“Ат уйнатып алдан бара...”11.02.2012
Әле беҙ, яҙыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл батырҙары тураһында һөйләү буйынса бурысыбыҙҙы үтәп бөтә алмайбыҙ, сөнки дәһшәтле һуғыш бер кемде лә аяманы, һәм кешеләр яҙмышындағы ваҡиғалар асылып бөтмәгән.
Атайҙарыбыҙ һуғышта ҡан ҡойоп алышты. Беҙ, бала ғына булһаҡ та, һуғыш барышын тулҡынланып күҙәтеп барҙыҡ. Бигерәк тә генерал Шайморатов етәкселегендәге кавалеристарҙың хәрби уңыштары һөйөндөрҙө. Колхоздағы аттарҙы менеп, йылғаға һыу эсерергә барғанда, башҡорт генералы булып сабыша инек.
Ысынлап та, Шайморатов етәкселегендә дошман менән алышҡан һикһәнгә яҡын кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Шуныһы үкенесле: Миңлеғәле Шайморатовтың үҙенә был исем бирелмәгән. Ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында ғәҙелһеҙлек килеп сыҡҡан. Ә бит һуңғы йылдарҙа бер нисә ҡалаға Герой исеме бирелде. 78 кавалерисҡа Советтар Союзы Геройы исеме алыуҙы тәьмин иткән ҡаһарман генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа ла Советтар Союзы Геройы исеме бирелер тип ышанғы килә.
Кәбир АҠБАШЕВ,
яҙыусы, Башҡортостандың
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


РЕДАКЦИЯНАН: Акция барышы менән гәзит уҡыусылар ҙа ҡыҙыҡһына. Күптәрҙе ҡултамғаларын ҡайҙа ебәреү мәсьәләһе борсой. Ҡултамғалар һәм мөрәжәғәттәр Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 112-се кавалерия дивизияһы музейында йыйыла. Унда хат ебәреү өсөн адрес: Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27, индексы 450095. Шулай уҡ 8(347) 227-52-02, 227-47-57 телефондары буйынса музейға шылтыратырға була.


Вернуться назад