Шөкөр. Былай яҡшы ғына.
– Ни эш бөтөрәһең? – тип әңгәмәне дауам иттем.
– Бер ниндәй ҙә эш бөтөр­мә­йем. Киреһенсә, эш мине бөтөрә! – тигән яуап алдым.

Эсәме?

Бер танышым оҙаҡ ҡына бөйөр менән яфаланды. Ундай саҡта үҙегеҙ беләһегеҙ: күҙ төптәре шешә, йөҙ ҙә ныҡ үҙгәрә. Быны осратҡан һәр танышы уның ҡиәфәтен иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
– Кисә бик күңелле булған һиңә, күрәһең. Ныҡ байрам иттеңме? – тип төпсөнә берәүһе.
– Әллә берәй кем менән һуғыштыңмы? – ти бүтәне.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та... Төрлө һорау бирәләр. Әммә “Һау­лығың нисек, дуҫ?” тип белешергә берәүҙең дә башына килмәй.




Вернуться назад