Урамда бер апай менән һөйләшеп киттек. Мине телевизорҙан күреп танығас, һүҙ ҡушты. Уның ҡыҙын уҡытҡанмын, бер-беребеҙҙең мәҡәләләре менән дә таныш булып сыҡтыҡ. Фекерҙәш тиһәң дә хата булмаҫ, яҙғандары бик матур, миңә оҡшай. Фамилияһы —Зәбдинова — беҙҙең башҡорттоҡона оҡшамағас, ҡыҙыҡһына ҡуйҙым. Тарихын ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе. Һуғыш башланғас, ҡайныһы үҙе теләп военкоматҡа барған. Яу ҡырына китергә теләгәндәр шул тиклем күп, документ тултырып өлгөрмәйҙәр, ти. Бының фамилияһы Зәйнәғәбдинов булған. Военком, әйҙә, ҡыҫҡартып Зәбдинов тип яҙайыҡ, тип тәҡдим иткәс, был, оҙаҡ бәхәсләшеп тормай, ризалашҡан да ҡуйған. Һөйләшеү 1 апрелдә булғайны. Шунлыҡтандыр инде, ул алдаҡтың беҙҙең тормоштағы урыны тураһында уйланырға мәжбүр итте. Минең таныштарым араһында дингә ҡаршы көрәш йылдарында Зәйнетдиновты — Зәйниевҡа, Аллабирҙинды Бердинға үҙгәрткәндәрен белә инем.
Һуғыш ваҡытында дәүләт был алдаҡтарға күҙен йомған – үҙенә һалдаттар кәрәк булғас. Һуғыш тамамланғас, бигерәк тә бөгөнгө хоҡуҡи йәмғиәт төҙөгән шарттарҙа яугирҙәрҙең документтарҙағы бер генә хәрефтең яңылыш яҙылғаны арҡаһында үҙҙәренә тейешле льготаларҙан ҡолаҡ ҡаҡҡаны йыш ишетелеп тора. Бында дәүләт органдары принципиаллек күрһәтергә оҫта. Бер нисә йыл элек фронтовиктарға түләнеп барған эш хаҡы тураһындағы мажараларҙы ғына иҫкә алыу ҙа етә. Һуғышта үткәргән һәр көн өсөн дәүләт яугирҙәр иҫәбенә күпмелер аҡса һалып барған. Һуғыш тамамланғас, ул аҡсаны һорарға ҡыйған кеше табылмағандыр. Хәҙер был турала белеп ҡалған вариҫтар үҙҙәренең атай-ағайҙарының законлы аҡсаһын юллай алмай йонсой. Бында Хөкүмәт яғынан туранан-тура алдау юҡ, әммә дөрөҫлөккә өлгәшеү еңелдән түгел.
Бер танышым, йәше етеп, пенсия юллай башлағас, үҙенә тейешле күп өҫтәмә түләүҙәр тураһында Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренең һис тә “хәбәрҙар булмауы”, дөрөҫөрәге, белергә теләмәүе тураһында зарланып һөйләгәйне. Ысынлап та, беҙҙәге дәүләт системаһы башлыса чиновниктар мәнфәғәтенә ҡоролған. Ябай кеше үҙенә закон буйынса тейеш льготаны үҙе юллап алырға тейеш. Демократия халыҡ власын аңлатҡас, киреһенсә булырға тейеш түгелме? Үҙҙәрен цивилизациялы тип иҫәпләгән дәүләттәрҙә бөтә нәмә ошолай тәртиптә – дәүләт тарафынан булдырылған льготалар, түләүҙәр тураһында чиновниктар үҙҙәре һәр рәғиәгә (гражданға) ваҡытында еткереп торорға тейеш. Беҙҙәге система буйынса ябай кеше был льготалар тураһында хәбәрҙар булмай ҡала – ул сыҡҡан барлыҡ законды белә алмай ҙа инде. Ошоноң арҡаһында льготаларҙан, ярҙамдарҙан бының менән шөғөлләнгән түрә-ҡараға таныш, туған, яҡын кешеләр генә тиерлек файҙа күрә.
Хәҙерге шарттарҙа алдаҡ шул тиклем киң таралды, хатта дөрөҫ булған мәғлүмәткә лә ышанғы килмәй. Йә В. Путиндың һаулығы, йә Кремлдә власть алмашыныуы хаҡында һүҙ тараталар, йә Лукашенко былай тип әйтте, йә Назарбаев союзға ҡаршы… Асыҡтан-асыҡ алдаһалар, еңелерәк тә булыр ине. Бына, мәҫәлән, Польшаның тышҡы эштәр министрының “Берлинды украиндар азат итте” тигәненә. Совет кешеләре был алдаҡҡа ышанмаһа ла, йәш быуындың күпселеге тора-бара шулай тип иҫәпләй ҙә башлар әле.
Алдаҡ ғәҙәти күренешкә әйләнеп китте. Бәғзе бер сауҙа ойошмаһы килемде арттырыу маҡсатында приз итеп еңел автомобиль йә затлы тауар вәғәҙә итә, әммә үтәмәй. Телевидениела яңылыҡ урынына реклама биреп, кемдер был аҡсаны үҙ кеҫәһенә һала, төҙөүселәр фатирҙар урынына булмаған ҡаттарҙан “торлаҡ майҙаны” һатып байый, һөт урынына ниндәйҙер бер аҡ “һөт эсемлеге” һатыла – тәмләп сәй эсеп тә булмай… Финанс пирамидаларын әйтеп тороу ҙа артыҡ. Студенттар курс, диплом эштәрен үҙҙәре яҙмай, һатып ала. Рәсәй Президентының указдарын төрлө һылтау табып, үтәмәй килеүҙәре лә Владимир Путинды халыҡ алдында алдаҡсы итеп күрһәтеүгә тиң. Заманында Борис Ельцин, Рәсәй Президенты булғас беренсе указым мәғариф тармағында эш хаҡын сәнәғәт өлкәһендәгенән ике тапҡырға күберәк итәсәкмен, тип алдағайны, уның вариҫына иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткерергә мөмкинлек бирмәҫтәр инде.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов яңыраҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коллегия ултырышында беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәренең йыш алдауын билдәләп үтте. Кемдер түләүһеҙ процедуралар өсөн аҡса һорай, кемдер бер нисә тапҡыр ҡыйбат аппаратура “һатып ала”, кемдер күҙ буяу өсөн генә үткәрелгән ремонтҡа бюджет аҡсаһын әрәм-шәрәм итә… Дәүләт тарафынан бушлай үткәрелгән диспансерлаштырыу исем өсөн генә: ҡайһы бер райондарҙа рак менән сирле бер генә кеше лә табылмаған. 2013 йыл менән сағыштырғанда, диспансерлаштырыу үткәндәр һаны 13 процентҡа артҡан – 650 меңдән 750 меңгә тиклем. Рөстәм Хәмитов: “Миңә был һандарға нисек ышанырға? Ҡағыҙҙы алдап була, министрлыҡты ла, ә үҙ намыҫығыҙҙы нисек алдарһығыҙ?” — тип әсенеп әйтте.
Был ҡатмарлы шарттарҙа алдаҡтан бизнес эшләү ҙә киң таралып бара. Кемдер фәнни телдә яҙа белгән компьютер программаһы төҙөп ысын фәнгә бер ҡыҫылышы ла булмаған яҙмалар баҫтыра, кемдер булмаған орден-миҙалдар эшләтеп, тейешле сумма түләтеп, үткән-һүткән кешенән герой яһай.
Ялғанды дөрөҫлөктән айырыу өсөн төҙөлгән төрлө рейтинг агентлыҡтары, системалары ла ахыр сиктә ошо алдаҡты арттырыу өсөн хеҙмәт итә башлай. Былары шул тиклем оҫтарып алды – башлыса дөрөҫлөккә таянып эш итәләр. Быны беҙ АҠШ-та ойошторолған рейтинг агентлыҡтарында — Transparency International, Standard & Poor’s, Moody’s, Fitch Ratings һ.б. – күрәбеҙ. Әйтәйек, Швейцарияла урынлашҡан Credit Suisse мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй социаль тигеҙһеҙлек буйынса иң артта барған Африка дәүләттәре кимәлендә булһа, БМО һәм ЦРУ рейтингы буйынса Израиль менән Австралия араһында тора. Норвегияның The Legatum Institute тигән агентлығы булдырған “Сәскә атыу индексы” буйынса Финляндия менән Австралия йәшәү өсөн иң уңайлы дәүләт булһа, Рәсәй иң һуңғы позицияларҙы биләй – Украина, Монголия менән Үзбәкстандан да түбән тора. HelpAge тигәне “Глобаль йәш” тигән индекс булдырған. Был күрһәткес буйынса Рәсәй пенсионерҙары Тажикстан менән Монголия пенсионерҙарынан да хөртөрәк йәшәй, ә пенсия системаһы юҡ хәлендәге Ҡытай (ололарҙың 25 проценты ғына пенсия ала) Венгрия, Словакия, Греция һәм Хорватиянан өҫтөн тора.
Беҙҙәге һөҙөмтәле контракт тигән система буйынса хеҙмәткәрҙең эшен баһалау өсөн рейтинг ысулы булдырылды. Бының тик профанация икәнен аңлаған кеше бармы икән беҙҙең етәкселәр араһында? Был рейтингтың юғары баҫҡысына менеү өсөн мотлаҡ һәйбәт белгес булыу кәрәкмәй – тейешле ҡағыҙҙар етә. Был системаның нимә өсөн булдырылғанын әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер – оҡшамаған кешене эштән бушатыуҙы еңеләйтеү өсөн.
Алдаҡтың бөтә донъя буйынса киң таралыуы юҡтан түгелдер. Бөгөн төҙөлгән глобаль капитализм үҙе ғәҙелһеҙ. Уны нисектер аҡлар өсөн ошо алдаҡ та глобаль булырға тейештер. Ул ғына ла түгел, алдаҡ ҡайһы бер дәүләттәр өсөн аңлы рәүештә сәйәси көс итеп ҡулланыла. АҠШ-тың Джен Псакиһын ғына алып ҡарайыҡ – уның өсөн күҙ ҙә йоммай алдау бер ни тормай. Ни эшләйһең инде, алдаҡ бөгөнгө донъя өсөн һәр яҡтан отошло булып китте.
Хәл артабан да ошолай дауам итһә, календарға яңы көн – Дөрөҫлөк байрамы — өҫтәмәй булмаҫ. Юҡһа, ялған ялғанға ялғанып, яҡшыға алып барып еткермәҫ. Алдаҡ бөгөн ни тиклем отошло булһа ла, кешелек барыбер дөрөҫлөккә мохтаж. Алдаҡ көнөн йыл әйләнәһе урынына тик бер көндә — 1 апрелдә генә — билдәләүе һәйбәтерәктер. Ауылдаштарын “Бүре! Бүре!” тип алдап, фажиғәгә тарыған көтөүсене онотмайыҡ. Халыҡ әйтмешләй, “ялған – бер көнлөк, хаҡлыҡ мәңгелек булһын”.