Һайлау мөмкинлеге ҙур15.04.2015
Хәҙерге уҡыусыларға һөнәр һайлау йәһәтенән уңайлы шарттар тыуҙырыла. Мәҫәлән, Интернет ярҙамында хеҙмәт баҙарындағы ихтыяж тураһында даими мәғлүмәт алырға мөмкин. Шулай уҡ белем усаҡтары йыл һайын “Асыҡ ишектәр көнө” үткәреп, үҙ эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштыра.
Күптән түгел Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында ла ошондай сара уҙҙы. “Асыҡ ишектәр көнө”нә Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Мәләүез, Ғафури, Ауырғазы, Йылайыр, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарынан 150-нән ашыу уҡыусы килде. Улар колледж хаҡында видеоролик ҡараны, унан белем усағы буйлап сәйәхәт ҡылып, уҡыу йортоноң мөмкинлектәре, шарттар менән танышты.
Осрашыуҙа уҡыусылар үҙҙәре өсөн бай мәғлүмәт тупланы. Кемделер хоҡуҡ өлкәһе ҡыҙыҡһындырһа, икенселәр өҫтәмә белем биреү педагогы, социаль хеҙмәткәр булырға теләй, дизайн, информатика, реклама йүнәлештәре буйынса китергә теләгәндәр ҙә бар. Ғөмүмән, был колледжда йәмғиәткә кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәтәләр. Студенттар диплом алғас та хәстәрлектән ситләтелмәй: уларҙы эшкә, юғары уҡыу йортона урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам ҡаралған. Ябай һөнәрҙәргә ҡытлыҡ кисерелгән мәлдә, әлбиттә, бындай уҡыу йорттарының ишектәре һәр саҡ асыҡ, бүлмәләре тулы булыуы шарттыр.